RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әсә күңеле балала, ә баланыҡы?..

17.01.2012 Әсә күңеле балала, ә баланыҡы?..

йәки Ғәлиә апайға ҡартлығында үҫтергән балаларынан рәхмәт түгел, йоҙроҡ яуа
Әсә күңеле балала, ә баланыҡы?..
– Ведьма, ишачка, когда же ты сдохнешь! – тип, 50 йәшлек Гөлназ 80 йәшлек әсәһен йоҙроҡтары менән төйә, аяҡтары менән типкеләй. Уға ағаһы Дамирҙың 23 йәшлек ҡыҙы Фәғилә ярҙам итә, уның ҡулында − оҙаҡ үткерләүҙән нәҙегәйгән бысаҡ.
– Уф, Аллам! Балаҡайҙар, етер, үлтерәһегеҙ бит! У нас же гостья, стыдно!

* * *
1972 йылда иремде (ул Өфө дәүләт нефть институтын тамамлағандан һуң Үзбәкстанға эшкә ебәрелгәйне) Мөбәрәк нефть-газ разведкалау экспедицияһына күсерҙеләр.
Тыуған ерҙән ситтә йәшәгәндә үҙ милләттәштәреңә тартылаһың. Мөбәрәктә йәшәгән Бикмырҙиндар ғаиләһе менән танышып, ҡатнашып йәшәй башланыҡ. Ул ваҡытта Һаҙый Сафиулла улы механика оҫтаханаһында − начальник, ә Ғәлиә апай балалар баҡсаһында эшләй ине. Ике ул, ике ҡыҙҙары булып, өсөһө мәктәптә уҡый, ә бәләкәй улдары балалар баҡсаһына йөрөй ине. Беҙҙең дә ике бала Ғәлиә апай эшләгән баҡсаға йөрөнө.
Байрамдарҙы, тантаналы көн­дәр­ҙе бергәләп билдәләп, үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшеп, кәңәш, ярҙам итешеп, гөрләшеп йәшәнек.
1976 йылда иремде ҡарағалпаҡстанға нефть-газ разведкаһына күсерҙеләр һәм ошонан бирле беҙҙең бәйләнеш өҙөлдө, сөнки 1978 йылда уҡ ғаиләм менән тыуған илгә ҡайттым.
* * *
2006 йылда уртаҡ таныштар аша Бикмырҙиндар ғаиләһенең дә Башҡортостанға ҡайтыуын белдем. Өфөгә яҡын райондың бер ҡасабаһына урынлашҡандар икән. Йәһәт кенә йыйынып, улар­ҙы күрергә киттем. Һаҙый ағай менән Ғәлиә апай һатып алған йорттарын рәткә килтереп мәж була, төкәтмә төҙөйҙәр. Улар менән оло ҡыҙҙары Гөлназ, шул уҡ поселокта үҙ ғаиләһе менән кесе ҡыҙҙары Гөлбикә йәшәй икән. 30 йылдан һуң күрешкәс, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, яңылыҡтар менән уртаҡлашып алдыҡ. Мобиль телефон номерҙары менән алмашып, мин иртәгәһенә Өфөгә ҡайттым.
2007 йыл башында Испанияға киттем һәм ике йыл унда булып ҡайтҡандан һуң, Бикмырҙиндар менән ҡапыл ғына бәйләнешкә сыға алманым – телефон номер­ҙары үҙгәреп бөткәйне.
Әйтергә кәрәк, балаларым ҙурайып, үҙ аллы тормош башлағас, мин сәйәхәтсе юлын һайланым. Үҙебеҙҙең илде арҡырыһы-буйына йөрөп сыҡҡандан һуң сит илдәрҙе күрергә булдым. Пенсия бәләкәй булғас, берәй эшкә инеп, бер аҙ аҡса йыям да, «автостоп» ысулы менән сәйәхәткә сығып китәм. Шул рәүешле 32 илде күреп ҡайттым да инде. Испанияла оҙаҡ йәшәүемдең сәбәбе бер аҙ испан телен өйрәнеп, Латин Америкаһы илдәренә барып ҡайтыу ине. Урта быуаттарҙа иң шәп диңгеҙ гиҙеүселәр испан һәм португалдар булып, баҫып алынған Көньяҡ Америка илдәренең 19-нда испан теле дәүләт теле булып тора.
* * *
2010 йылдың 31 декабрендә арба-сумкама күстәнәстәр, бүләктәр тейәп, көндөҙ үк Бикмырҙиндар йәшәгән ҡасабаға киттем. Биш йыл буйы бәйләнеш булмағас, элекке таныштарымды унда осратмаһам, ҡабат оло юлға сығып, үҙемдең тыуған яҡтарыма – Бөрйәнгә ҡайтырға уйланым.
«Газель» менән ҡасабаға килеп төштөм һәм ике йәш ҡатынды осратып, Бикмыр­ҙиндар тураһында һораштым. Йәш ҡатындар тап улар­ҙың күршеләре булып сыҡты. Яҡын ғына йәшәүҙәрен әйтеп, арбамды һөйрәшеп алып киттеләр. Улар Һаҙый ағайҙың ете ай элек мәрхүм булыуын, ә Ғәлиә апайҙың әле генә магазиндан ҡайтыуы хаҡында әйтте. Ханымдар элекке таныштарымдың йортона килеп еткәс, ишек шаҡып, ҡунаҡ килтереүҙәре тураһында һөйөнсөләне. Ишектән Ғәлиә апай сығып күрешкәс, мине ҡосаҡлап алып, ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе:
– Гөлназ, ҡыҙым, счастье к нам привалило! Сания к нам на Новый год приехала!
Өйҙә был ваҡытта инде иллеһен тултырған, яңғыҙ ҡартайып килгән ҡыҙы Гөлназ, кесе ҡыҙы Гөлбикәнең студент улы, оло улы Дамирҙың 23 йәшлек ҡыҙы Фәғилә бар ине. Шунда уҡ 2 − 3 йәштәрҙәге ир бала йүгереп йөрөй. Сәй ҡуйҙылар. Бер шарап сығарҙылар. Күмәкләп һаҙый ағайҙы хәтерләп алдыҡ. Студент егет үҙ өйөнә, атаһы янына ҡайтып китте. Әсәһе Гөлбикәнең вахта менән Төмәндә эшләүе, был Яңы йылды шунда үткәрәсәген әйтте. Фәғиләнең ата-әсәһе лә, йәғни Ғәлиә апайҙың оло улы Дамир менән килене лә Төмәндә эшләй икән. Әсә кеше Дамирҙың нефть тармағында ҙур етәксе булып аҡсаны күп алыуы, Мәсетлелә ике ҡатлы өйҙә гөрләтеп йәшәүе тураһында ғорурланып һөйләне. Бәләкәй улы Данирҙың да нефть тармағында эшләүен, шулай уҡ Салауат ҡалаһында матур итеп йәшәүе менән дә ғорурланды.
Яңы йылды бергәләп ҡаршылауға ризалығымды алғас, үҙемдең тыуған яҡҡа ҡайтыу уйын ҡуйып, уларҙа ҡалырға булдым. Күстәнәс­тәремде сығарып, Гөлназға тапшырҙым.
Мин үҙебеҙҙең милли аштар­ҙы яратып әҙерләйем. Туңдырғыста һәр ваҡыт бешереүгә әҙерләнгән тултырма, ҡаҙы, эсәк-ҡарын була. Күстәнәстәрем араһында һаман да туң көйө тултырма, ҡаҙылыҡ та бар ине. Йорттағы ҡатын-ҡыҙ бындай аш менән булышҡаны, бешергәне булмауын әйткәс, күстәнәстәремде үҙем әҙерләргә булдым. Киң һауыт булмағас, миңә табаҡ индереп бирҙеләр. Был милли ризыҡтарҙы киске сәғәт туғыҙҙарға ҡарай әҙерләргә кәрәк, ә шампан шарабын төнгө ун икелә асырбыҙ, тип белдер­ҙем һәм плита янына ултырҙым. ҡатын-ҡыҙҙар белә инде, эсәккә тултырылған әйбер­ҙе ипләп кенә, тандыр менән генә ҡайнатып бешерергә кәрәк. Плита эргәһендә ултырғанда таҡта менән бүленгән бүлмәлә ҡыҙы менән ейәне Ғәлиә апайға бәйләнә башланы. Ғәлиә апайҙың ейәнен ғүмерҙә беренсе күреүем, ә ҡыҙы Гөлназды күп ваҡыттан һуң икенсегә осратыуым ине. Уларҙың үҙ-ара мөғәмәләһен, ҡылыҡтарын белмәйем. Шуға күрә, ҡайҙа килеп эләктем, тип аптыраным. Ә хәл ҡыҙа бара. Тиҙҙән ҡатындар 80 йәшлек ҡарсыҡты туҙға яҙмаған, әсәй, өләсәйгә ғүмерҙә әйтергә ярамаған һүҙҙәр менән йәберләй башланы: «Ведьма, ишачка…». Ғәлиә апай: «Сеүегеҙ, балалар, гость же дома», – тип ҡараһа ла, тегеләре уға иғтибар ҙа итмәне. Тиҙҙән һуҡҡылаған, типкеләгән тауыштар, Ғәлиә апайҙың ыңғырашыуы, ялбарыуы ишетелде: «Не трогайте, вы же убьете меня».
Мин инде түҙеп ултыра алманым: «Что вы делаете!» – тип, күрше бүлмәгә барып сыҡҡан ваҡытта Гөлназ әсәһенә йоҙроҡлап һуға, тибә, ә Фәғилә оҙаҡ үткерләүҙән нәҙегәйеп ҡалған бысаҡты уң ҡулына тотоп, өләсәһенә киҙәнә ине. Ғәлиә апай элгестәге кейем аҫтына сүгәләп ултырған. Бите тотош яра, ҡан, күк, уң яҡ сикәһендә – Фәғиләнең бысағы киҫкән яра...
ҡан күреүҙән ҡыҙған ике ҡатын туҡтау урынына миңә ябырылды. Фәғилә бысағын эсемә төҙләп ынтылғас, артҡа сиктем һәм аяҡ аҫтындағы кейемдәргә эләгеп, ултыра төштөм. Фәғиләнең икенсе киҙәнеүе башыма тура килде. Бысаҡ ҡан тамырын киҫкәндер инде, башымдан йылы ҡан шаулап аға башланы. Бөтә сәсем, күҙҙәрем, биттәрем буйлап кейемдәремә төштө. Шул уҡ ваҡытта төпәләүҙәр башҡа, ҡулбаштарға эләгә. Үлемем ошонда булыр ине, әгәр кеҫәмдә телефон шылтырай башламаһа. Килгәне бирле бер нисә ҡотлау алғайным. Был юлы Динә исемле танышым Өфөнән тыуып килгән Яңы йыл менән ҡотлап шылтырата икән. ҡатындар бер аҙ туҡтап торҙо. Мин телефонға: «Дина, меня тут убивают!» – тип ҡысҡыр­ҙым да, илап ебәрҙем. ҡайҙалығымды саҡ-саҡ әйтә алдым. Тиҙҙән икенсе бер танышым шылтыратты: «Саҡ ҡына түҙ, тиҙҙән һиңә «Ашығыс ярҙам» менән милиция бара», – тине. Салауат тигән милиционер килеп инде һәм мине участка дауаханаһына алып китте.
Ғәлиә апайҙың хәле ауыр, йөҙө тотош яра, ҡан, бөтә тәнендә лә яңы һәм иҫке яралар, күгәргән урындар. Шулай булһа ла, дауаханаға барыуҙан баш тартты: «ҡуй, бармайым, береһе – үҙ ҡыҙым, тегенеһенең йәш балаһы бар», – тине.
Бөтә ил буйлап, 32 сит илдә лә бер үҙем сәйәхәт итеп, бер ниндәй насар хәлгә тарымаған кеше, шулай итеп, Баш­ҡортостандағы ҡасабала ике шашҡан ҡатын ҡулынан үлә яҙҙым. Әгәр телефон шылтырамаһа, Ғәлиә апайҙы ла, мине лә үлтерерҙәр ине.
Дауаханала ҡанымды туҡтатып, башымды бинт менән ап-аҡ итеп бәйләһәләр ҙә, хәлем ауыр. Шәфҡәт туташтарына үҙемдең диабетик, гипертоник икәнемде, йәһәт кенә инсулин ҡаҙарға кәрәклеген әйттем. Шәкәр 25-тән артыҡҡа һикергән. Дауаханала инсулин юҡ. Шприцым сумкала, тиһәм дә, шәфҡәт туташтары әйләндереп-тулғандырып ҡараһа ла, тапманы.
Көс-хәл менән иртән Өфөгә ҡайтырға булдым. Мине оҙат­ҡанда Ғәлиә апай: «Бәхил бул, күп йәшәмәм, үлермен, икенсе тапҡыр күрмәмдер һине», – тип тороп ҡалды.
Ғәлиә апай бер кемгә лә үҙенең хәлен һөйләмәй, үлемдән оят көслө, тигән ҡанун менән йәшәгән кеше. Шуға ла Гөлназ менән Фәғилә шашҡан да инде. Улар 80 йәшлек ҡарсыҡты даими туҡмаған. Тере сағында Һаҙый ағайға ла йәберләүҙәр эләккән. Уға ла: «Сейчас глаз выколю!» – тип йоҙроҡ төйнәүҙәр ғәҙәти хәл булған. Өлкән улы Дамир ҙа, ата- әсәһенең йәнен ҡыйып, килһә, эсеп, болғанып ҡына китер булған. Ғәлиә апайҙың 86 йәшлек апаһы Өфөлә йәшәй, унан башҡа тағы өс ҡыҙ туғаны бар икән. Улар барыһы ла Ғәлиә апайҙың хәлен уйлап хафалана, ә ул минән:
– ҡыҙҙар өҫтөнән ғариза бирмә инде, – тип ялбара.
Шартлы хөкөм аҫтында булған Фәғиләне төрмәнән атаһы аҡса түләп алып ҡалған тинеләр.
Миңә был ваҡиғанан һуң байтаҡ ҡына дауахана юлында йөрөргә тура килде.
Минән гел генә: «Яңғыҙың белмәгән илдәрҙә йөрөргә ҡурҡмай­һыңмы?» – тип һорай­ҙар. Бына хәҙер беләһегеҙ инде кемдән ҡурҡырға кәрәк икәнен. Аҡса биреп, хөкөмдән алып ҡалынған ҡатын тағы ла берәүгә ҡул күтәрмәҫ, тип кем гарантия бирер? Ә Фәғиләнең атаһы Дамир һәм уның ҡатыны ҡыҙҙарының ҡылығы өсөн хатта ғәфү үтенеп тә миңә шылтыратманы. Аҙағы хөкөм ҡулында.

Cания СӘҒИТОВА.

* Исемдәр үҙгәртелде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»