RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

09.08.2011 Күсәр

Төштәргә инә ОСАГО...
Күсәр
Илебеҙҙә автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тарифтары коэффициенттары арттырылды.
Рәсәй автоһәүәҫкәрҙәренә кеҫәләрен тағы ла бер ҡапшап ҡарарға тура киләсәк. Күптән түгел РФ Хөкүмәте тарафынан автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) тарифтарының коэффициенты арттырылды. ОСАГО буйынса яңыса иҫәп-хисап юлдарҙа күпселек һаналған бәләкәй стажлы йәш водителдәрҙең һәм ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең бәкәленә һуғасаҡ.
ОСАГО полистарына хаҡтар уртаса 10 – 20 процентҡа артҡан. Страховкалаусылар, был бизнес өлкәһенең табышһыҙ булыуына зарлана торғас, үҙҙәренең маҡсатына иреште. Ете йыл дауамында бер ниндәй үҙгәрешһеҙ иҫәпләнеп килгән ОСАГО тарифтары һиҙелерлек арттырылды. Бынан ары кисәге полис ике тапҡырға тиклем ҡиммәтләнмәксе. Миҫал өсөн: ҡаҙан, Силәбе, Пермь, Төмән һәм Сорғот ҡалаларында уның хаҡы Мәскәүҙеке менән тиңләштерелде. Унда урындағы автоһәүәҫкәрҙәргә мөмкин булған максималь төбәк коэффициенты билдәләнгән. Тимәк, 1980 һум булған база ставкаһын икегә ҡабатлап, артабан уға йәшкә (22 йәшкә тиклем), стажға (3 йылға тиклем) һәм автомобилдең ҡеүәтенә (51-ҙән алып 100 ат көсөнә тиклемге двигателле автомобилдәр өсөн коэффициенттар арттырылды) ҡарап хаҡ өҫтәлә.
Өфө ҡалаһы өсөн территориаль коэффициент бер ярым тапҡырға арттырылған – 1,3-тән 1,8-гә. Баш ҡаланан ҡала икенсе урында Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалалары килә, унда коэффициент 1-ҙән 1,3-кә артҡан. Артабан Благовещен һәм Октябрьский ҡалалары килә (1-ҙән 1,2-гә). Ишембай, Күмертау һәм Салауат ҡалаларында коэффициент 1-ҙән 1,1-гә күтәрелгән. Республиканың башҡа төбәктәрендә ОСАГО коэффициенты 25 процентҡа (0,75-тән 1-гә) ҡиммәтләнгән.
22 йәшкә етмәгән, өс йылдан ашыу стажы булған йәш водителдәр өсөн коэффициент 1,3-тән 1,6-ға, өс йылға тиклем стажлылар өсөн 1,5-тән 1,7-кә арттырылды. Ә кемгә әле 22 йәш тә тулмаған һәм водителлек стажы өс йылға ла етмәй икән, уларға коэффициент 1,7-нән 1,8-гә менде. 22 йәште уҙған һәм стажы дүрт йылдан ашҡан водителдәр өсөн коэффициент үҙгәрешһеҙ – 1,7 ҡала.
«Сикләүһеҙ» страховка өсөн дә күберәк түләргә тура киләсәк – коэффициент 1,7-нән 1,8-гә арттырылды. Шундай уҡ кимәлгә автомобилдең ҡеүәте буйынса коэффициент та күтәрелде: 51–70 ат көсө өсөн – 0,9-ҙан 1-гә, 71–100 ат көсөнә – 1-ҙән 1,1-гә.

Иҫәпләү миҫалы

База тарифы – 1980 х 1,7 (стаж һәм йәш коэффициенты) х 1,0 (автомобилдең ҡеүәте) х 1,8 (төбәк ставкаһы) = 6058 һум. Иҫке иҫәп буйынса 4375 һум булыр ине. Был миҫал 18 йәшлек, стажһыҙ һәм автомобиленең ҡеүәте 74 ат көсө булған водитель өсөн.

Һулға ярамай, ә уңға?
Күсәр
«Селигер» форумында РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путинға светофорҙың ҡыҙыл утына уң яҡҡа боролоуҙы рөхсәт итеү идеяһы оҡшаны.
Хөкүмәт рәйесен идея шул тиклем ныҡ ҡыҙыҡһындырған, хатта ул шунда уҡ РФ Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү департаменты етәксеһе Виктор Кирьяновҡа шылтыратҡан һәм уға ошо мәсьәлә тураһында уйларға әмер биргән.
ҡыҙыл светофор янғанда, әгәр йәйәүлеләргә һәм башҡа транспортҡа ҡамасауламайһың икән, уң яҡҡа боролоу АҡШ-та, Канадала, Германияла, Көньяҡ Кореяла, Украинала рөхсәт ителгән. Был ҡағиҙәне ғәмәлгә индергәндә, юл тығындары 15 процентҡа кәмер, ә бензинды экономиялау 10 процентҡа артыр ине, ти белгестәр. Светофорға ҡуйыласаҡ өҫтәмә билдә металдан буласаҡ, ул электр энергияһын ҡулланмай, йыш хеҙмәтләндереүҙе лә талап итмәй.


Һыуытҡыс ултырғыстар кәрәкмәйме?
Японияның Thanko компанияһы белгестәре эҫелә автомобиль ултырғыстарының температураһын кәметеүсе ҡулайлама уйлап тапҡан.
Машиналарҙа ултырғыстарҙы йылытыу системаһын күргәнегеҙ барҙыр. Һыуытыу системаһы ла шул уҡ принцип буйынса эшләй, тик ул кондиционерға ҡарағанда еңелерәк һәм тиҙ урынлаштырыла, хаҡы ла арзан.
Ултырғыстарҙы һалҡынайтыусы ҡорамалда ябай һыу ҡулланыла. Уның конструкцияһы ла бик ябай – насослы һыуытҡыс-сумаҙанға оҡшаш. Компактлы һыуытҡыс камераһына һыу тултырылған 1,5 литрлы шешә ҡуйыла. Һыу һыуытҡыста һалҡыная һәм насос ярҙамында ултырғысҡа йәйелгән япмаға йүгертелә. Системаны тоҡандырғандан һуң 5 секунд үткәс, ултырғыс һалҡыная башлай. Энергия ла артыҡ сарыф ителмәй, ә һыуытыу эффекты 6 – 8 сәғәткә етә.


Бензинды нисек экономияларға?
Күсәр
Яғыулыҡты һаҡсыл тотоноу – автомобиль донъяһындағы иң көнүҙәк темаларҙың береһе. Белгестәр әйтеүенсә, хатта бер маркалы ике машинаның да яғыулыҡты төрлөсә «ашауы» мөмкин. Был хәл нимәгә бәйле? Бензинды нисек экономияларға?
Баҡтиһәң «тимер ат»тың аппетитын йүгәнләргә була, бының өсөн автомобилде дөрөҫ хеҙмәтләндереү мөһим. Машинаны техник яҡтан хеҙмәтләндереү һәм уны йөрөтөү стиленән сығып яғыулыҡты экономиялау өлкәһендә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшергә була.
Бензинды экономиялау өсөн биш кәңәш:
– ҡайҙалыр оҙаҡ ваҡыт дауамында көтөп торорға тура килә икән, машинаны һүндерергә йыбанмағыҙ. Автомобиль «холостойҙа» эшләп кенә лә 15 минут эсендә уртаса бер литрҙан ашыу бензинды яндыра.
– Машинаны яй һәм тыныс йөрөтөгөҙ. Светофорҙан светофорға йәки туҡталыштан туҡталышҡа тиклем ҡапыл, шәп итеп ҡуҙғалып китеп, ҡапыл туҡтаһағыҙ, бензин, әлбиттә, күберәк сарыф ителә. Машинала агрессив йөрөү һеҙгә тейешле урынға тиҙерәк барып етергә артыҡ мөмкинлек бирмәйәсәк, ә яйыраҡ ҡуҙғалып, газды иҙәнгә тиклем батырмайынса йөрөү бензиндың бәрәкәтен 20 процентҡа арттыра.
– Тиҙлекте сәғәтенә 90 – 100 саҡрымдан да арттырмаҫҡа тырышығыҙ. Тиҙлекте 120 – 130 саҡрымға тиклем арттырыу һеҙгә өйөгөҙгә ҡайтып етеү ваҡыты буйынса әллә ни ҙур айырма бирмәйәсәк, ә бына яйыраҡ барғанда бензин өҫтәмә саҡрымдар үтергә етәсәк.
– Мөмкинлек булғанда машинағыҙҙа круиз-контроль системаһын файҙаланығыҙ, ул булмаһа, тигеҙ юлда бер тиҙлекте тоторға тырышығыҙ, сөнки тиҙлекте алмаштырыу бензинға өҫтәмә көс төшөрә.
– Юғары тиҙлек менән йөрөгәндә тәҙрәләрҙе тулыһынса асырға тырышмағыҙ, сөнки машинаның аэродинамикаһы боҙола һәм энергия күберәк талап ителәсәк.


ҡайҙа бензин арзан?

Яғыулыҡ өлкәһе белгестәре бензин иң ҡиммәт һәм иң арзан булған илдәр исемлеген төҙөгән. Асыҡланыуынса, иң ҡиммәт бензин – Норвегияла, ә иң арзаны ҡаҙағстанда икән. Рәсәйҙә иһә автомобиль яғыулығына түбән хаҡтар һаҡлана, тип билдәләнә.
Хаҡтарҙы билдәләгәндә 95-се октан бензинына уртаса хаҡ алынған. Шулай итеп, иң ҡиммәт бензин – Норвегияла, унда бер литрын 72,9 һумға һатып алырға тура киләсәк. Икенсе урында – Бөйөк Британия (68,2 һум), өсөнсө урында – Греция (66,9 һум). Бензин ҡиммәт булған биш ил исемлегенә шулай уҡ Голландия (65,2 һум) һәм Дания (63,9 һум) ингән.
Иң осһоҙ бензин – ҡаҙағстанда. Яғыулыҡтың бер литры бында 22,3 һум тора. Унан ҡала Белоруссия килә (25,4 һум). Рәсәй яғыулыҡ арзан булған илдәр араһында маҡтаулы өсөнсө урында икән (27,3 һум). Артабан Украина (36,2 һум) һәм Болгария (45,6 һум) тора.
Үҫешкән илдәр исемлектең уртаһында урын алған. Германияла бензиндың хаҡы – 59,3, Францияла – 59,5, Италияла – 60,5, Испанияла 52,4 һум тип билдәләнгән.

Раритет табыш
Күсәр
Американың Даллас ҡалаһында ташландыҡ ангарҙа бик һирәк осраған өс спорт автомобиле табылған.
Миллиондарса доллар торған Ferrari һәм Maserati коллекция автомобилдәре гаражда тиҫтәләрсә йыл дауамында тороп, саңға батып бөткән була, әммә тороштары бик яҡшы. Машиналар йүнләп йөрөмәгән дә. 1974 йылғы Ferrari Dino 246 GTS, 1972 йылғы Ferrari 365 GTB/4 Daytona һәм 1977 йылғы Maserati Bora Coupe – был байлыҡ ташландыҡ ангарҙа 40 йылдан ашыу торған. Раритеттарҙың хужаһы итальян автоуҙышсыһы Луиджи Чинеттиҙың иптәше – АҡШ-та Ferrari машиналарын һатыу буйынса дилер селтәренең етәксеһе булып сыға. Был тиклем байлыҡтың ни өсөн онотолоуы хәбәр ителмәй. Әле улар аукцион аша һатыуға әҙерләнә.


Priora газға күсә
Яғыулыҡҡа хаҡтар көндән-көн артҡанда автомобилде арзаныраҡ яғыулыҡ төрөнә күсереү, ҡулайлаштырып алыу көнүҙәккә әйләнде. Шуны иҫәпкә алып, оҙаҡламай автомобилдәр заводтан уҡ газ менән йөрөүгә ҡулайлаштырылып сығарыласаҡ.
ВАЗ автозаводы, мәҫәлән, тиҙҙән двигателдәре бензин һәм тығыҙландырылған газ менән дә «туҡлана» алыусы машиналар йыя башлаясаҡ. Тәүге һынауҙарҙы Lada Priora автомобиле үтәсәк. Уны газ ҡорамалы менән йыһазландырыу эштәре аҙағына етеп килә. Шул уҡ ваҡытта завод етәкселеге «Газпром» менән һөйләшеүҙәр алып бара. Илебеҙҙә газ менән заправкалаусы станциялар күберәк булһа, газ-бензин автомобилен һатыу күләме лә артыр ине, тигән өмөттә предприятие етәкселеге. Газ-бензинда йөрөүсе автомобилдәр 2012 йылда ғына күпләп етештерелә башлаясаҡ.


Электронлыһы алмашҡа килә...
Күптән түгел РФ Президенты автомобилдәргә техник күҙәтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, дәүләт техник күҙәтеүенә байтаҡ үҙгәрештәр индерелде.
2013 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙәге автомобилдәрҙең техник күҙәтеү үтеүе тураһындағы мәғлүмәт электрон вариантта һаҡланасаҡ. Ул база шулай уҡ ЮХХДИ менән ОСАГО системаһын да берләштерәсәк. Тимәк, киләсәктә ҡағыҙ ГТО талонын электронлыһы алмаштырасаҡ.


«Гаишник», хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән водителде туҡтат­ҡас:
– Ни өсөн ҡайышты эләктермәй йөрөйһөгөҙ? – тип һорай.
Водитель:
– Ә һеҙ быға шат түгелһегеҙме ни?

***
Заправкаға гөрһөлдәгән тауыш сығарып, «У» хәрефе төшөрөлгән машина килеп инә. Руль артында өйрәнсек ҡатын ултыра:
– Бакты тултырғансы бензин ҡойоғоҙ. Йәһәтләгеҙ, – ти ул.
– Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ. Тәүҙә моторҙы һүндерегеҙ.
– Мин уны һүндергәнмен. Инструктор ҡалтырай бит!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»