RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ

21.05.2011 ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ

Бында ғына һәр бер милләт гөлләмәһе икән илемдең

ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘБөгөн Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкиле бер туғандар кеүек тыныс тормошта йәшәй, алдарына бер маҡсат ҡуйып, тыуған республикабыҙҙың иҡтисадын үҫтереү өсөн фиҙакәр эшләй. Башҡор­тостанда йәшәгән халыҡтарҙың үткән тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү, милли мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереү, балаларға әсә телен өйрәтеү өсөн киң мөмкинлектәр асылған.
Республикабыҙҙа әлеге ваҡытта 775 башҡорт, 357 татар, 100 мари, 25 сыуаш, 22 удмурт мәктәбе эшләй. Уларҙан тыш, мәктәптәрҙә мордва, немец, украин, белорус, йәһүд, латыш, поляк, әрмән телдәре предмет булараҡ өйрәнелә. Баш ҡалабыҙ Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙың башҡа төбәктәрендә лә милли театр­ҙар, филармониялар, музейҙар эшләй, матбуғат баҫмалары донъя күрә. Юғары уҡыу йорттарында ла һәр милләт тигеҙ үҫешһен өсөн киң мөмкинлектәр булдырылған.
Бәс, шулай булғас, шөкөр итеп тыныс ҡына йәшәргә лә бит. Мәгәр, юҡ-юҡта беҙҙә лә, милләттәрҙе бер-береһенә һөсләтеп, ил-йорттағы һиллекте болартып, ҡылыс болғаусы сая әҙәм аҡтыҡтары табылып тора. Ләкин шуны оноторға ярамай: беркетелгән анттар боҙолһа, көтмәгәндә йәйәләге уҡтың ысҡынып китеүе лә ихтимал. Ул сағында инде, көт тә тор, ил өҫтөнә оло афәт ябырыласаҡ.
Был йәһәттән Себерҙә эшләгән ир-ат араһында милләткә ҡарата ундай күңел болғаныуҙары юҡ. Бында барыһы ла бер туған, бер йән – Башҡортостан улдары.
Бара һалғас, милләте буйынса мордва Николай Борщинды кәзекләйем: “Коля, һинең фамилияңды Борщев тип яҙһаң, рус булаһың инде, Борщенкоға әйләндерһәң, украин кешеһе тип уйлауҙары ихтимал“. ”Мин бит Башҡортос­тандан, тимәк, башҡорт булам”, – тип эләктереп ала минең шаяртҡанды тиҙ арала аңлап алған Николай Николаевич.
Бер кис шулай төрлө милләттәр араһында булған мөнәсәбәттәр тураһында бәхәс сығып киткәс, татар Руслан Сафин да төплө генә үҙ фекерен белдерҙе.
– Беҙ бит, егеттәр, барыбыҙ ҙа Башҡортостан вәкилдәре, шулай булғас, бер ғаилә кеүек татыу йәшәргә тейешбеҙ. Бигерәк тә үҙ илебеҙҙән ситтә бер йән һымаҡ булайыҡ. Етмәһә, быйылғы йылды республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда милләт-ара татыу­лыҡ йылы тип иғлан итте.
Уның һүҙҙәрен Айрат ағай Шайғәрҙәнов ҡеүәтләп ебәрҙе.
– Башҡортостанда эшһеҙлек был ҡәҙәре лә ҡурҡыныс төҫ алмаһа, предприятиелар элеккесә тотороҡло эшләһә, унда халыҡҡа осто-осҡа ялғарлыҡ ҡына хеҙмәт хаҡы ла түлән­һә, йәштәргә торлаҡ, балалар баҡсалары алыу буйынса уңайлы шарттар тыуҙырылһа, милләттәр араһында талаш-тартышҡа, ыҙғышҡа сәбәп булмаясаҡ бит ул, туғандар. ҡайҙа хәйерселек хөкөм һөрә, ҡайҙа коррупцияға, социаль ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйыла, шунда әҙәм балалары араһында ризаһыҙлыҡ тыуа. Ә бәғзе бер намыҫһыҙ бәндәләр, республикабыҙҙа йөҙәр йылдар буйы татыу ғаилә булып йәшәп килгән кешеләр араһын бутап, шул ризаһыҙлыҡтарҙы милли юҫыҡҡа борорға тырыша. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоуы еңел бит.
Беҙҙең төркөмдө Харасавейға ебәргәс, Башҡортостандың күп милләтле улдары бәлә килгәндә үҙҙәренең бер йоҙроҡ һымаҡ булыуын эштә раҫлаған.
Бованенковола эшләгән халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ. Ашханаға инһәң дә, башҡа ерҙә лә һыу буйы сиратҡа баҫырға тура килә. Мәҫәлән, бер төшкө аш ваҡытында ғына туҡланыу­сыларҙың хисабын алып ултырған ҡыҙ компьютерында 1500 – 1700 кешене теркәй. Иғтибар менән ҡарап торһаң, ашау өсөн теҙелгән сират ямғырҙан һуң ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан балдаҡлы селәүсенгә оҡшап китә. Йылы ямғырҙан һуң боҫ сығып, бәрхәт кеүек ҡабарып ятҡан еүеш ер өҫтөнән һуҙылып ҡына барған селәүсендең башы ҡыбырлай, был ваҡытта кәүҙә һелкенергә уйлап та бирмәй. Аҙаҡ әкрен генә кәүҙә хәрәкәтләнә башлай, ә ҡойроҡ был ваҡытта, көн йылыһына иҙрәп, тыныс ҡына ята бирә. Ниһайәт, тулҡын кәүҙәнең артҡы өлөшөнә килеп етеп, ҡойроҡ алға табан шыла башлағанда, баш, ҡайҙа барғанын онотоп булһа кәрәк, яңынан туҡтап ҡала. Һуңынан ошо уҡ хәрәкәттәр яңынан ҡабатлана.
Сиратҡа сиратһыҙ тығылғандар ҙа байтаҡ бында. Бигерәк тә ҡаф тауы артынан килгән ҡырлас танаулы әҙәмдәр үҙҙәрен ”текә“ тоторға тырыша. Бер көндө унлап дағстан һөмһөҙ рәүештә Башҡортостан егеттәре алдына килеп ингән. Быларҙың туҡал һыйыр кеүек ҡыланыуҙары беҙҙекеләргә оҡшамаған, әлбиттә. Егеттәрҙең араһынан кемдер ҡырлас танауҙарға шелтә белдергән. Тегеләр бит ундайға өйрәнмәгән, мыҫҡыллы һүҙҙәр менән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр баҡсаһына таш осорғандар. Быны ишеткән Башҡортостан арыҫландарының ҡандары ҡайнаған да киткән. Теге тәртипте белмәгән тәртипһеҙ бәндәләрҙе ашхананың фойеһына сығарып, үстәре ҡанғансы ҡабырғаларын һанағандар.
– Һеҙ нисәү инегеҙ һуң? – тип һорайым сыуаш егете Максимдан.
– Беҙ күп түгел, алтау ғына инек, – Максим бармаҡтарын бөкләп һанап китте. – Өс башҡорт егете, бер рус, бер татар һәм мин. Шул көндән башлап ашханала тәртип урынлашты. Сиратһыҙ тығылыусылар ҙа тынып ҡалды…

Булмаҫтайҙы болғатаһың, тип,бәлки, тағы кемдер йөҙ һытыр

Хәйер, русын да, татарын да, башҡортон да, сыуашын да милләт-ара мөнәсәбәткә ҡарағанда башҡа һорауҙар нығыраҡ борсой Ямалда. Ғаилә проблемаһы, балалар тәрбиәләү мәсьәләләре, республикабыҙҙағы эшһеҙлек... Һанай китһәң, ике ҡулдағы бармаҡтар ҙа етмәҫ, билләһи.
Күптән түгел, Ямалдан ҡайтып бер нисә көн үткәс, Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналынан билдәле әҙип Ринат Камалдың әңгәмәһен тыңлағайным. Яҙыусы, ғаиләлә ир балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙарҙың роле етмәй, тип борсолоу белдерә. Был хаҡта күптәр саң ҡаға һәм, минеңсә, бик тә урынлы. Ләкин республикабыҙҙа йәшәгән ир-аттың күпселек өлөшө ғаиләһенән айырылып, ярты ғүмерен ситтә үткәрергә мәжбүр була икән, балаларға нисек атай тәрбиәһе бирмәк кәрәк?!
Унан һуң Себергә, башҡа тараф­тар­ға эш һөймәҫтәр, ғәрип-ғөрәбәләр, шешә менән дуҫлашҡандар китмәй ҙә баһа. ҡулдарынан эш килгән “иң-иң”дәре китә ирҙәрҙең “оҙон аҡса” артынан. Вахтаның оҙонлоғо 30 – 45 көнгә, ҡайһы ваҡытта ярты йылға һуҙыла. Ошо тиклем ваҡыт эсендә атаһын күрмәгән бала, яҡын кешеһенең йөҙөн генә түгел, исемен дә онотоп бөтә. Ярай ҙа хеҙмәт вахтаһынан ҡайтҡан ғаилә башлығы, атайлыҡ бурысын үтәп, балаһын тәрбиәләү менән булһа. Күп осраҡта Себерҙән ялға ҡайтҡан ир-ат: “Мин ай буйы бил бөгөп эшләп, аҡса алып ҡайттым, ә хәҙер ял итәм. Мин бындай хөрмәткә лайыҡ!”– тип, сираттағы вахтаһына киткәнсе шешә төбөнән дә сыға алмай йөрөй торған.
Яңы формалашып килгән сабыйға матур-матур кейем, тәмле-тәмле ризыҡ, ялтлап торған уйынсыҡтар ғына етмәй. Быларға өҫтәп балаға ата-әсә иғтибары һәм һөйөүе лә мотлаҡ кәрәк. Атайҙары ғүмерҙәренең байтаҡ өлөшөн ситтә үткәргән тулы булмаған ғаиләләрҙә был иғтибар, һөйөү ҙә тулы булмайҙыр, моғайын. Ә артында яратҡан атаһының арҡа йылыһын, иңендә тынғыһыҙ хеҙмәттә һөйәлләнгән атай ҡулының һырын тойоп үҫмәгән баланың күңелендә мәңгелеккә төҙәлмәҫ йәрәхәт ҡала.
Ситтә йөрөгән ирҙәрҙең репродуктив һаулығы, йәғни бала таптырыуға булған ирлек һәләтлегенең кәмеүе лә йәмәғәтселекте күптән хафаға һала. Белгестәр фекеренсә, хәҙерге заманда ирҙәрҙе түлһеҙлеккә килтереүҙә, традицион сирҙәрҙән тыш, бөйөр, ашҡаҙан-эсәк, өҫкө тын юлдары ауырыуҙарының арта барыуы ла сәбәпсе булып тора. Ә Ямалда былар­ҙың барыһы ла бар. Сифатһыҙ һыу ҡулланыу арҡаһында бөйөр, ашҡаҙан сирҙәре көсәйә, кислород етешмәгәнлектән үпкә, тын алыу юлдары тарая. Унан һуң Ямалдан сама менән 500 саҡрымда ғына Карское диңгеҙе аша Яңы Ер утрауы урынлашҡан. Хәтерегеҙҙә булһа, 1961 йылдың 30 октябрендә, Мәскәү ваҡыты менән 11 сәғәт 32 минутта утрауҙың Митюши тигән урынында беренсе совет водород бомбаһын шартлаталар. Бомбаның ҡеүәте, тротил эквиваленты менән сағыштырғанда, 50 млн тонна тәшкил иткән. Шартлауҙан һуң уның һуғыу тулҡыны Ер шарын өс тапҡыр урап сыға. Ул ваҡытта Төньяҡ диңгеҙ юлы гидрометеохеҙмәте вәкиле булған Николай Бабич шулай тип хәтерләй:”Һынау уҙғарылғандан һуң байтаҡ йылдар үтһә лә, беҙ Карское диңгеҙендә урынлашҡан утрауҙарҙан нур сире менән яфаланған әллә күпме кешене Ҙур ергә оҙаттыҡ. Ә үлгән ҡоштар­ҙың, балыҡтарҙың, аҡ айыу­ҙарҙың иҫәбе-һаны булманы”.
Күптән түгел Японияның ”Фукусима” атом электр станцияһындағы фажиғәнән һуң Ямалда ла радиация фонының торошон тикшереү үткәрелә. Белгестәр фекеренсә, ул тейешле норманан артмай һәм сәғәтенә 13 микрорентген тәшкил итә. Рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, шулай. Ләкин бында оҙаҡ йылдар эшләгән кешеләрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалһаң, хәл бөтөнләй башҡаса. Радиация фонының юғары булыуы ла ирҙәрҙең репродуктив сәләмәтлегенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Ә Ямалда, башлыса, республикабыҙҙың де­мографик хәленә ыңғай импульс бирә торған 25 – 40 йәшлек ир-аттар эшләй ҙә инде.
Оҙаҡ ваҡыт енси ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй тороу ҙа ирҙәрҙең түлһеҙлегенә алып килә.
Ямалда эшләгән ир-атты һағалап торған зәхмәт шул ғынамы ни? Һанай китһәң, бында әҙәм балаһын аңдып торған бәлә-ҡазалар бихисап. Сорғот дәүләт университетының белгестәре үткәргән ғилми тикшеренеү һығымталарына күҙ һал­һаҡ, бында йәшәгән кешеләр организмы С, Д витаминдарына, йодҡа ҡытлыҡ кисерә. Шул сәбәпле тағы әллә күпме сир барлыҡҡа килә.
Ә төҙөлөштә күпме тән йәрәхәте ала ир-ат. Үлем осраҡтары ла байтаҡ. Ысынмылыр-бушмылыр, ләкин беҙ булған ҡыҫҡа ғына ваҡытта Бованен­ковонан ете-һигеҙ мәйетте вертолет менән Ҙур ергә оҙаттылар, тип һөйләнеләр. Рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, 2010 йылда төҙөлөш эштәрендә 93 тән йәрәхәте алыу осрағы булған. Был һан, 2009 йыл менән сағыштырғанда, өскә күберәк. Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, ысынбарлыҡ һәр ваҡытта ла рәсми сығанаҡтар менән тап килмәй.
Фажиғә осраҡтарының күп булыуын тәү сиратта эшкә алынған кешеләрҙең махсус әҙерлек үтмәүе менән аңлатырға була. ҡайһы бер әҙәмдәр һатып алын­ған танытма тотоп эшкә урынлашыуын-урынлаша, ләкин производстволағы ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә белмәй­ҙәр. Икенсенән, быныһы бөтөнләй ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ: Бованен­ковола ғәйәт ҙур төҙөлөш барыуға ҡарамаҫтан, ниндәй генә эшкә тотонһаң да, ҡоралдар етешмәй. Йә иһә булғандары ла төҙөк түгел. Иҙмә бутайым тиһәң, көрәгеңдең һабы һыныҡ, ҡаҙаҡ ҡағырға булһа, сүкеш юҡ, таҡта юныу өсөн балта таба алмай аҙапланаһың. Ә бит беҙҙең халыҡта, ир маҡтана, ҡорал эшләй, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Шәхси һаҡланыу саралары: башҡа кейеү өсөн каскалар­ҙың, күҙлектәр­ҙең, бейәләйҙәрҙең етмәүе ғәҙәти күренеш. Шуға ла бында эшкә килгән кешеләр барлыҡ кәрәк-яраҡты өйҙән ташый. Ошо кешеләр сит тарафтарҙа ыҙа сиккәнсе, көстәрен, белемдәрен, тәжрибәләрен үҙебеҙҙең тыуған республикабыҙҙың иҡтисады үҫешһен өсөн файҙаланһа, ҡайһылай отошло булыр ине.
Республика статистика идаралығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан нефтселәре ағымдағы йылдың тәүге өс айында 3,5 миллион кубометр ”ҡара алтын” сығарған. Был, уҙған йылдың ошо уҡ арауығы менән сағыштырғанда, 111 процент тәшкил итә. Шулай уҡ тәүге кварталда 114 миллион кубометр газ табылған. Быға ҡәҙәре, республикабыҙҙағы нефть ятҡылыҡтарының запасы ни бары 26 – 30 йылға ғына етә, тиҙәр ине. Хатта ҡайһы бер сығанаҡтар 19 йыл тураһында ла һүҙ йөрөттө. Ләкин Башҡортостан нефть ғилми-эҙләнеү производство институтынан алынған һуңғы мәғлүмәттәр киләсәгебеҙ ул ҡәҙәре үк ҡараңғы түгеллегенә ишаралай. Институт белгестәренең фекеренсә, Башҡортостанда яңы углеводород запастары байтаҡ.
Ғалимдарҙың фараздары дөрөҫлөгөн яңыраҡ Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалында эшләгән коллегалары ла раҫланы. Уларҙың алдан күҙаллауҙары буйынса, Түбәнге Пермь ятҡылығында 800 миллион тонна “ҡара алтын” запасы бар. Ошо төбәктә эшләгән Башҡортостан нефтселәре өсөн оло табыш был. Углеводород сеймалын үҙләштерә башлағанда, республикабыҙ иҡтисады яңы һулыш аласаҡ. Бер үк ваҡытта ғалимдар, заманса технологиялар ҡулланғанда, үҙебеҙҙең Башҡортостан биләмәләрендә лә 4 – 5 километр тәрәнлектә йәшеренгән нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн мөмкинлектәр барлығы тураһында әйтә. Ләкин уларҙы табыу һәм эшкәртеү өсөн ҙур ғына сығым талап ителә, ә бының өсөн республикабыҙҙа инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу зарур.
Тап ошо проблемаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күптән түгел Туймазы ҡалаһына һәм Октябрьскийға эш сәфәрендә күтәреп сыҡты ла инде. Ә унан алда, апрель аҙаҡтарында, республикабыҙ етәксеһе Өфөлә Бөйөк Британияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Джеймс МакГуайр менән осрашҡанда ла ошо мөһим мәсьәләне алғы планға һөргәйне. “Инвестициялар йәлеп итеү өсөн Башҡортостанда бер нисә эре проект әҙерләнгән, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы Джеймс әфәндегә. – Улар машиналар төҙөү, тау сәнәғәте, нефть эшкәртеү, нефть химияһы тармаҡтарында тормошҡа ашырыласаҡ.
Шулай уҡ алдыбыҙға ауыл хужалығын йәнләндереү маҡсатын да ҡуйып эшләйбеҙ. Бөгөн беҙҙең республиканың 40 процент халҡы ауылдарҙа йәшәй. Беҙ ауыл хужалығында эшһеҙлектең ниндәй ҙур ҡолас алғанын яҡшы аңлайбыҙ һәм ошо актуаль проблеманы яҡын арала ыңғай хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ ҙә инде”.
Республикабыҙ етәксеһенең әйткәндәре маҡтауға лайыҡ. Күренеп тора, ул Башҡортостандың киләсәге хаҡында уйлай, яңы предприятиелар төҙөү, эш урындары булдырыу, ябай кешеләрҙең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу тураһында хәстәрлек күрә. Был изге эштәрҙе тормошҡа ашырғанда бөгөн киң Рәсәй буйынса һибелгән меңәрләгән яҡташыбыҙ ҙа ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Матур башланғыстың аҙағы бергәләп тотонғанда ғына уңышлы барып сыға ул.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.


Өфө – Яңы Уренгой – Бованенково – Харасавей – Өфө.

Автор фотолары.

(Аҙағы. Башы 31, 33, 37-cе һандарҙа).










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»