RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ирҙәр өсөн талаш сыҡмағайы

09.04.2011 Ирҙәр өсөн талаш сыҡмағайы

йәки Рәсәйҙә ир-ат ниңә кәмегән?
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре билдәле булды. Ил халҡы кәмеүен дауам итә. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда 10,5 миллионға күберәк. Илдә 2002 йылда 67 миллион 605 мең ир-егет йәшәһә, 2010 йылдың көҙөнә улар 66 миллион 205 меңгә ҡалған (1,4 миллионға кәмегәндәр).
Башҡортостан халҡы үткән перепистән һуң 32 меңдән ашыуға кәмегән. 2002 йылда республика халҡы 4104,3 меңде тәшкил итһә, хәҙер инде 4072,1 мең кешегә ҡалғанбыҙ.
1959 йылдан һуң ҡарағанда ғына ла Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙарҙың күберәк булыуы күҙәтелә. Ул йылдағы перепись 1000 ир-егеткә 1235 гүзәл зат тура килеүен күрһәткән. 1970 йылда ҡатын-ҡыҙ дөйөм халыҡтың – 54, 1979 йылда – 53,8, 1989 йылда – 53, 2002 йылда 53,2 процентын тәшкил иткән. Һуңғы иҫәп алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре буйынса, әле республикала 1000 ир-егеткә 1158 ҡатын-ҡыҙ тура килә.
Ир-ат ниңә кәмей һуң? Улар иртә үлә, тигән фекерҙә белгестәр. Ә быға ни сәбәпсе? Күбеһенсә насар ғәҙәт, сир, бәхетһеҙ осраҡтар, производство йәрәхәттәре, үлтереү...

Асия УСМАНОВА, социаль хеҙмәткәр:
– 50 – 70-се йылдарҙағы перепистәрҙә ир-егеттәр әҙселекте тәшкил итте. Бөйөк Ватан һуғышы сәбәпсе булды быға. Артабан да үҫеш әллә ни күҙәтелмәне. Сөнки, ниндәй генә яман сир булмаһын, ниндәй генә насар ғәҙәт булмаһын, иң тәүҙә ир-ат биреште. Илдә уларҙың ғүмер оҙонлоғо ла бит уртаса 55 йәштән уҙмай. 80-се йылдарҙағы ғәләмәт шашып киткән эскелек көслө затты пенсия йәшенә етерҙән әллә күпме алда теге донъяға оҙатты. Тағы бер 40 – 50 йылдан ҡатын-ҡыҙ сәләмәт ир-ат эҙләп йонсормо икән? Аллам һаҡлаһын!

Динар ШӘРИПОВ, табип:
– Йөрәк сирлеләр араһында күбеһе – ирҙәр. Эскеселәрҙең күбеһе – ирҙәр, наркомандар – ирҙәр. Был нимә тураһында һөйләй? Ир-аттың бындай көсһөҙлөгө, проблемаларҙы алкоголь менән «хәл итеүе» арҡаһында хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа насар ғәҙәттәрҙе үҙләштереү буйынса улар менән ярыша.
Минеңсә, Рәсәй етәкселеге был проблемаға күҙ йомоп ҡарарға тейеш түгел. Беҙҙең илдең киң биләмәләре ситтәрҙе бик ҡыҙыҡһындыра. Баҫҡынсылар килә ҡалһа, ирҙәрҙең күбеһе ил яҡлауға яраҡһыҙ бит! Етмәһә, йәш быуындың сәләмәтлеге лә бик ҡыуандырмай. ҡыҫҡаһы, нисәмә иҫәп алыу һөҙөмтәләрен күрҙек, нисек кәмегәнебеҙҙе лә беләбеҙ, ә сара күрелмәй... Бына шуныһы аяныс.

Римма ТАБУЛДИНА, социология фәндәре кандидаты:
– Беҙҙә ир-аттың күбеһе сәләмәт тормош менән йәшәргә ынтылмағаны күренеп тора. Тәмәке тартыуҙы насар ғәҙәткә лә һанамайҙар. Ә ошо никотин ғына ла күпме сирҙең сәбәпсеһе?! Ир-ат бергә йыйылһа, башлыса, нимә эшләй? Шешә аса. Артабан барыһы ла аңлашылалыр. Минеңсә, ундайҙар сәләмәт тоҡом ҡалдырырға һәләтһеҙ.

Алмас РӘМИСОВ, эшсе:
– Һы, кәмегәнбеҙ, тиһегеҙ инде? Ә ниңә аптырарға? Был оҙаҡ йылдарға һуҙыласаҡ процесс. Бына, мәҫәлән, мин эшләгән предприятиеға ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алдылар. Тик тулыһынса ҡулланмайбыҙ – тейешенсә эшләтергә белгес юҡ. Һаман ҡул көсө талап ителә. Ауыр эштә эшләгән ир иртә үлмәй, нишләһен? Ә миллиондарса һум түләп алынған заман техникаһы саң йыйып ултыра.

Әйткәндәй
Федераль округтар буйынса һандарҙы сағыштырһаҡ, Үҙәк округта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәргә ҡарағанда 8,4 процентҡа күберәк булыуын күрәбеҙ. Төньяҡ-көнсығыш һәм Волга буйы федераль округтарында ирҙәр дөйөм халыҡтың 46,1 процентын тәшкил итә. Көньяҡ, Урал, Себер округтарында – 46,5 процент. Төньяҡ Кавказда был күрһәткес 47,3-кә тиң. Ә бына Алыҫ Көнсығышта айырма бәләкәй: барлыҡ халыҡтың 48,1 проценты – ир-егеттәр.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә