RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ ғәҙеллек даулай

08.03.2011 Халыҡ ғәҙеллек даулай

йәки Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй алырҙай көсөгөҙ булһа, депутатлыҡҡа ынтылығыҙ!
Юлдыбай ауыл советының 10 округына депутатлыҡҡа 32 кандидат күрһәтелһә, шуларҙың 6-һы Һынташ менән Воскресенское ауылдарында, ҡалғандары Юлдыбайҙың 8 округына тура килә. Әйтергә кәрәк, уларҙың береһен дә хеҙмәт коллективтары тәҡдим итмәгән. 8 кандидаттың һайлаусылар менән осрашыуға килмәйенсә битарафлыҡ күрһәтеүе үҙе үк ғаризаһын аңлы рәүештә яҙмауына ишара булып тойола.
Кандидаттар араһында билдәле фермер, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Харис Булатов, күренекле музыкант, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөфәр Сәйетов, Венер ҡоҙашев, Илнур ҡорбанғәлиев, Фәнирә Мостафина, Ғәли Абдуллин, Фидан Нурдәүләтов кеүек йәштәр­ҙең булыуы – ҡыуаныслы күренеш.
Осрашыуға килгән кандидаттар һайлаусыларҙы үҙҙәре менән таныштырып, үҙ алдарына ҡуйған маҡсаттарын еткерҙе. Айырыуса Ғәлиә ҡоҙашева, Наил Моталлапов, Муса Байназаров, Ғәли Абдуллин, Фәттәх Алсынов, Шәмсетдин Дәүләтсуриндың сығыштары күңелдәргә хуш килде һәм, иләктән имен-һау үтә алһалар, уларҙың изге теләктәренең алдағы көндәрҙә тормошҡа ашырылыуын ғына теләргә ҡала. Кандидаттар араһынан, «Депутат бер нәмә лә эшләй алмай» тип, мәғәнәһеҙ телмәр тотоп торған кешенең дә рәттән өсөнсөгә депутатлыҡҡа ынтылыуы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Һайлаусыларҙың күптәренең элекке депутаттарын белмәүе лә депутат корпусының нисек эшләүен күрһәтә, буғай. Кандидаттарға һорауҙарға яуап бирергә лә тура килде.
Теләк һәм наказдар тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашҡан Рушат Амантаев, Әхмәҙей Рафиҡов, Йәғәфәр Үтәшев, Рәйсә Рәмова, Салауат Юнысов, Хәмиҙә Юланова, Тәлғәт Атанов, Морат Иҫәндәүләтов һ.б. һуңғы йылдарҙағы хужаһыҙлыҡ һәм ғәҙелһеҙлеккә, булған кәмселектәргә туҡталды. Әйтәйек, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Р. Амантаев йәмәғәтселек һәм халыҡ менән бәйләнештең юҡлығын, хеҙмәт ветерандары Ә. Рафиҡов вокзал менән дауахананы тергеҙеү керәклеген, мулла Й. Үтәшев рух һәм дин мәсьәләләре, яңы мәсет төҙөү зарурлығы хаҡында һөйләне, бөгөнгө депутат С. Юнысов әлеге депутаттар корпусының насар эшләүен, сөнки лайыҡ депутатты башлыҡ итеп һайларға райондан рөхсәт ителмәүен тәнҡитләне, Х. Юланова ауылда хөкөм һөргән ғәҙелһеҙлек менән ҡара эштәргә әрнеүе һәм ауыл хакимиәтенә халыҡтың ышанысы юғалыуы, Р. Рәмова ауыл хакимиәтенең эше бармауына район етәкселегенең бармаҡ аша ғына ҡарауын, кирбес заводы төҙөп, байтаҡ кешегә эш урыны булдырыу теләге менән янып йөрөгән Т. Атановтың район етәкселегендә хуплау тапмай зарланыуы хаҡында һөйләне, ауыл балаларын хоккейға йәлеп итеп йөрөүсе фермер, Һынташ кандидаты М. Иҫәндәүләтов власҡа йәштәрҙең килергә тейешлеген күтәрҙе.
Уларҙың сығышында, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ауылда етешһеҙлектәрҙең иғтибарһыҙ ҡалыуы, эскелек, тәртипһеҙлек, енәйәтселек, эшһеҙлектең артыуы, халҡы мәнфәғәттәрен яҡлап, бөтәһен дә уйлап эшләргә тейешле хакимиәт башлығының, үҙен генә ҡайғыртып, дауаханаға күсеп урынлашыуы, шуға ҡарамаҫтан, үҙенең йылға яҡын бюллетендә ятыуы, ғөмүмән, ауыл советының абруйы юғалыуы телдән төшмәне һәм вокзал менән дауахананы яңынан асыу аныҡ һәм төп талап булып яңғыраны.
Әлбиттә, сығыштарҙан өҙөк йә эпизодтар ғына килтерергә мәжбүрмен. Әммә уларҙа ла ауылда килеп тыуған ошондай көсөргәнешле хәлгә, ғәҙелһеҙлеккә һәм төрлө боҙоҡлоҡтар­ға юл ҡуйылыуға хафаланыу, борсолоу һәм әсенеү ята.
Күптән түгел республикала үткән бер мөһим сарала Көньяҡ Урал райондарының инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе ҡарал­ғайны. Проблемалар Юлдыбайҙа ла саманан ашҡан. Ауыл йәмен ебәреп ултырған емерек өйҙәр, буран һәм ямғырҙа үтә алмаҫлыҡ урамдар, урамдарҙағы ҡараңғылыҡ, ватыҡ һәм һыуһыҙ колонкалар, көтөүлек, күпер­ҙәр, йыл һайын исемен үҙгәртеп тороу­ҙы төп шөғөлөнә әйләндергән совхоз һ.б.
«Демократия» тип һөйләргә яратабыҙ. Тик уны йыш ҡына үҙебеҙ үҡ боҙабыҙ, йәғни халыҡты һәм уның фекерен һанға һуҡмау күренеше сәскә ата. Әйтәйек, ауылда остоғо ла булмаған һәм эшмәкәрлеге күренмәгән бәғзе бер партияларҙың ниндәй сифаттары һәм ҡаҙаныштары өсөн Йылайырҙан тороп кандидаттар тәҡдим итеп ятыуы минһеҙ мине өйләндереү була түгелме? Тимәк, партияға таянып, власҡа үрмәләргә маташыусыларҙың кемдәр араһынан икәнлегенә лә баш ватырға урын ҡалмай. Йә булмаһа, ауылдың хеҙмәт коллективтары тәҡдим иткән һайлау комиссиялары ағзаларын үҙҙәренсә үҙгәртергә маташыу йыйылышта көслө бәхәс тыуҙырһа, уның сәбәбен аңлатырға маташҡан район вәкилдәре: төбәк һайлау комиссияһы сәркәтибе Г. Рәмованың да, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе – ауыл кураторы Ә. Айытҡоловтың да дәлилдәре йыйылыу­сыларҙы бер ҙә ҡәнәғәтләндермәне, киреһенсә, утҡа кәрәсин һибеү генә булды. Йыйылышты алып барыусы хакимиәт идарасыһы Һәҙиә Әлибаеваның, залдағыларҙың кәйефен күтәреп, тынысландырырға һәм ауыл данын һатмаҫҡа саҡырыуы ла һауала эленеп ҡалды…
Күренеүенсә, бөтә килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтарға ябай халыҡ түгел, ә вазифа биләүсе чиновниктарҙың ғәйепле булыуы асыҡланды. Уларға шештең ҡасан да булһа һытылыуы хаҡындағы ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған әйтемде онотмаҫҡа ине.
Халыҡтың күҙе асыла, кешеләр ғәҙеллек даулай һәм ялҡытҡан бысраҡ һайлауҙарға нөктә ҡуйылыуына, һайланасаҡ депутаттарға халыҡ мәнфәғәте һағында уңышлы һәм емешле эшмәкәрлек теләп, һәр кешенең үҙ урынында намыҫ менән көн итеүенә инана.

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә