RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)

26.08.2019 Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)

Йондоҙнамә (26 август -1 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Үкенескә күрә, ҡыйынлыҡтарһыҙ бул­маҫ һымаҡ. Төрлө мәсьәлә тыуып торор, уларҙы яйлап хәл итерһегеҙ. Кесе йомала ниндәйҙер сетерекле хәлде тиҙ генә сисә алырһығыҙ. Һөҙөмтәлә ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Төп эшегеҙҙә өҫтәмә бурыстар йөк­мәтерҙәр, моғайын. Уларҙы шул тиклем һәйбәт башҡарырһығыҙ, был хатта үҙегеҙ өсөн дә көтөлмәгәнсә булыр. Ғөмүмән, был арала күп кенә эшегеҙҙе тәртипкә килтерерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна барышында йондоҙҙар һаҡ һәм үтә иғтибарлы булырға ҡуша. Үҙ көсөгөҙгә артыҡ ышаныу ҙа зыян килтереүе ихтимал. Һеҙҙең тирәләге ваҡиғаларҙы аңлап, тейешле һығымта яһау ҙа бик мөһим.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Аралашыу файҙалы булырға оҡшай. Бәғзеләр өмөтлө тәҡдимдәр ҙә ишетер, бәлки. Кемдер икенсе эшкә күсеү тура­һында етди уйлана башлар. Был арала элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе лә еңел генә ялғап ебәрерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Төп эшегеҙҙә кемдер һеҙгә ниндәйҙер ғәйеп ябырға маташыр. Үҙегеҙҙе тулыһынса яҡлай алырһығыҙ, ләкин кәйефегеҙ оҙаҡҡа боҙолор, моғайын. Йомала ярҙам һораған кешене ситкә типмәгеҙ, аҙаҡ сауабын ҡайтарырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна һәйбәт башланып китер һәм шулай уҡ дауам итер. Тик эшегеҙҙең һөҙөмтәләре тулыһынса бер аҙ ваҡыт үткәс кенә беленер. Кеше менән уртаҡ тел табыу бөтә өлкәлә лә, шул иҫәптән шәхси тормошоғоҙҙа ла булышлыҡ итер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙгә йондоҙҙар ҡатмарлы көндәр вәғәҙә итә. Төп эшегеҙҙә тиҙ үҙгәреүсән ваҡиғалар ҡыйынлыҡтар тыуҙырыр. Был арала ҡайһы бер юғалтыу ҙа булыуы ихтимал. Бәғзеләр икенсе эшкә күсеү тураһында уйланыр. Һәр хәлдә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Осор өмөтлө осрашыуҙарға бай булмаҡсы. Улар кәйефегеҙҙе күтәреүгә булышлыҡ итер. Үткән ваҡиғаларҙы барлап, уларҙан фәһем алыу ҙа файҙалы булыр. Үҙегеҙгә ҡарата маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ. Тик уларҙың ысын йөрәктән булмауы ла бар.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Еңел генә күренгән мәсьәләләр ысынында хәл итә алмаҫлыҡ булыр. Ҡайһы ваҡыт икенсе кешеләр өсөн дә яуап бирергә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аҙна көсөргәнешле башланып китер. Ваҡиғалар барышы үтә тиҙләнер, кәйефегеҙ ҙә үҙгәреүсән булыр. Бындай саҡта бәғзеләрҙең яңылыш ҡарарҙар ҡабул итеүе бар. Кесе йомала ниндәйҙер икеле хәбәр ишетеүегеҙ мөмкин.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала әллә ни ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй һымаҡ. Һәр саҡтағыса, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә сумырһығыҙ. Яҡын­дағылар уларҙы бер-бер артлы тыуҙырып ҡына торор, моғайын. Кесе йомала нин­дәйҙер осрашыу булыуы ихтимал, ул һеҙҙә бер ниндәй ҙә ыңғай тәьҫорат тыуҙырмаҫ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Алда һеҙҙе өмөтлө осор көтә. Файҙалы осрашыуҙар, танышлыҡтар булыр. Йон­доҙҙар яңы таныштарығыҙ алдында артыҡ асылмаҫҡа ҡуша, араларында ышанысһыҙ кешеләр ҙә булыуы мөмкин. Йомала ишеткән тәнҡит һүҙ­ҙәренә иғтибар итмәгеҙ.



Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә