RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Диана матур булыу серҙәрен белә

16.08.2019 Диана матур булыу серҙәрен белә

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙен бөхтә итеп күргеһе килә, көн оҙоно матур һәм идеаль булып күренеү өсөн биҙәнә. Әлбиттә, ҡайһы берҙәренә сәсен тарап, ирененә буяу һөртөү ҙә етә. Шулай ҙа үҙен тулыһынса рәткә килтермәйенсә көҙгө алдынан китмәүселәр ҙә бар бит әле. Улар ҡаштарын, ирендәрен, күҙҙәрен буяуға әллә күпме ваҡыт бүлә. Ваҡытты экономиялау өсөн перманент макияж ысулы барлыҡҡа килде. Ул – буяу ярҙамында ҡашты, иренде, күҙҙе сағыу итеп күрһәтеү өсөн ҡулланылған косметик процедура. Бик оҙаҡҡа етә.

Салауатта йәшәүсе Диана Сөләй­мәнова – ана шундай макияж оҫтаһы. Күп кенә танышым уға татуажға йөрөй. Оҫтаның баш­ҡарған эшенә ҡарап һоҡла­ныусылар күп.

– Өйҙә тик кенә ултыра алмайым, балаларыма төрлө әйбер бәйләйем, кейемде лә үҙем тегәм. Тәүҙә косметик проце­дураға йөрөнөм, ҡыҙыҡһыныуым артты, аҙаҡ үҙем дә уҡып сығырға ҡарар иттем. Өйрәнеп, сертификат алыуға 30 мең һум тирәһе аҡса китте. Клиенттарҙы башта өйҙә ҡабул иттем. Аҙаҡ матурлыҡ салонында эшләй башланым. Интернет селтәрендә төркөм булдырып, эштәремде фотоға төшөрөп, шунда һалдым. Бер-береһенән күреп, миңә килеүсе гүзәл зат­тар ҙа артты. Эшем еңел түгел, көн оҙоно клиенттарҙы ҡабул итергә тура килә. Шулай ҙа был хеҙмәт табышлы. Айына 70 мең һум тирәһе килем алам, – ти һылыуҡай.

Диана Сөләймәнова макияж оҫтаһы булырмын тип, бәлки, уйламағандыр ҙа. Сөнки ул иҡтисадсыға уҡып сыҡҡан. Тик был һөнәр буйынса уға эшләргә тура килмәй. Хеҙмәт юлын ҡаланың заправкалау стан­цияһында башлай. Әле бала ҡарау буйынса ялда. Әлбиттә, матурлыҡ салондары, перманент макияж эшләүселәр ҡалала аҙым һайын тиерлек. Шулай ҙа Дианаға бер килгән кеше тағы ла уға яҙыла, таныштарына ла уны тәҡдим итә. Алтын ҡуллы белгес киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән йәшәй.

– Диана үҙ юлыңды, эшеңде табыу өсөн нимәләр кәрәк?
– Һәр нәмәне әсәй фатихаһы менән башлайым. Изге ке­шемдең доғаһы ярҙамында юлым уңа, эшем бойомға аша. Заманы шундай, ниндәй генә йүнәлеш һайлама, ныҡыш­малылыҡ, тырышлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо булырға тейеш. Шул саҡта ғына эшең уң булыр.

Йәштәр – беҙҙең киләсәк, тип күп һөйләйбеҙ, тик улар бөгөнгөбөҙ икәнлеген онотабыҙ. Эш урындары юҡлығы, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында егет-ҡыҙҙар тормошта үҙ урынын таба алмай. Шулай ҙа ауырлыҡтарға бирешмәй, үҙ эшен асып, килем алған Диана кеүек йәштәребеҙ күңелдә ғорурлыҡ уята.



Автор: Г. Йәмилева
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә