RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (17-23 июнь)

17.06.2019 Йондоҙнамә (17-23 июнь)


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт аҙна. Шишәмбелә ыңғай мәлдәр күбәйер. Тик сиген белегеҙ, улар оҙаҡҡа бармаҫ. Ҡайһы бер эшегеҙҙе ваҡытлыса ситкә ҡуйып, яңылары менән булышырға тура килер. Бер-бер артлы килеп тыуған мәсьәләләрҙе еңел хәл итерһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был көндәр бигүк уңышлы булмаһа ла, ниндәйҙер файҙалы эштәрҙе башҡара алырһығыҙ. Тик күпселек осраҡта ярҙам эҙләргә лә тура килер. Уйламаған сығымдар килеп сығыуы ихтимал. Аҡса менән бик һаҡ эш итегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала һеҙҙе һиҙелерлек уңыш көтә: ниндәйҙер ҙур эште тамамлай алырһығыҙ. Бәләкәй эштәрегеҙ ҙә яҡшы барыр. Шаршамбылағы икеле хәлдән шым ғына сығырһығыҙ. Бәғзеләр алда буласаҡ мөһим ваҡиғаларға әҙерләнә башлар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Күптәр өсөн аҙна бер аҙ икеле килә. Төрлө хәлгә осрарһығыҙ. Башта эштәрегеҙ арыу барыр, аҙаҡ туҡтаған һымаҡ күренер. Шаршамбыла көсөгөҙҙө юҡҡа әрәм итеүегеҙ ҙә бар. Яҡындарығыҙ ҙа мәшәҡәт өҫтәп торор.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала әллә ни ҙур эштәр ҡыйрата алмаҫһығыҙ. Ләкин осорҙан барыбер ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Файҙалы һөйлә­шеүҙәр, аралашыуҙар күбәйер. Башы­ғыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ҙә тыуыр. Уларҙың киләсәктә кәрәге тейер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Иң мөһим эштәрегеҙҙе аҙнаның тәүге яртыһында башҡарырға тырышығыҙ. Артабан ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә сумыр­һығыҙ. Уҙған ваҡиғаларҙан фәһем алһағыҙ, етди хаталар һеҙҙе урап үтәсәк. Был арала йүнһеҙ кешеләр менән дә аралашырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында тура һүҙлелегегеҙ һәр саҡ ҡамасаулағанын асыҡ тойорһоғоҙ. Айырым осраҡтарҙа хәл аңлашыл­маусан­лыҡҡа тиклем барып етер. Кесе йоманан һуң матди юғалтыуҙар ҙа кисереүегеҙ мөмкин. Эштәрегеҙҙе ашығыс рәүештә тәртипкә килте­рергә кәрәк булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшмәһәгеҙ ҙә, кире ваҡиғалар ҙа көтөлмәй. Иң мөһиме – барыһы ла һеҙ алдан уйлағанса барыр. Был арала һатып алынған әйбер һәм кейем мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ. Йомала ниндәйҙер килем алырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Иң мөһим мәсьәләләр менән булышырға форсат тейер. Яҡын килә­сәктә бындай уңайлы мәл көтөлмәй. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтер, кеше араһында абруйығыҙ күпкә артыр. Кесе йомала өмөтлө яңы танышлыҡтар булдырыуығыҙ ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Был арала һеҙгә ниндәйҙер бик яуаплы эш йөкмәтерҙәр. Уның йомғаҡтары киләсәгегеҙ өсөн бик мөһим буласаҡ. Ҡайһы бер өйрәнгән нәмәләрҙән ваҡытлыса баш тартырға ла тура килер. Шаршамбылағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрер.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна бер аҙ ҡатмарлы килер. Үҙгәреүсән ваҡиғаларға ҡарата үтә иғтибарлы булығыҙ. Кесе йомала һеҙҙең өсөн бик мөһим һөйләшеү булыр. Уға алдан әҙерләнһәгеҙ, яҡшы булыр ине.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Күптәр төп эшендә етди мәсьәләләргә осрар, моғайын. Ҡайһылары бөтөнләй хәл итә алмаҫлыҡ һымаҡ күренер. Ярҙам-кәңәш тә эҙләргә тура килер, бәлки. Ҡайһы бер ваҡ эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып торорға ла мәжбүр булырһығыҙ.






Автор: Өмөтбай
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә