RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (10-16 сентябрь)

10.09.2018 Йондоҙнамә (10-16 сентябрь)

Йондоҙнамә (10-16 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна барышында әүҙем аралашырға кәңәш ителә. Был арала дуҫ-иптәштәрегеҙҙең әһәмиәте күпкә артыр. Уларҙан ҡайһы бер файҙалы кәңәштәр ҙә ишетерһегеҙ. Элек боҙолған нин­дәйҙер мөнәсәбәттәрҙе лә тергеҙә алырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Дүшәмбелә бигүк ҡыуаныслы булмаған хәбәр ишетеүегеҙ мөмкин. Кемдер һеҙҙең турала юҡ-бар ғәйбәт тарата кеүек. Быға тыныс ҡарағыҙ, ул бер көнлөк ваҡиға ғына булыр һәм бик тиҙ онотолор. Артабан һеҙҙе һәйбәт көндәр көтә. Тик өйрәнелгән көн тәртибенән сыҡмағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡәҙимге аҙна. Таныш булған эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Һәр хәлдә өйрәнелгән ҡалыптарҙан тайпылмаҫҡа тырышығыҙ. Шаршамбы һәм кесе йома үтә уңышлы көтөлә. Кешеләрҙе артыҡ өмөтләндермәгеҙ. Сөнки ҡайһы саҡ мөмкинселектәрегеҙ сикләнгән булыуы ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала йондоҙҙар һеҙгә әүҙем эшмәкәрлек вәғәҙә итә. Мәл икеләнеүҙәр тураһында онотоп, иң мөһим эштәргә егелер өсөн уңайлы. Кесе йомала алдығыҙҙа ниндәйҙер етди ҡаршылыҡ ҡалҡып сығыр. Уны әлегә хәл итеү өсөн көсөгөҙ етмәүе лә бар.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башында аралашыуҙа ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Аҡса мәсьәләләрендә һаҡ эш итегеҙ. Был арала бурысҡа инеүҙән тыйылығыҙ. Йомала бер ҙә көтөлмәгән хәлгә юлығырһығыҙ. Хәйер, унан зыян күрмәҫһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе һәйбәт осор көтә. Иң ауыр, элек ҡул бармаған эштәрегеҙ ҙә уңышлы барыр. Тик шаршамбылағы ваҡиғаларға әҙер булмауығыҙ мөмкин. Эш иткәндә дуҫтарға, ышаныслы кешеләргә таянығыҙ. Улар өмөтлө кәңәш тә бирер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мәл тәнде һауыҡтырыу, күптәнге сирҙәрҙән ҡотолоу өсөн уңайлы. Мөмкинлек тапһағыҙ, элекке бурысығыҙҙы ҡайтарырға тырышығыҙ. Үҙегеҙ ҙә тормошоғоҙҙоң ыңғай яҡҡа үҙгәреүен асыҡ күрерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп һәйбәтләнер. Был арала аҡсаны таба ла, уны тейешенсә тотона ла алырһығыҙ. Кеше араһында абруйығыҙ ҙа артыр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күбәйер. Йомала һүҙегеҙ бигерәк тә үтемле булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында ҡайһы бер донъяуи мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын таба алырһығыҙ. Шаршамбыла кемдәндер файҙалы кәңәш тә ишетеүегеҙ ихтимал. Кесе йоманан әүҙемлегегеҙҙе кәметеүегеҙ дөрөҫ булыр. Яҡындағы маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәҫкә кәңәш ителә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Өйөгөҙҙә бигүк тыныс булмаҫҡа оҡшай. Яратҡан кешегеҙ менән дә уртаҡ тел табыу ҡыйынлашыр. Ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡараштарығыҙ ҡапма-ҡаршы булыуы ла мөмкин. Хәлдең үпкәләшеүгә тиклем етеүе лә бар. Йомала йондоҙҙар йортоғоҙҙо тәртиптә тоторға кәңәш итә.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна тыныс һәм өмөтлө башланыр. Шишәмбелә уйламағанда килем йәки бүләк алырһығыҙ. Яңы эшегеҙҙе әлегә кисектереп тороу дөрөҫ булыр. Шаршамбынан һуң донъяуи мәсьәләләр баҫа башлар. Теш ҡыҫып, уларҙы үҙегеҙгә хәл итергә тура килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һәйбәт осор. Бөтә эшегеҙ ҙә уңышлы барыр. Шаршамбыла ниндәйҙер мөһим эште тулыһынса тамамлай алырһығыҙ. Осраған ваҡ-төйәк ығы-зығы кәйефегеҙҙе төшөрә алмаҫ. Аҙна аҙағында күптән күрмәгән дуҫығыҙҙы ла осратырһығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»