RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (30 июль - 5 август)

30.07.2018 Йондоҙнамә (30 июль - 5 август)

Йондоҙнамә (30 июль - 5 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә ҡайһы бер ауырлыҡтарға осрар­һығыҙ кеүек. Уларҙың артыҡ тура бәрелеүегеҙ менән бәйле булыуы ла мөмкин. Йондоҙҙар үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоторға, ҙур һәм мөһим эштәр менән булышмаҫҡа кәңәш итә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала төп иғтибарығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтеү дөрөҫ булыр, моғайын. Осор тәнде һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Етди эштәрегеҙҙе бер аҙға ситкәрәк ҡуйып, көс-хәл йыйырға тырышығыҙ. Күңелегеҙ ҙә урынына ултырыр. Ярҙам һорағандарға мотлаҡ булышлыҡ итегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ҡайһы бер элекке йөкләмәнән ҡотола алырһығыҙ һымаҡ. Ләкин шундуҡ яңылары өҫтәлер. Шаршамбыла киләсәгегеҙ өсөн мөһим ваҡиғаны көтөгөҙ. Кеше аҡсаһы менән үтә һаҡ эш итеүегеҙ хәйерле.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Эш урынығыҙҙа ҡаршылыҡтар күбәйер. Маҡсаттарығыҙға өлгәшеү өсөн ҡайһы ваҡыт асыҡ көрәш алып барырға тура килер. Ҡәҙимге көн тәртибен боҙмайынса, эш менән ялды аралаштырырға ҡушыла.

Буға (21.04 – 21.05)
Шишәмбеләге кире ваҡиғаларҙы урап үтегеҙ. Был арала ҡайһы бер мөнәсәбәттәр һынау үтер һымаҡ. Араларҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыуығыҙ дөрөҫ булыр. Йомалағы хәлгә артыҡ борсолмағыҙ. Йоғонтоһо оҙаҡҡа бармаҫ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында өй-йорт тирәһенә иғтибар бирергә форсат тейер, бәлки. Хәйер, унда башҡараһы эштәр ҙә күбәйеп китте кеүек. Башҡа кешеләрҙең йомоштарын үтәргә тура килер. Ниндәйҙер күптән теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкинлек табырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна тыныс үтер. Тик шаршамбының тәүге яртыһында ғына көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыуы ихтимал. Тәжрибәле дуҫтарығыҙҙың кәңәштәрен тыңлағыҙ – уларҙан һәр саҡ аҡыллы фекер ишетерһегеҙ. Аҙна аҙағында үҙегеҙ өсөн ниндәй­ҙер файҙалы һығымта яһарһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡайһы бер донъяуи мәсьәләләрҙе яйға һалыр өсөн көс һәм өҫтәмә сығым талап ителер. Кесе йомала һеҙҙе өмөтләндергән кешенең һүҙендә тормауы ла бар. Йондоҙҙар был арала бар тырышлығығыҙҙы төп маҡсатығыҙға йүнәлтергә кәңәш итә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт аҙна. Һаулығығыҙ һәм кәйефегеҙ юғары кимәлдә буласаҡ. Кеше араһында артығын һөйләмәгеҙ, эргәгеҙҙә ышанысһыҙ кешеләр күбәйеп киткән кеүек. Кесе йомала күптән көткән хәбәр килеп етер, унан үҙегеҙгә файҙа сығара алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Яратҡан кешегеҙ менән булған мөнәсәбәт туранан-тура кәйефегеҙ менән бәйле булыр, моғайын. Уны һаҡлай алырһығыҙ һымаҡ. Шаршамбыла аҡса йәки бүләк алырһығыҙ. Тап ошо арала ниндәйҙер күптәнге бурыстан да ҡото­лорһоғоҙ. Күңелегеҙҙән таш төшкән кеүек булыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Төп эшегеҙҙә уяулыҡ тураһында онотмағыҙ. Ниндәйҙер етди үҙгәрештәр булыуы мөмкин, уларға әҙерләнегеҙ. Етәкселәрҙән дә өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Көс-тәжрибәгеҙ иң ҡатмарлы эштәргә лә етергә тейеш. Тырышлығығыҙ мотлаҡ тейешенсә баһаланыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бөтә эшегеҙ ҙә һәйбәт барыр. Өйөгөҙҙә лә, төп эшегеҙҙә лә тәртип урынлаштырыуға өлгәшер­һегеҙ. Насар уйҙар, кәрәкмәгән хәтирәләрҙән еңел ҡотолорһоғоҙ. Шишәмбе һәм шаршамбыла аҡса менән бәйле мәсьәләләр яҡшы хәл ителер. Шәхси өлкәлә ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»