RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Шүлгәнташ" - Рәсәйҙәге иң уникаль ҡурсаулыҡ

07.11.2017 "Шүлгәнташ" - Рәсәйҙәге иң уникаль ҡурсаулыҡ

"Шүлгәнташ" - Рәсәйҙәге иң уникаль ҡурсаулыҡҠурсаулыҡтар эшендә оҙаҡ йылдар етәкселек дилбегәһен тотҡан кешеләр бик һирәк. Үҙенең тормошон тәбиғәтте һаҡлау эшенән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған, кешенең хужалыҡ итеү эшмәкәрлегенән зыян күргән еренең матурлығы тейелгеһеҙ һаҡланһын өсөн бар булмышын фиҙакәр хеҙмәт итеүгә арнаған урман һаҡсылары исемлегенә «Шүлгәнташ» тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы директоры Михаил Николаевич Косаревтың исемен дә индерергә була. 25 йыл инде ҡурсаулыҡҡа етәкселек итә ул.
Түбәндәге мәҡәләлә ул үҙенең һөнәренең нескәлектәре менән бүлешә, ҡурсаулыҡты үҫтереү юлдарын үҙенсә күреүен бәйән итә, өлгәшелгән уңыштары хаҡында һөйләй.

Мин – ҡурсаулыҡ кешеһемен
38 йыллыҡ хеҙмәт стажымдың биш айы ғына ҡурсаулыҡ менән бәйле булмаған. Йошкар-Олала Мари политехник институтының урман хужалығы факультетын тамамлап, Кананикольск урман хужалығының Бөрйән районындағы Ырғыҙлы филиалында лесничий булып эш башланым. Әрме хеҙмәтенә китер алдынан ғына Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына лесничий ярҙамсыһы булып эшкә инеп ҡалдым, шунан алып ошо тәбиғәтте һаҡлау эшендәмен. Шуға ла үҙемде тулы мәғәнәһендә «бер ауыл һәм бер ҡурсаулыҡ кешеһе» тип әйтә алам. Илдәге йөҙҙән ашыу ҡурсаулыҡ араһында уникаль булғандары бик һирәк. Уралдағы 28 федераль ҡурсаулыҡ араһында «Шүлгәнташ» үҙенең тотороҡло эшләүе, ғилми ҡаҙаныштарға өлгәшеүе менән исемен ғорур йөрөтә. Беҙҙең маҡсатыбыҙ – тәбиғәтте һаҡлау эшен алып барыу менән Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм «Бөр­йән­кәй» бал ҡортон өйрәнеү һәм һаҡлау.

Эшеңде яратһаң һәм яҡшы белһәң генә
Етәксе кеше үҙ эшен яҡшы белергә тейеш. Бал ҡорттарын өйрәнеү эшенән бер ҡасан да тайпылманым. Ҡурсаулыҡта солоҡсолар, умартасылар менән тығыҙ аралаштым. Ошонда ғилми бүлек ойошторҙом. Директор роленә үҙ эшенең нескәлектәрен яҡшы белгән хеҙмәткәр булараҡ килдем. Бындағы умарталыҡтарҙа күп һанлы производство экспертизалары үткәрелде. Йы­йылған материалды эшкәртеп, үҙемде фән өлкәһендә лә һынап ҡарарға булдым – 2000 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын да яҡланым. Был йүнәлештә эшләгән ойошма булғас, директор үҙе лә ошо өлкәлә етди белгес булырға тейештер, тип иҫәпләйем. Етәксе, тәү сиратта, үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәрен хөрмәт итергә тейеш. Төрлө уйлы, төрлө ҡарашлы, ҡушылғанды үтәргә теләмәгән, эшеңә аяҡ салыусылар ҙа була. Уларҙы мин, яҙмыш бүләге, тормошомда һабаҡ биреүселәр, тип ҡабул итәм. Аҡса сире менән ауырығандарҙан, тиҙ эшләп, еңел генә байырға теләүсе намыҫһыҙ әҙәмдәрҙән алыҫ йөрөргә кәрәк. Уларҙың урыны ҡурсаулыҡта түгел, башҡа өлкәлә. Беҙҙең эштә миллионер ҙа булмайһың, астан да үлмәйһең.

«Бөрйәнкәй» – республика бренды
Бөрйән солоҡ бал ҡорто «Бөр­йәнкәй»ҙе, донъялағы абориген попу­ляцияны, һаҡлау – ҡурсаулыҡ эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше. Был нәҙекәйбилдәр һыуыҡ­ҡа сыҙам, эшкә һәләтле, егәрле, йүкәнән әүҙем бал йыялар. Ҡур­саулыҡ биләмәһендә тәбиғи шарттарҙа солоҡта һәм умарталарҙа йәшәйҙәр. Бер ҡорт ғаиләһенән 1 – 9 кг бал алырға була. Солоҡсолоҡ айырыуса Бөр­йәндә һаҡланып ҡалған. Ул һөнәр ҙә, кәсеп тә түгел, ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ, хатта бер сәнғәт. Уға ысын күңелдән хеҙмәт итергә кәрәк. Был кәсеп башҡорттарҙың генетик хәтеренә һалынған, тип нарыҡлаһаҡ та, хата булмаҫ. Бөрйәндә тоҡом-тоҡом данлыҡлы солоҡсолар йәшәүе лә шуға дәлил. Бөрйән балын, солоҡ балын беҙ ниндәйҙер бренд кимәленә күтәрә алдыҡ. Беҙҙең ҡурсаулыҡ солоҡ балын һата башлағас, хәҙер уға хаҡ та күтәрелде. Балауыҙ, сәскә һеркәһе, прополистан торған, төрлө микроэлементҡа бай солоҡ балы көҙгөһөн генә өлгөрә. Уның файҙалы булыуын белгәндәр гел һатып ала.
Бөрйән районы – солоҡ бал ҡортоноң генетик ярымутрауы. Гено­фондтың ер йөҙөнән юғалыуына, башҡа бал ҡорттары менән ҡушылыуына юл ҡуйырға ярамай. Әле беҙ был бал ҡорттарының селекцияһы менән шөғөлләнә башланыҡ. Иң сифатлы бал йыйыу өсөн урмандарыбыҙҙа йүкә лә етерлек. Бөрйән солоҡ бал ҡорттары Рәсәйҙең Селекция ҡаҙаныштарын тикшереү һәм һаҡлау комиссияһында уңышлы экспертиза үтте. Быйыл халыҡ бал ҡорттарының насар ҡышлауына, күстәрҙең үлеүенә борсолоу белдер­ҙе. Уларҙың ниндәйҙер вирустан үлеүенә бер ниндәй ҙә дәлилдәр юҡ. Беҙҙәге ҡорттарҙы өс йыл рәттән Мәскәүҙең Ветеринария-медицина академияһы ғалимы килеп тикшерҙе. Бер ниндәй ҙә вирус тапманы. Ә бына ҡорттарҙың күстәре менән ояларын ташлап китеүе уйға һала. Сәбәптәре бөтөнләй билдәһеҙ. Был донъяуи мәсьәләгә әүерелеп бара. Ҡорттарға ҡаршы дарыуҙар ҙа ҡулланмайбыҙ, эргәлә ашламалар менән эшкәртелгән баҫыуҙар ҙа юҡ, умарта ла көслө, юҡ инде, көҙгә оялары бушай ҙа ҡала. Ауыл хужалығында академик фән менән шөғөлләнергә теләүселәр юҡ. Бәлки, сәбәптәре лә асыҡланып, саралар күрелер ине лә бит…

Туризм кәрәкме?
Ҡурсаулыҡта туризмды үҫтерергә кәрәк, тик рекрацион маҡсатта бәләкәй генә өлөшөндә. Шүлгәнташ мәмерйәһе лә үҙендә палеолит осорондағы һүрәттәр һаҡланыуы менән туристарға сәйәхәт ҡылыу һәм ғалимдарға тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн уникаль объектҡа әйләнде. 1959 йылда табылған һүрәттәр Көнсығыш Европала иң боронғоларҙан һанала. Һуңғы йылдарҙағы тәжрибә шуны күрһәтә: экологик туризм миф түгел, ә беҙҙең киләсәк эше. Ҡурсаулыҡты үҙебеҙҙең музей-экскурсия комплексы, ундағы мәмерйә, бал ҡорто музейы, туристик туҡталҡалар, комплекслы маршруттар селтәре үҫтерә. Кешеләр тейелгеһеҙ һаҡланылған хозур тәбиғәттә ял итергә күпләп килә. Улар өсөн ҡунаҡ йорттары ла төҙөгәнбеҙ, сувенирҙар эшләтеп тә һатабыҙ. Музей-экскурсия комплексы мәмерйәгә антропоген йоғонтоно кәметеүгә лә булышлыҡ итә. Былтырғы йәйҙә, көндәр ҡояшлы торғас, 40 мең кеше килде, ҡышҡыһын 600 – 700 кеше була. Июлдә генә тәүлегенә мәмерйәне 1200 кеше ҡарап сыға. Быйыл ямғыр яуғас, туристар һаны өс мәртәбәгә кәмене. Әммә бының менән маҡтанырға ла ярамай, туризмдың үҫеүе мәмерйәнең һәм уның тирә-яғының деградацияһына ла килтереүе ихтимал. Экологик туризмда ла сама булырға тейеш.

Ҡурсаулыҡҡа тынлыҡ кәрәк
Ҡурсаулыҡтағы закон боҙоуҙар биләмәгә рөхсәтһеҙ үтеп инеү менән бәйле. Эре браконьерлыҡ – айыуға, мышыға ҡапҡан ҡороу, улар­ҙы атып алыу осраҡтары булғаны юҡ тиерлек. Әммә бәғзе берәүҙәр айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәһенә үҙ белдеге менән инеп, ял ойоштороп йөрөргә тартынмай. Хәлле, «текә» егеттәр ҡаргиҙәрҙә, квадроциклдарҙа килә лә, беҙҙең маршруттарҙа сәйәхәт итеп, ҡеүәтле автомобилдәре, квадроциклдары менән юлдарыбыҙҙы емереп, яландарҙы тапап, йөрөп сыға. Хатта видеояҙмаларын интернетҡа һалыр­ға ла тартынмайҙар. Быйыл шундайҙарға ҡарата енәйәт эше лә асылды. Саҡ ҡына һиҙгерлекте юғалт, саҡырылмаған «ҡунаҡтар» килеүен көт тә тор. Ундайҙарҙы ваҡытында асыҡлау өсөн һаҡ хеҙмәте – инспекторҙарыбыҙ ҙа, техникабыҙ ҙа етерлек. Өс көн һайын биләмәләребеҙҙе тикшереп торабыҙ. Фотовидеоло­вуш­калар ҡуйып сығыу ҙа эшебеҙҙе еңеләйтә. Ҡурсаулыҡ бит тынлыҡ ярата, уның биләмәләренә рөх­сәтһеҙ инеү бөтөнләй тыйыла.

Данлыҡлы мәмерйә ЮНЕСКО исемлегенә инәсәкме?
Минең уйымса, Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеүе икеле. Беҙ 20 йыл элек был исемлеккә мәҙәни ҡомартҡыны тәҡдим иткәс, ЮНЕСКО эксперттары ҡурсаулыҡтың эше менән танышырға килеп ҡайтты. Улар, һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы «Мәҙәни ландшафт» номинацияһы буйынса исемлеккә инеү, тип тәҡдим итә. Боронғо кешеләр­ҙең ташҡа төшөрөлгән һүрәттәре менән донъяны таң ҡалдырып булмай. Мәмерйәлә тәүтормош кешеләре төшөргән һүрәттәр башҡа илдәрҙә лә бар. Ә бына солоҡсолоҡ – донъяла, ысынлап та, бик уникаль күренеш, һәм ул бер илдә лә ҡабатланмай.

Айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләренә лә хәүеф янай

Һуңғы йылдарҙа бер-береһенә яҡын урынлашҡан айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләрен бер дирекцияға берләштереү бара. Элемтә бәйләнеше өсөн яҡшы шарттар булдырылғанда, сифатлы юлдар һалынғанда, бында идаралыҡ эшен еңел генә алып барырға ла мөмкин кеүек. Элек ниндәйҙер биләмәлә төрлө сәбәп арҡаһында етәкселек итеү насар ойошторолғанда ошондай сараға киләләр ине. Минеңсә, оптимиллаштырыуға һылтанып, ҡурсаулыҡтарҙы, милли парктарҙы, заказниктарҙы берләштереү яҡшыға түгел. Беҙҙең «Шүлгәнташ» – үҙенсәлекле ҡурсаулыҡ, һаҡланылырға тейешле уникаль объекттар етәкселектең үтә лә юғары иғтибарын талап итә. Берләштереү ҙур хата буласаҡ, ошоға тиклем өлгәшкән эшебеҙ юҡҡа сығасаҡ. Бының булыуын бөтөнләй теләмәйем. Беҙҙең ҡурсаулыҡ ойошторолғанға тиклем, ул Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел филиалы ине. Айырылып сығып, үҙ аллы йәшәй башлағас ҡына ныҡлап аяҡҡа баҫтыҡ.

Киләсәкте уйлап
БР Мәҙәниәт министрлығы беҙгә мәмерйәне мониторинглау өсөн 5 млн һум аҡса бүлгәйне. Был йүнәлештә бик күп күләмле эш башҡарылды. Ҡалған ҡорамалдарҙы алып бөтөп, урынлаштырырға ғына ҡалды, яңыларын да һатып алырға ине. Үҙебеҙҙең ғилми-етештереү үҙәгендә ғалимдар төркөмө булдырып, мәмерйәне өйрәнеү йүнәлешендә эш алып барылһа, яҡшы булыр ине, тип уйлайым. Автоматик мониторинг системаһы үҙен аҡлай торған алым, экскурсиялар мәмерйәнең микроклиматына ныҡ йоғонто яһауын, эстәге һауаның нисек үҙгәреүен, дымлылыҡты, радиоактивлыҡ кимәлен билдәләү, газ бүленеүенең нисек барыуын күҙәтеп барыу мөмкинлеге бирәсәк. Әлегә беҙҙә Мәскәү, Санкт-Петербург ғалимдары эшләй. Киләсәктә музей-экскурсия комплексында «Урал батыр» эпосы буйынса һигеҙ майҙансыҡ эшләргә, ял итеү майҙансыҡтарын төҙөкләндерергә, Ғәлиәкбәр ауылынан Кәшәләгә тиклем Нөгөш йылғаһы буйлап туҡталҡалар эшләргә ниәтләйбеҙ. Ҡурсаулыҡтар – тәбиғәтте һаҡлауҙы ойоштороуҙың иң юғары формаһы. Шуға ла үҙ биләмәләребеҙҙе аҙ ғына булһа ла киңәйтеүгә өлгәшә алырбыҙ, тигән өмөт менән йәшәйем.
Беҙгә еңел булмаған миссия – хәүефһеҙ юлдар менән Ерҙең бәләкәй генә өлөшөн, тейелгеһеҙ биҙәген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Тәбиғәтте еңеп барған кешелек уның эталондарын күрә алһын, бер мәлгә генә туҡтап, киләсәк хаҡында аҙ ғына булһа ла уйланһын өсөн ошо һөнәребеҙгә тоғро ҡалабыҙ.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»