RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (30 октябрь - 5 ноябрь)

30.10.2017 Йондоҙнамә (30 октябрь - 5 ноябрь)

Йондоҙнамә (30 октябрь - 5 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны бик әүҙем башлап ебәрерһегеҙ. Ләкин төрлө сәбәп арҡаһында дөйөм хәлегеҙ тиҙҙән үҙгәрәсәк. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ваҡытында бөтөрә алмай, кисектереп торорға мәжбүр булырһығыҙ, моғайын. Өйөгөҙҙәге кәрәкмәгән әйберҙәрҙән мөмкин тиклем ҡотолоғоҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала аҡсағыҙҙы йәлләмәҫкә ҡушыла. Ни тиклем күберәк хәйер-саҙаҡа, матди ярҙам таратһағыҙ, сауабы икеләтә артып ҡайтыр. Кесе йомала бик өмөтлө һөйләшеү булыуы ихтимал. Ул һеҙҙең киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Өйҙәгеләр ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр өҫтәп торор. Шулай ҙа осор ғаилә ағзалары менән араны яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Шаршамбынан һуң төп эшегеҙҙәге хәлдәргә сумырға тура килер. Ғөмүмән, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бирелгән мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланһағыҙ, күпкә өлгәшерһегеҙ. Тик ҡайһы саҡта тейешле юлдан тайпылып, көс-ваҡытығыҙҙы юҡҡа сарыф итеүҙән һаҡланығыҙ. Кемдер элек әйткән һүҙегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөр.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала үҙ көсөгөҙгә тулыһынса ышаныуығыҙ бик мөһим. Юҡ-бар хәбәрҙәргә ҡолаҡ һалмағыҙ. Юғиһә үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла бутарһығыҙ. Шаршамбыла йондоҙҙар ҡиммәтле әйбер һатып алырға кәңәш итмәй.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Иң етди эшегеҙҙе башҡарыу өсөн шишәмбене һайлауығыҙ дөрөҫ булыр. Шулай ҙа ҡаршылыҡтар ҙа күбәйер. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө танышыу көтә. Был арала элек боҙолған аралар еңел генә яйланыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында ҡайһы бер һәләттәрегеҙҙе күрһәтә алырһығыҙ. Был бигерәк тә шишәмбе һәм шаршамбыла беленер. Кесе йомалағы һөйләшеү өмөтлө булмаҡсы. Был арала ярҙам һорағандарҙы ситкә типмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был көндәрҙә йондоҙҙар һаҡ эш итергә саҡыра. Әлегә етди аҙымдар яһарға уңайлы ваҡыт етмәгән. Матди хәлегеҙ ҙә бигүк тотороҡло түгел һымаҡ. Бер аҙ түҙегеҙ. Кесе йомала уйламағанда өҫтәмә мәшәҡәттәр өйөлөр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Күптәр был арала шәхси мөнәсәбәттәрен яҡшыртыр. Яҡшы кәйефегеҙ эшегеҙгә ыңғай булышлыҡ итер. Бәғзеләр яңы белем алыуға ынтылыш яһар һымаҡ. Йыш ҡына бик тиҙ эш итергә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башында күберәк эске тауышығыҙға ышанығыҙ. Шулай итһәгеҙ, ҡайһы бер күптәнге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын табырһығыҙ, бәлки. Йомала хәлегеҙ бик үҙгәреүсән булмаҡсы, үҙегеҙҙе ышаныслы тотоғоҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һәйбәт осор. Әгәр үҙегеҙгә маҡсаттарҙы дөрөҫ ҡуя алһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Һеҙ ихтирам иткән кешеләр менән арағыҙ һәйбәтләнер. Был арала йондоҙҙар өйөгөҙҙә ремонт яһамаҫҡа, иҙән йыумаҫҡа, әйберҙәрҙе урынынан ҡуҙғатмаҫҡа ҡуша.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ғаилә тормошонда ҡайһы бер ыңғай ваҡиғалар булыр. Төп эшегеҙҙә шишәмбе һәм шаршамбы ҡатмарлыраҡ көтөлә. Һәр хәлдә, һыналған ысулдарға таяныуығыҙ дөрөҫ булмауы ла ихтимал.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә