RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡара ҡайғыбыҙ һин беҙҙең, Чернобыль... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

25.04.2016 Ҡара ҡайғыбыҙ һин беҙҙең, Чернобыль... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Ҡара ҡайғыбыҙ һин беҙҙең, Чернобыль... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)26 апрелдә бар донъя ысын мәғәнәлә ҡара датаны билдәләйәсәк. 30 йыл элек, 1986 йылдың тап ошо көнөндә Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай.

Был һәләкәт тураһында күп һөйләргә була. Уның барлыҡҡа килеү версиялары ла байтаҡ – ғилми-фантастик күҙлектән башлап блокта булыусыларҙың биргән рәсми аңлатмаларына тиклем. Чернобыль. “Черная быль, черная боль” – исеме ҡурҡыныс яңғыраған, ләкин тәбиғәттең бик матур урынында, Украинаның Полесьеһында, Припять йылғаһы буйында атом сәнәғәте предприятиеһы төҙөү үҙе ҙур хата булып тора.
Христиандарҙың изге китабы Библияла Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә булыуы алдан иҫкәртелгән. Мистика тип уйларһығыҙ. Ләкин бына дәлил – дини китаптың өлөшө – Новый Заветта “Откровение Иоанна Богослова” тигән йыйынтыҡ бар. Унда ошо юлдар яҙылған:
“Третий Ангел вострубил, и упала с неба большая звезда, горящая подобно светильнику, и пала на третью часть рек и на источники вод. Имя сей звезде “полынь”; и третья часть вод сделалась полынью, и многие из людей умерли от вод, потому что они стали горьки” (Откровение св. Иоанна Богослова, 8).
Йыйынтыҡ икенсе төрлө “Апокалипсис” тип тә йөрөтөлә. Исеме үк дәһшәтте, тамуҡты аңлатҡан китапта кешеләрҙең иңенә төшәсәк һынауҙар тураһында яҙылған. Ә ЧАЭС менән нимә бәйләйме? Текста яҙылғанса, “Полынь йондоҙо” әремде аңлата. Ә әрем үләне русса “полынь”, ҡайһы бер төбәктәрҙә һәм Украинала уны шулай уҡ “чернобыль, чернобыльник” тип йөрөтәләр. “Источники вод” – Припять йылғаһы, станция шуның тамағында урынлашҡан.
Күрәҙәсе Нострадамус та үҙенең шиғырында Чернобыль тураһында яҙған, тип баралар:
“Хвост страшной кометы заденет Землю.
Люди, теряющие волосы, кожу и глаза,
Стремятся в безумном страхе из недр
Борисфена”.
“Многие будут ждать пришествия ангелов
с неба,
А придут не ангелы, а чёрные тучи”.
“Придёт комета на Землю,
Звезду Откровения неся на хвосте,
И воспылает Земля страшным огнём,
И тёмный ангел ударит в Хранилище
Святости,
Словно ад изыдет из Четвёртых Врат!”.

“Звезда Откровения” – “полынь” йәки, украинса, чернобыль. Борисфен – Днепр йыл­ғаһының боронғо исеме. Комета – Галлей кометаһы. Ул Ер шарына 1986 йылдың апрелендә яҡынлашҡан һәм теүәл ике аҙнанан 4-се энергоблок шартлаған.
Радиоактив бысраныу, Украина, Белорус­сия һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бар Европа илдәренә лә хәүеф менән янай. Шуға күрә лә фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. АЭС, атомсылар ҡалаһы Припять менән Чернобыль ҡасабаһын уртала ҡалдырып, 30 саҡрымлыҡ ситләтелеү зонаһы (ЧЗО) барлыҡҡа килә, ул сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратыла. Радиация менән зарарланған башҡа ерҙәрҙән кешеләр тиҙ арала ситкә күсерелә. Был ваҡиғанан һуң утыҙ йыл ваҡыт үтте. Ҡеүәтле дәүләт – Советтар Союзы юҡҡа сыҡты, төрлө реформа илебеҙҙе дер һелкетте, донъяла ла тарихта ҡалырлыҡ ваҡиғалар булып торҙо.
Ләкин, атом сәнәғәте ышаныслы ҡулдарҙа, тигән уй 2011 йылдың март айындағы Япониялағы ер тетрәү һәм цунами менән бергә юҡҡа сыҡты. “Фукусима” АЭС-ы фажиғәһе Чернобылде ҡабатланы. Бар донъя­ны радиациянан ҡурҡыу – радиофобия биләне.
Беҙ, кешеләр, был ике фажиғәнән етди һабаҡ алырға бурыслы. Кеше бар тәбиғәткә хужа була алмай, уның байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, Чернобыль фажиғәһе беҙҙең күңелдәрҙе әрнетәсәк, бер ҡасан да тынмаған хәүеф булып торасаҡ. Радиоактив матдәләр үҙенең зарарлы тәьҫирен меңдәрсә йыл һаҡлай. Шуға күрә лә, Чернобыль АЭС-ындағы шартлау, уға тиклем булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” берекмәһе һәләкәте тарихта ғына ҡалды, хәҙерге тормошта булмаясаҡ, тип бер ҙә әйтә алмайбыҙ. Кешеләргә 26 апрелдә һәм башҡа ваҡытта ла атом ҡорбандарын иҫләргә, Чернобыль фажиғәһе бер ҡасан да ҡабатланмаһын, тип йәшәргә кәрәк.

Реакторҙың шартлауына нимә сәбәпсе?
Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә күп фактор сәбәпсе. РБМК – 1000 атом реакторының конструкцияһы, идара итеү системаһы, хеҙмәтләндереүсе персоналдың хаталы эш итеүе – сәбәптәр бик күп.
Ябайыраҡ әйткәндә, РБМК – “Реактор большой мощности канальный” – диаметры 20 метр, бейеклеге 7 – 8 метр булған ҙур самауыр кеүек ҡоролма. Эсенә графит кирбестәр тултырылған һәм уларҙың буйынан-буйына ТВС йылылыҡ бүлеүсе йыйылмалары урынлаштырыла. Был блоктар эсендә ядро яғыулыҡлы ТВЭЛ торбалары ҡуйыла. Улар каналдар эсенән үткән торбаларҙағы һыуҙы ҡайната һәм быуға әйләндерә. Юғары баҫымлы һәм ныҡ ҡайнар быу иһә машиналар залында торған турбиналарҙы хәрәкәткә килтерә. Турбина вал менән генераторға тоташ­ҡан. Генератор электр тогы етештерә.
1986 йылдың апрель аҙағында яңы ғына, 1984 йылда сафҡа индерелгән 4-се энергоблокта ППР (планлы иҫкәртеү ремонты) үткәрергә ҡарар ҡабул итәләр. Турбогенератор роторының өйрөлөү режимын тикшереү ҙә бер һынау булып торған. Был режим мәлендә реактор туҡтатыла, ҡайнар пар килеүе ябыла һәм турбина менән бергә тоташҡан генератор үҙенән-үҙе, инерция буйынса өйрөлөп, электр тогы етештерә. Шунан был ток тышҡы селтәргә бирелмәй һәм станцияның үҙенең кәрәк-ярағына тотонола. Атап әйткәндә, уның ярҙамында ПЭН (туҡландырыу электр насос­тары) һәм ГЦН (төп циркуляция насостары) хәрәкәткә килә. Улар реакторҙы һыуытҡан һыуҙы һурҙыра һәм туҡтарға тейеш түгел.
25 апрель. Һынау өсөн реакторҙың ҡеүәте 22 – 31 процентҡа, 700 – 1000 мегаватҡа тиклем төшөрөлөргә тейеш. Төнгө сәғәт 4 тула тигәндә (аварияға тиклем бер тәүлектәй ваҡыт бар) ҡеүәт 50 процентҡа, 1600 мегават­ҡа тиклем кәметелгән. Программаға ярашлы, САОР (реакторҙы авариялы һыуытыу системаһы) һүндерелгән.
Миллион ватлыҡ блок электр энергияһын етештереүҙе һиҙелерлек рәүештә кәметкәс, көндөҙгө сәғәт 2-ләр тирәһендә “Киев­энерго” диспетчеры ҡеүәтте артабан төшөрөүҙе тыя. Был бойороҡ төнгө сәғәт 11-гә тиклем дауам итә.
Яртылаш ҡеүәттә, 1600 мегаватта ете сәғәт буйы эшләгән реактор эсендә “ксенондан ағыуланыу” барлыҡҡа килгән. Төптә ксенон газының радиоактив изотобы тупланған, һәм ҡеүәтте кире күтәреү өсөн 1 – 2 тәүлек көтөргә кәрәк. Төнгә ҡарай “ағыуланыу” тамамланып, операторҙар ҡеүәтте төшөрә башлағас, реактор төпкөлөндә тағы ла ксенон барлыҡҡа килгән – йәнә “ағыуланыу” башланған. ОЗР (оператив реактивлыҡ запасы) кәмеп, кире күтәрелгән.
Ике сәғәт буйы реакторҙың ҡеүәте, программаға ярашлы, 700 мегаватҡа тиклем төшөрөлгән. Аҙаҡ ни өсөндөр тағы ла 500 мегаватҡа тиклем кәмегән. Төнгө сәғәт 1-се ярты тирәһендә ЛАР (локаль автоматик регулятор) системаһынан автоматик дөйөм ҡеүәт регуляторына күскән саҡта СИУР (реактор менән идара иткән баш инженер) режимды тота алмай. Һөҙөмтәлә реактор ҡеүәте бик түбәнгә – 30 мегаватҡа төшкән.
Инженерҙар реакторҙың эшен ҡабат тергеҙергә ниәтләй һәм идара итеүсе йотоусы стержендар­ҙы күтәрә башлай. Һөҙөмтәлә ҡеүәт арта, ул 160 – 200 мегаватҡа барып етеп, тигеҙләнә. Ә реактор эсендә ксенон артып, ОЗР (оператив реактивлыҡ запасы) кәмегән. РР-ҙы (ҡул менән идара итеү стержендарын) күтәреү дауам иткән.
200 мегаватт ҡеүәт мәлендә өҫтәмә рәүештә ГЦН (төп циркуляция насостары) ҡабыҙыл­ған һәм бөтәһе һигеҙ агрегат һыуҙы этәрә башлаған.
Һигеҙ ГЦН насосы ҡыуған һыу реактор аша үткәс, пар барлыҡҡа килеү кәмегән. Аппарат 200 МВт ҡеүәттә эшләгәс, актив зонаға һалҡын һыу урынына ҡайнары үтә башлаған.

Шартлауға конструктив етеш­һеҙ­лек сәбәпсе
1:23:04. Эксперимент башланған. Насостар тышҡы селтәрҙән эскеһенә, туҡтатыла башлаған генераторға тоташҡан. Ошо сәбәпле, актив зона аша үткән һыу ҙа кәмегән. Пар реактивлыҡ коэффициентының ыңғайлашыуы һөҙөмтәһендә реакторҙың ҡеүәте үҙенән-үҙе артҡан.
1:23:39. СИУР пульттағы АЗ – 5 (авариянан һаҡланыу) төймәһенә баҫа. Был мәлдә идара итеүсе йотоусы стержендар реактор төбөнә шылып, реактор туҡтарға тейеш булған. Ләкин стержендарҙың уңышһыҙ конструкцияһы һәм оператив реактивлыҡ запасының (ОЗР) кәм булыуы һөҙөмтәһендә АЗ – 5 тап киреһен эшләй – реакторҙың ҡеүәте ҡапыл арта. Был автомобилдә барғанда тормоз урынына газ педаленә баҫҡан кеүек була.
Шаһиттар әйтеүенсә, бер-ике көслө гөрһөлдәү теркәлгән һәм сәғәт телдәре 1:23:47 – 1:23:50 ваҡытты күрһәткәндә, реактор тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Янғын һүндереүселәрҙең тиңһеҙ ҡаһарманлығы
Шартлау һөҙөмтәһендә реакторҙың өлөштәре – графит кирбестәр, уран яғыулығы – ТВС һәм ТВЭЛ торбалары, идара итеү стержендары, РЗМ машинаһы, күперле кран, ҡыйыҡ, стенаны хасил иткән тимер-бетон плита ярсыҡтары тирә-яҡҡа һибелә. Өсөнсө блоктың ҡыйығы һәм машиналар залының өҫтө яна башлай. Ни өсөндөр АЭС биналары ҡыйығына битум йәйелгән булған. Ҡыҙған ядро яғыулығы тәьҫиренән ул гөлт итеп ҡала. Машиналар залы бөтә энергоблоктарға берҙәм булғас, бөтә АЭС-тың ут аҫтында ҡалыу ҡурҡынысы килеп тыуа.
Ваҡиға урынына төнгө сәғәт 2-се 28 минутта ЧАЭС хәрби янғын һүндереү ҡарауылынан лейтенант Владимир Правиктың, Припяттан лейтенант Виктор Кибеноктың янғын һүндереүселәре юл тота. Улар реактор урынында ҡыҙғылт-һары, күгелйем ут күрә. Бынан тыш, машиналар залы өҫтөн дә ялҡын ялмаған була.
Правик, тиҙ генә урындағы хәл-торошто баһалап, бар көстө ут һүндереүгә йүнәлтергә фарман бирә. Кибенок иһә разведкалауҙы үҙ өҫтөнә ала. Әйткәндәй, янғын ҙур бейеклектә сыға. 70 метрҙа һәм унан аҫтараҡ һигеҙ урында ҡыйыҡ яныуы теркәлә.
Бер аҙҙан Припять ҡалаһынан ВПЧ – 26 начальнигы, майор Леонид Телятников килеп етеп, идара итеүҙе үҙ ҡулына ала...
28 кеше үҙҙәренең ҡайҙа барыуын асыҡ аңлап эш иткән. Уларға ябай янғын урынына радиация утын һүндерергә тура килгән.
Янғын һүндереүсе Василий Игнатенконың ҡатыны Людмила хәтерләүенсә: “Среди ночи слышу какой-то шум. Выглянула в окно. Он увидел меня и сказал: “Закрой форточки и ложись спать. На станции – пожар. Я скоро буду”. Самого взрыва я не видела. Только пламя. Все словно светилось... Все небо... Высокое пламя. Копоть. Жар страшный. А его все нет и нет. Копоть от того, что битум горел, крыша станции была залита битумом. Ходили, потом вспоминал, как по смоле. Сбивали пламя. Сбрасывали горящий графит ногами... Уехали они без брезентовых костюмов, как были в одних рубашках, так и уехали. Их не предупредили, их вызвали на обыкновенный пожар...”.
Янғын һүндереүселәрҙе тиҙ арала Киевҡа оҙаталар. Унан һуң – самолет менән Мәскәүгә. Ике аҙна эсендә улар радиациялы тән бешеүҙән һәм киҫкен нурланыу ауырыуынан мәрхүм була. Бөтәһе лә “Митино” зыяратында ерләнә.

Тәүге үлем осраҡтары
Сәғәт 2-се ярты тирәһендәге шартлау мәлендә ГЦН-ды (төп циркуляция насостарының) торошон тикшергән машинист Валерий Ходемчук Чернобылдең тәүге ҡорбаны тип һанала. Уны бергә эшләүселәр һәм БЩУ операторҙары эҙләп ҡарай, ләкин емереклектәр, эҫе һыу, ҡайнар пар, радиоактив саң һәм ҡаты гамма-нурланыш быға ирек бирмәй. Ходемчуктың кәүҙәһе 4-се энергоблок аҫтында ҡалған, тип иҫәпләнә.
Блоклы идара итеү щитында булыусы опера­тор­ҙар, инженерҙар тәүҙә албырғап ҡала. Улар ҡот осҡос авария булыуын, уның күләмен тәүҙә аңлап етмәй. Өҫтәүенә, радиацияны үлсәүсе дозиметрҙар бик көслө нурланыш арҡаһында эшләмәй, сафтан сыға, йә шкалалары етмәй (“зашкал”) һәм күләмде теркәй алмай. Бөтәһенең дә тиреһе ҡара янып сыға – ядро эритемаһы барлыҡҡа килә. Тауыштары ултыра, күреү һәләте юғала, өҙлөкһөҙ ҡоҫа башлайҙар – быларҙың барыһы ла киҫкен нурланыш ауырыуын күрһәтә.
Ходемчуктан тыш, реакторҙың туҡландырыу узелы (питательный узел) аҫтында дежур­ҙа булыусы оператор Владимир Шашенок ҡайнар парға ныҡ ҡына бешә һәм өҫтөнә ауған емереклектәрҙән умыртҡаһы һына. Ул таңғы сәғәт 5 тирәһендә Припяттың МСЧ – 126 дауаханаһында йән бирә.

“Ерән урман” феномены
Авария һөҙөмтәһендә станция янындағы ҡарағай урманы ҡаты нурланыуға дусар була. 10 квадрат саҡрым майҙандағы ҡарағайлыҡ йәшелдән ҡыҙғылт-һары төҫкә инеп, ҡыуара. Уны “ерән урман” (“рыжий лес”) тип атайҙар.
Яҙ, апрель аҙағы – ағастарҙың шәп үҫкән, йоҡонан уянған мәле. Радиация тиҙ бүленгән күҙәнәктәрҙе үлтерә һәм шуға ла ҡарағайҙар айырыуса ныҡ бирешкән.
Шаһиттар белдереүенсә, апрель аҙаҡтарында үлгән ағастар төндә яҡтылыҡ бүлеп сығарған. 1986 йылдың йәйендә “ерән урман”дың ағастарын бысалар һәм ИМР (инженер юл һалыу) машиналары менән бер урынға – обваловкалы траншеяларға өйөп күмәләр. Урман аша юл үтә һәм бында радиация кимәле бик юғары була, ҡоро ҡара­ғайҙар­ҙың янып китеү хәүефе лә һаҡлан­ған. Был иһә реакторҙың икенсегә шартлауына бәрәбәр булыр ине.
Әлеге ваҡытта “ерән урман” урынында ултыртылған ҡарағайҙар үҫеп килә. Урман аша тик юлдан ғына хәрәкәт итергә рөхсәт ителә, туранан үтергә ярамай – радиация көслө.

“Ҡалала радиация бик көслө. Кешеләрҙе ситкә күсерергә кәрәк...”
1986 йылда Украинала апрель айы бик йылы килә. 26 апрелдә лә көн эҫе тора. Шәмбе, бөтәһе лә ял итә. Күптәр атом станцияһынан күккә күгелйем төтөн күтәрелеүенә иғтибар итә. Шаһиттар белдереүенсә, был көндө саманан тыш эҫе торған һәм ҡайһы берәүҙәр, йорт ҡыйыҡтарына менеп, ҡояшта ҡыҙынған.
Тик ҡала кешеләре үҙҙәренең һаулығына ныҡ зыян килеүен бер ҙә аңламаған. Реакторҙан осҡан радиоактив матдәләрҙең ваҡ ҡына өлөштәре – радионуклидтар һәм гамма-нурланыш үҙенең ҡара эшен башҡарырға өлгөргән. Граждандар оборонаһы хеҙмәтенән иҫкәртеү ҙә булмай, йодлы препараттар ҙа таратылмай.
Был көндө Припятта тиҫтәгә яҡын туй үтә, ресторан-кафелар эшләй, балалар урамда уйнай. Төшкә ҡарай ҡала урамдарын йыуа башлайҙар. Бар ерҙә хәрбиҙәр дозиметрҙар менән разведка үткәрә.
Кискә ҡарай радиация кимәле ҡапыл арта һәм айырым урындарҙа сәғәтенә йөҙләгән микрорентгенға барып етә. Ҡала халҡын ситкә күсерергә ҡарар ҡабул ителә.

Автобустар ҡулайлыраҡ була
27 апрелгә ҡараған төндә ҡала милицияһының участка инспекторҙары паспорт өҫтәле хеҙмәткәрҙәре менән йорттарҙы урап сыға. Һәр подъезд тикшерелә, кешеләр һаны карточкаларға теркәлә. Һөҙөмтәлә 160 йортта 540 подъезд һәм 47 мең кеше булыуы (улар араһында 17 мең бала һәм 80 кеше түшәктә ятып ауырый) асыҡлана. Бөтә ҡала алты секторға бүленә, уларға хоҡуҡ һаҡлаусылар ебәрелә. Һәр подъезда бер нисә милиционер тәртип һаҡлай.
Ошо уҡ төндә ҡаланан ситтәрәк юлдарҙа һәм Чернобыль ҡасабаһы янында Киевтан һәм башҡа урындарҙан 1200-ҙән ашыу автобус килтерелә. Нимәһе ҡыҙыҡ – баштары эшләгән начальниктар үҙҙәренең предприятиеларынан иҫкерәк ЛиАЗ, ПАЗ, ЛАЗ автобус­тарын ебәрә. Ә бына “Икарус”, “Чавдар”ҙарҙы бирмәйҙәр.

Мәңгелеккә һау бул, Припять...

27 апрелдә милицияның ҡала бүлегендә эвакуация секторҙары начальниктарына инструктаж үткәрелә һәм бойороҡ милиционерҙарға еткерелә.
Төшөн урындағы радио аша Припять ҡалаһы башҡарма комитетының эвакуациялау тураһындағы хәбәре яңғырай. Милиция һәм власть органдары әҙерләгән план шунда уҡ тормошҡа ашырыла башлай. Инспекторҙар фатирҙарҙы йөрөп сыға, ҡағиҙәләрҙе аңлата. Улар ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе ябырға, электрҙы, һыуҙы, газды һүндерергә, үҙҙәре менән документтарҙы, ҡиммәтле әйберҙәрҙе алырға ҡуша. Янов станцияһында йәшәүселәр ҙә иҫкәртелә.
Бер аҙҙан кешеләр подъезд төптәренә йыйыла һәм автобустарға ултыра. ГАИ машиналары оҙатыуында транспорт ҡуҙғала һәм Киев өлкәһенең Иванков, Вышгород һәм башҡа райондарындағы ПуСО – санитар эшкәртеү пункттарына йүнәлә. Кешеләр ауылдарҙа, санаторийҙарға, лагерҙарға йәшәргә урынлаштырыла.
Кискеһен хоҡуҡ һаҡлаусылар йорттарҙы тикшерә, йәшенеп ҡалыусыларҙы асыҡлай. Бер нисә фатирҙа фалиж һуҡҡан ҡарттарҙы табалар, улар­ҙы балалары ташлап киткән була.
Припятта коммуналь хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлаусылар ғына ҡала. Улар ҡала хужалығын консервациялай, ситкә күсереүгә әҙерләй.
Бер нисә көндән Припять һәм станция янындағы ауылдарҙан кешеләр күсерелә. Май байрамдарынан һуң Чернобыль халҡы ла эвакуациялана. 1986 йыл дауамында 188 мең кеше торған ерҙән (Припять менән бергә) 116 мең кеше ситкә күсә. 30 саҡрымлы ЧЗО зонаһынан 60 меңдән ашыу баш малды ситкә алып китәләр.
Тәүге көндәрҙә халыҡ араһында бик ныҡ буталыш була. Ата-әсәләр балаһын таба алмай, туғандар аҙаша. Кейемһеҙ, бер нәмәһеҙ ҡалған кешеләргә тиҙ арала бар кәрәк-яраҡ тапшырыла, документтар эшләнә. Өйҙәшлеккә таратылған хужаларҙың да төрлөһө осрай. Ҡыҫҡаса әйткәндә, 1986 йылдың йәйе Полесье халҡы өсөн бик ҡыҙыу һәм аяныслы үтә...
Ситкә күсерелгән кешеләр йәйгә ҡарай йәшенеп кире ҡайта башлай. Һаҡ хеҙмәте дежур итһә лә, ҡайһы бер фатирҙарҙы мародерҙар ҙа таҙартып өлгөрә. Ошонан һуң ҡала халҡын фатирҙарына ҡайтарып, әйберҙәрен күсереү ойошторола. Махсус автомашиналар бүленә, 17263 фатирға кешеләр ҡайта. Был хәл 25 октябргәсә дауам итә.
Ике йылдан һуң ЧАЭС-тан 50 саҡрымда Славутич тигән ҡала төҙөйҙәр. Эшселәр станцияға поезд менән йөрөп эшләй. Шулай уҡ Чернобыль ҡасабаһында кешеләр вахта менән йәшәй. Әйткәндәй, унда 2011 йылда, ЧАЭС фажиғәһенә 25 йыл тигәндә, “Звезда Полынь” мемориаль комплексы булдырылды. Унда элекке “Украина” кинотеатрында һәләкәт зонаһынан киткән кешеләрҙең әйберҙәренән йыйылған музей, Хәтер аллеяһы һәм “Трубящий ангел” һәйкәле ҡуйылған.

Әлеге ваҡытта Припять ҡалаһы ниндәй хәлдә?
Авария мәленә Припятта 180 меңдән ашыу кеше йәшәгән күп ҡатлы биналар төҙөлгән булған. Улар араһында дөйөм ятаҡтар ҙа бар. Припять халҡы күбеһенсә элекке проект буйынса төҙөлгән 50-нән ашыу биш ҡатлы йортта йәшәгән.
Ташландыҡ ҡала йорттарының төп проблемаһы – фатир тәҙрәләренең бер яҡҡа ғына сығыуы. Уларҙы тейешенсә елләтеп булмай һәм стеналарҙан ҡатламлап обойҙар һыҙырыла, штукатурка ҡойола, иҙән, тәҙрә һәм ишек яҡтауҙары серей. Тәҙрә быялалары һаҡланған осраҡта фатир аквариумға әйләнә һәм емерелеү процесы ла бик тиҙ бара.
9 – 12 ҡатлы йорттарҙа фатирҙарҙың торошо бик яҡшы хәлдә. Ҡайһы берәүҙәрендә һаман да мебель ҡалдыҡтары бар – шкафтар, диван-карауаттар, стенкалар. Дөйөм әйткәндә, йорттарҙың һаҡланыуында һәм емерелеүендә һыуҙы ситкә сығарыу – ямғыр канализацияһы системаһының хәле ҙур роль уйнай. Әгәр ҙә ул төҙөк булһа, ямғыр-ҡар һыуы бина ҡыйығында тотҡарланмай, ағып төшә.
Припяттағы емерелеүҙәр биналарҙың дөйөм ныҡлығы юғалыуына йәки уларҙың иң мөһим терәк элементтарының сафтан сығыуына бәйле. Балкондар емерелә, фатирҙар­ҙа, бүлмәләрҙәге артыҡ дымлылыҡ, ҡышҡы һыуыҡ арҡаһында фасадтарҙа сатнауҙар барлыҡҡа килә, стена панелдәре ауырлыҡҡа сыҙамай. Айырыуса түбәнге ҡаттарҙың зыян күреүе хәүефле.
2005 йылда тәүге емерелеү теркәлә – 1-се мәктәптең һул яҡ ҡанаты харабаларға әйләнә. 2011 йылда Энтузиастар урамындағы “Китаптар” магазинының ҡыйығы ишелә. Сәбәбе – ямғыр һәм ҡар һыуы йыл әйләнәһенә ҡыйыҡта һәм түшәм плиталарында туплан­ған һәм фасад яғындағы тәҙрә араһындағы кирбестәрҙе ашаған.
Әлеге ваҡытта туристар араһында бик популяр “Аҡ йорт” та киҫкен хәлдә. Ул үҙәк майҙан янында урынлашҡан. Бинаның беренсе ҡатын “Радуга” магазины биләй. Ямғыр һыуы канализацияһы эшләмәгәс, йорттоң терәге – мөйөштәге 3, 4-се подъездар емерелеү хәлендә. Ямғыр, ҡар һыуы баҫҡыстар буйлап аға, фатирҙарҙа, подвалда туплана, тышҡы стеналарҙағы кирбестәр ҡойола. Тәҙрә төбө генә емерелеү етә – бөтә подъезд кәрт өйө кеүек ҡойолоп төшәсәк.
Әлеге мәлдә ҡалаға экскурсия турҙары ла үткәрелә. Туристар Чернобыль ҡасабаһын, станцияны, Припятты ҡарай. Бындай ял итеү экстремаль һанала һәм унда ҡатнашыусылар айырым ҡағиҙәләр буйынса ғына йөрөй.
Әйтергә кәрәк, 30 саҡрымлы зона эсендә кешеләр булмағас, тәбиғәт яйлап үҙенең тәүге хәленә ҡайта. Хатта “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән Пржевальский аттары, төрлө ҡош һәм йәнлек үрсей. Припятта ла ҡырағай хайуандарҙы тап итергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, Припять яйлап ҡына джунглиға әйләнеп бара. Урамдарҙа ағастар үҫә, улар канализация, һыу үткәргестәрҙе емерә. Ҡабандар, төлкөләр үрсегән, уларҙы бүреләр баҫтыра.

Чернобыль күгендәге ҡаһарманлыҡ
Чернобыль АЭС-ындағы 4-се энергоблок шартлағас, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә иң тәүҙә вертолеттар ҡатнаша. Бының өсөн иң оҫта, афған һуғышын үткән летчиктар саҡырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут-үлем күргән, имен ҡотолған юғары класлы осоусылар радиацияның мәкерле ялҡынында утҡа эләккән күбәләк кеүек яна... Тоғро “дуҫтары” – вертолеттар ҙа ҡабат ҡулланылмаҫлыҡ хәлгә етә һәм зарарланған техника отстойниктарына илтеп ҡуйыла.
Вертолеттар ярҙамында тикшереү шуны асыҡлай: реактор юҡҡа сыҡҡан, уның емереклектәре ҡот осҡос радиация бүлеп сығара, төптә ағыулы графит яна һәм төтөн менән бергә тирә-яҡҡа радиоактив матдәләр тарала. Ғалимдар тәҡдиме буйынса, утты һүндереү һәм активлыҡты туҡтатыу өсөн, хараба­лар­ға вертолеттар менән ҡом, ҡырсынташ, доломит, бор кислотаһы, ҡурғаш ташлайҙар.
Тәүҙә ҡомдо тоҡтарға тултырып, вертолет­ҡа тейәгәндәр. Унан һуң реактор өҫтөнә осоп, 150 метр бейеклектә, селтәрле торба янындараҡ бер урында туҡтағас – һауала “эленгәс” (“зависание”), экипаждың бушыраҡ ағзаһы, ғәҙәттә, борт технигы ишекте асып, тоҡтарҙы ҡул менән тышҡа эткән йәки асып һипкән. Реакторҙан күтәрелгән ағыулы төтөн, йылы һауа ағымдары вертолетты сайҡай, бер урында эленеп торорға әмәл бирмәй – ләкин летчиктар барыһын да эшләгән.
Аҙаҡ эште ҡулайлаштырғандар. Таҡта алып, ҡомло тоҡтарҙы уның буйынса шыуҙырыу, иҫке парашюттарҙы төйөнсөк һымаҡ бәйләп, эсенә ҡом, доломит, ҡурғаш тултырып, уны тыштан вертолетҡа элеү һәм реакторға ташлау яҡшы һөҙөмтә бирә.
Вертолет экипаждары радиация тураһында белгән һәм мөмкин булғанса һаҡланырға тырышҡан. Ҡайһы бейеклектә һәм күпме ваҡыт осоу, нисә килограмм йөк алыу – барыһын да ентекле иҫәпләгәндәр. Иҙәнгә ҡурғаш түшәгәндәр, ултырғыстарға һалғандар, респиратор кейгәндәр.
Тиҙҙән реакторға бейеклектән ҡом-доломит-ҡурғаш ташлауҙы туҡтатҡандар.
Аҙаҡтан вертолеттарҙы дозиметрик разведкалауҙа ҡулланғандар. Улар станция янынан махсус полимер шыйыҡса – барда һиптергән. “Бардольер” вертолеттарҙан төшкән был матдә ергә эләккәс, бөтә радиоактив саңды үҙенә туплап ҡата. Аҙаҡтан уны һыҙырып алырға һәм могильникта күмергә генә ҡала.
Радиация һәләкәте эҙемтәләрен бөтөргәндә самолеттар ҙа ҡулланылған. Улар киҫкен торошло ауырыуҙарҙы эвакуациялаған. Бынан тыш, улар ярҙамында, 1986 йылдың йәйендә ЧАЭС һәм 30 саҡрымлыҡ зонала ямғыр болоттарын ҡыуғандар. Ҙур бейеклектә самолеттар йодлы көмөш һипкән, һәм ямғыр радиация менән бысранған ерҙән ситтә яуған. Ни өсөн тиерһегеҙ – яуым-төшөмдөң радионуклидтарҙы Припять йыл­ғаһына, аҙаҡ Киев һыу һаҡлағысына, Днепрға ағыҙып төшөрөүе хәүефе булған.

Припять ҡалаһын радиациянан таҙартыу
Авариянан һуң Припятҡа уңыш йылмайған тиергә мөмкин – 26 апрелдә ел ҡаланы ситләтеп иҫкән. Ошо сәбәпле көслө радиация ағымдары төньяҡтан һәм көнбайыштан киткән. Аҙаҡтан уларҙы Төньяҡ һәм Көнбайыш эҙҙәре тип исемләгәндәр. Әгәр ҙә ел ҡалаға туранан-тура иҫһә, 26 апрелгә ҡараған төндә үк ҡала халҡы нурланыш ауырыуына дуҫар булып, тиҙ арала ҡырылыр ине.
26 апрель кисенә табан фон (радиация) сәғәтенә 1 рентген тәшкил иткән. Был иһә тәбиғиҙән 70 – 100 мең тапҡырға артыҡ.
Кешеләр ситкә күсерелгәс, Припять ябыҡ тораҡ пункты статусын ала.
Ҡаланы уратып, тимер сымдарҙан кәртә һәм сигнализация ҡуйыла. Эскә үтер өсөн КПП аша документ күрһәтергә кәрәк. Сит кеше Припять биләмәһенә инә алмаған.
Аҙаҡтан ғына, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң, тәртип яғы аҡһай башлай. Мародерҙар йөк машиналары менән инеп, металл артынан һунар итә башлай. Әле лә был күренеш дауам итә.
Ҡалалағы дезактивация эштәрен ике төргә бүлергә мөмкин – биналарҙы радиоактив саңдан йыуып таҙартыу һәм тупраҡ ҡатламын алыу. Бынан тыш, фатирҙарҙағы әйберҙәрҙе махсус күмеү урындарына – могильниктарға оҙатыу ҙа булған.
Биналарҙы янғын һүндереү машиналары менән йыуғандар. Ҡайһы берҙә ябай һыу ҡулланылған, тигеҙ урындарҙа махсус полимер состав һиптерткәндәр. Уны, кипкәнен көтөп, һыҙырып алғандар – радиоактив өлөшсәләр пленкаға эйәреп сыҡҡан.
Бетон һәм кирбес радиацияға бирешмәй, өҫтөн генә йыуыу етә. Ә бына металл уны үҙенә һеңдерә һәм уға дезактивация үткәреп булмай.
Янғын һүндереү машиналары менән биналарҙы йыуғандар. Һыу ағымы 9 ҡатлы йорттоң өҫкө ҡаттарына барып етерлек көс менән һиптерелә. Аҫҡы ҡаттарға кәмерәк көс ҡулланылған – сөнки һыу бар тәҙрә быялаларын ярған.
Биналарҙы йыуғандан һуң сираттағы этап башланған. Радиоактив саң ҡунған тупраҡты һыҙырып алыу эше байтаҡҡа күләмлерәк булған.
Ҡайһы бер урында бульдозерҙар эшкә ҡушылған. Ул көрәге менән тейешле ҡалынлыҡта – күп осраҡта 30 – 40 сантиметр – тупраҡты ҡырған һәм өйгән. Шулай ҙа күбеһенсә тупраҡты һыҙырыу кеше көсө менән башҡарылған.
1986 йылдың көҙөндә фатирҙарҙы таҙартыу эше үтә. Йорт буйына трактор арбаһы йәки йөк машинаһы ҡуйыла, тәҙрәләрҙән әйберҙәрҙе ташлайҙар. Аҙаҡтан улар могильниктарға алып барып ерләнгән. Фатирҙарҙа диван-стенка, шкаф кеүек мебель генә ҡалған.

Оло бәләгә ҡаршы көрәш
Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә күптәр йәлеп ителә. Беренсе көндәрҙә үк ул ваҡытта төҙөлөп ятҡан Башҡорт атом электр станцияһына ла төркөм тупларға йәшерен бойороҡ бирелә. Унда махсус бригада төҙөлә һәм май баштарында ЧАЭС-ҡа оҙатыла. Тәүҙә Чернобылдә атом сәнәғәте белгестәре эшләй. Аҙаҡтан төрлө министрлыҡтарҙан килә башлайҙар, хәрби комиссариаттарҙан запаста булыусылар – “партизандар” ҙа саҡырыла. Ҡораллы көстәр ҙә йәлеп ителә.
Припять ҡалаһын кәртәләү, биналарҙы йыуыу, эшкәртеү, Припять йылғаһы буйына дамба төҙөү, ныҡ зарарланған ауылдарҙы күмеп, ҡәберлектәр яһау, Чернобылдә дезактивация уҙғарыла. Бар ерҙә лә дозиметрсылар тикшереүе ойошторола.
Иң ҙур эштәр станцияла башҡарыла. 4-се блок янындағы емереклектәр алыҫтан идара ителгән бульдозерҙар һәм башҡа техника менән йыйыла. Ҡыйыҡтарҙы таҙартыу ҙа ҡатмарлы була. Сит илдән һатып алынған махсус роботтар ҙа, СССР-ҙыҡылар ҙа әллә ни эш ҡыйрата алмай. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡтарҙы, бейектәге конструкцияларҙы махсус кейемле “партизандар”, һалдаттар көрәк, лом менән таҙарта. Шартлаған реактор һәм емереклектәр өс ай эсендә махсус көмбәҙ – саркофаг менән ябыла.
Әлеге ваҡытта Чернобыль АЭС-ында электр тогы етештерелмәй. Унда халыҡ-ара ойошмалар тарафынан “Яңы арка” проекты тормошҡа ашырыла. Станция тулыһынса махсус көмбәҙле ҡыйыҡ – арка менән ҡапланасаҡ һәм 2050 йылға тиклем уның аҫтындағы биналар һүтеп алынасаҡ.

Чернобыль фажиғәһе тураһында ентекләберәк танышыу өсөн гәзитебеҙ сайтына инегеҙ. “Бәйләнештә”ге төркөмгә лә ҡуйылды. Эҙләү өсөн хэштег –
# Йашлек_газите_ЧАЭС







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә