RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Йәшлек”ле троллейбус йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлап

16.05.2015 “Йәшлек”ле троллейбус йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлап

“Йәшлек”ле троллейбус   йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлап“Йәшлек”ле троллейбус   йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлап“Йәшлек”ле троллейбус   йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлап– Ҡайҙа ғына уйнаманым баянда, төрлө сәхнәләргә сыҡҡан бар. Ныу, бына, троллейбуста китеп барыусыларҙы йырлатырмын тигән уй ике ятып бер төшкә ингәне юҡ ине, – тип, иркенләп ултырып алды Илшат Яхин. Уның янына “Сылтыр шишмә” ансамбле ҡыҙҙары һыйынды. Ә беҙ, “Йәш­лек”тәр, уларҙы уратып баҫтыҡ. Ҡайҙа инде ул беҙгә ултырыу – “Әҙәби троллейбус”та йөрөп, халыҡты әҙәбиәт уҡырға өндәү өсөн Матбуғат йортонан бик алыҫ урынлашҡан Инорс биҫтәһенә елдерешеп китеп барған көнөбөҙ бит. Эйе, дөрөҫ аңланығыҙ, дуҫтар, 12 майҙа “Йәшлек” гәзите Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арналған марафонға ҡушылды. Гәзитебеҙ хеҙмәт­кәр­ҙәре, баянсылар, йырсылар менән ҡушарлап, ҡояшлы көнгә ҡыуана-ҡыуана, тәүҙә китаптар, гәзиттәр тейәп алдыҡ. Троллейбус пассажирҙары менән нисек кенә уртаҡ тел табырбыҙ икән, тигән уйҙар ҙа бар башта, пландар ҙа хәтәр генә. Шулай итеп, бик күңелле генә “Өфө ағас эшкәртеү комбинаты” туҡталышына барып еттек. Белеп тороғоҙ – был шул, рус телендә “ДОК” тип аталған үҙенсәлекле генә урын.

“Йәшлек”ле троллейбус   йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлап“Йәшлек”ле троллейбус   йәки Өфө буйлап, «Катюша»ны йырлапҠыҙыҡ инде ул – “Әҙәби троллейбус” бер-ике туҡталыш буш тиерлек барҙы. Еңеү байрамынан ҡалған тәьҫораттар менән шундуҡ дәррәү генә “Катюша”ны башлап ебәрҙек. Кондуктор Валентина Терентьева ла беҙҙең менән бер “тулҡын”да, донъяһын онотоп йырлай, тәүге туҡталышта ултырған ике апайҙан аҡса ла алып торманы хатта. Кондуктор булып дүрт ай тирәһе эшләй, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән Өфө электр транспорты идаралығы ойошторған “Әҙәби троллейбус”­ҡа тәүгә эләккән икән. Маршру­тыбыҙ ҙа елле генә, тәҙрә аша инде күҙгә бер ҙә эләкмәй башлаған “Чебуречная” кеүек яҙыуҙар, тимер юлы ла күренә, ә беҙ йырлайбыҙ. Инорстабыҙ, Колхоз баҙарына табан китеп барабыҙ. “Сылтыр шишмә” ансамбле ҡыҙ­ҙары шул тиклем матур йырлай, беҙ бейештереп торабыҙ, ҡушылып та китәбеҙ. Әлбиттә, “Әҙәби троллейбус”тың төп маҡсаты йырлап-бейеп йөрөү генә түгел, пассажирҙарға әҙәбиәт, киң матбуғат саралары тураһында еткереү ҙә. Шуға ла баянсы туҡтап торған арала халыҡҡа “Йәшлек” гәзитен тараттыҡ, викториналар ойоштороп, төрлө бүләктәр, китаптар ҙа бүләк иттек.

1996 йылдан алып троллейбус йөрөтөүсе булып эшләгән Рәмил Хәтмуллин да ябай ғына көндө шундай йырлы-моңло, шиғырлы, китаплы итеүселәр – беҙҙең менән ихласлап тороп, ҡысҡырып һөйләшә-һөйләшә рулен борғослай.
– Кешеләр күп ваҡыт салонда күңелһеҙ генә ултыра, уларҙы йүнләп күрмәйем дә инде. Бөгөн байрам яһанығыҙ. Рәхмәт! Тормош мәшәҡәттәренә сумып, әллә ҡасандан бирле китап уҡыған юҡ ине – шул турала уйланып киттем әле, – тип кисерештәре менән бүлеште.
Кешеләр, ысынлап та, йонсоу ғына килеп инә лә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, троллейбус­тың артҡы өлөшөнә, баянсы, йырсылар эргәһенә атлай. Тора-бара, “Әҙәби троллейбус” ике өлөшкә бүленеп китте – моңлолар һәм ғәмлеләр арттараҡ, ә алдағы ултыр­ғыстарҙа битарафтар урын алды. Ҡыуаныслыһы шул – викториналар ойош­торол­ған, йыр яңғыраған ерҙә пас­сажир­ҙар күпкә артығыраҡ ине. Ҡыҫылышып тиерлек торһалар ҙа, төрлө һорауҙар, шаярыуҙар менән беҙҙең дә күңелде күтәрҙеләр. Ғәмле кешеләрҙә милләт, тел айырмаһы булмай шул, ҡайһы берәүҙәр йырҙарҙың һүҙҙәрен, “Йәшлек” гәзитенең хәрефтәрен әллә ни аңлап бөтмәһә лә, һорауҙар биреп, ҡушылып моңланып торҙо, күршемә, атайыма күрһәтәйем әле, тип гәзиттәрҙе һаҡ ҡына бөкләп, сумкаларына һалып алды. Бөйөк Еңеү ҡото күңелдә бер ҙә һүрелмәй шул: “Катюша”ны ҡабаттан башлап ебәрҙек, был юлы инде тотош троллейбус менән бергә йырланыҡ.

Кешене көсләп китап, гәзит уҡытып булмай, көсләп асҡан күҙҙең нуры ла юҡ. Ләкин бөгөнгө хәрәкәтле заманда күптәр әҙәбиәттән тормош мәшәҡәттәренә сумып ҡына алыҫлаша, ә күңелдәрендә һүҙ ҡеүәһенә хөрмәт, һөйөү мәңге йәшәй. Бындай саралар ғәме булғандар уйланһын өсөн кәрәк. 10-сы маршрут буйынса хәрәкәт иткән “Әҙәби троллейбус”тың моң ағылған, шиғыр­ҙар һөйләнгән еренә йыйылған халыҡ битараф ултырыусыларҙан күпкә артығыраҡ ине – ошо түгелме ни халыҡтың асылы?

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»