RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Ирәмәл миңә көс бирә…»

13.03.2015 «Ирәмәл миңә көс бирә…»

йәки Учалы егетенең, бәлки, был изге тауҙың көсө менәндер, буласаҡ ҡатынын осратҡаны.

«Ирәмәл миңә көс бирә…»

– Борон-борондан Ирәмәл та­уын ата-бабаларыбыҙ изге, серле урын тип һанаған. Хал­ҡыбыҙҙың мифологик эпосы «Урал батыр» ҙа был хаҡта һөйләй. Ирәмәл итәгенән бик күп шишмә урғылып сығыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Әйткән­дәй, Ағиҙел, Йүрүҙән йылғалары унан баш ала. Шуға ла парк хеҙмәткәр­ҙәренең төп бурысы – туристар өсөн шарттар булдырыу, туристик маршруттарҙы киңәйтеү, информация стендтары, туҡталыштар булдырыу.


Борон-борондан Ирәмәл тауы башҡорт халҡының төйәге һәм изге урыны тип иҫәпләнә. Бөйөк тау тураһында легенда-риүәйәттәр әле лә йәшәй. Ирәмәл – ул ырымлы, изге, серле, сихри урын. Тиккә генә аҡһаҡалдар, батырҙар тау битләүендә йыйылып, халыҡ яҙмышын хәл итмәгән.

Бәләкәй саҡтан Ирәмәлде күреп үҫкән, ҡырыҫ тәбиғәтенә ғашиҡ булған, киләсәгенә лә битараф булмаған Учалы егете Илсаф Ғәбдиев үҙ тормошон ошо изге тау менән бәйләй. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына уҡырға инә. Уҡы­ғанда уҡ тырыш егет үҙ төбәгебеҙҙең уникаль тәбиғәтен, «Шүл­гәнташ» заповеднигын өйрәнә башлай. Тыуған төйәгенә, Ирә­мә­ленә күнеле тартыла. Шул ваҡыттан Илсаф Ирәмәл тәбиғәт һәйкәлен тәбиғәт паркына үҙгәртеү хыялы менән йәшәй башлай. Күп йыл тәбиғәткә бәйле вазифа­лар­ҙа эшләгәндә лә үҙ хыялынан баш тартмай. Ул бөгөн «Ирәмәл» тәбиғәт паркын ойоштороуҙағы тәүге аҙымдары хаҡында hөйләй.

– Илсаф Ингел улы, үҙ хыялығыҙға ирештегеҙ: әлеге көндә парк директорының ғилми эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләй­һегеҙ. Ә маҡсатығыҙҙы нисек тормошҡа ашырҙығыҙ?
– Ирәмәл тауының үҙенсәлекле тәбиғәтен һәм боронғо күркәмлеген һаҡлап ҡалыу хыялы йәштән үк тыуҙы. Миңә паркты донъя кимәленә танытыу, Урал тәбиғәтенең уникаль ҡомартҡыларына һаҡсыл мөнәсәбәттең мөһимлеген, уның тәбиғи төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу өсөн байтаҡ көс һалырға тура килде. Сөнки Ирәмәл тауы ылыҫлы ағастарға, һирәк осрай торған үҫемлектәргә һәм йәнлектәргә бай. Мәҫәлән, Башҡортостан Респуб­ликаһының «Ҡыҙыл китабы»на ингән үҫемлектәрҙең 57 төрөнөң яртыһы тик унда ғына осрай.

– Был паркты ойоштороу тураһындағы мәсьәлә бер нисә йыл элек үк ҡуҙғатылғайны, ләкин ул яуапһыҙ ҡала килде… Маҡ­сатығыҙҙы бойом­ға ашырыуҙа кем ярҙам итте?
– Әлбиттә, һәр эш күп көс һәм түҙемлек талап итә. 1998 йылдан ғилми экспедициялар ойошторола башланы. Донъя кимәлендә билдәле ғалимдар Ирәмәл тауын өйрәнде, хеҙмәттәре донъя күрҙе. Һөҙөмтәлә һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм йәнлектәрҙе өйрәнеү, иҫәпкә алыу мөмкинлеге тыуҙы. Ә мин ул ваҡытта Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында эшләй инем. 2000 йылда экология министры вазифаһын әлеге Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов башҡара ине. Уға ошо проект менән мөрәжәғәт иткәс, ниәтебеҙҙе хупланы һәм әҙерлек эштәрен башланыҡ. Учалы районы хакимиәте башлығы ла ярҙам ҡулы һуҙғас, дәртләнеп эшкә тотондоҡ.
Ниһайәт, 2010 йылдың 31 декабрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ирәмәл» тәбиғәт паркы» дәүләт бюджет учреждениеһының хоҡуҡи статусын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

– Хәҙерге көндә ниндәй ғилми эштәр башҡарыла?
– Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Алтын тамыр (ирәмәл родиолаһы) үҫентеләрен үҫ­тереүҙә бик ҙур ярҙам күрһәтәләр. Беҙгә мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килә. Төрлө экологик уйындар, конкурстар, викториналар үткәрәбеҙ. Уҡыусылар менән ғилми тикшеренеүҙәр алып барабыҙ. Паркта йыл һайын йәнлектәрҙең иҫәбен алабыҙ, тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр булыуын асыҡлайбыҙ. Ғилми тикшеренеүҙәр ярҙамында ер шарының глобаль йылыныуы һөҙөмтәһендә 100 йыл эсендә урман сигенең 70 сантиметрға күтәрелеүе, тау тундраһына бөтөү ҡурҡынысы янауы асыҡланды.

– Ирәмәлгә килеүсе туристар һаны артамы?
– Ял ойоштороу өсөн тейешле инфраструктура үҫтерелә. Атап әйткәндә, туристарҙың тәбиғәт паркы биләмәһендә оҙайлы ял итеү өсөн туристар ҡунаҡханаһы, кемпинг һәм коттедждар төҙөлдө. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял өсөн палатка ҡаласыҡтары ойошторолдо. Йә­йәү, атта, велосипедта, саңғыла һәм ҡаргиҙәрҙә йөрөү өсөн шарттар булдырылды. Туризмдың тап ошо төрҙәре Ирәмәл тауында туристар араһында айырыуса популяр. Быйылғы туристик миҙгелдә 16 меңгә яҡын кеше килде. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был 4 мең кешегә күберәк. Башҡор­тостандан ғына түгел, сит өлкәләр­ҙән, хатта сит илдәрҙән дә килеүселәр бар. Әлбиттә, был ресурстарҙы файҙаланыу экологик балансты боҙмай. Хайуандар иркен йөрөй алһын өсөн тәбиғәт паркы менән Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы араһында экологик коридор зонаһы ла бар.

– Киләсәккә ниндәй маҡсаттар, пландар менән йәшәйһегеҙ?
– Борон-борондан Ирәмәл та­уын ата-бабаларыбыҙ изге, серле урын тип һанаған. Хал­ҡыбыҙҙың мифологик эпосы «Урал батыр» ҙа был хаҡта һөйләй. Ирәмәл итәгенән бик күп шишмә урғылып сығыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Әйткән­дәй, Ағиҙел, Йүрүҙән йылғалары унан баш ала. Шуға ла парк хеҙмәткәр­ҙәренең төп бурысы – туристар өсөн шарттар булдырыу, туристик маршруттарҙы киңәйтеү, информация стендтары, туҡталыштар булдырыу.

– Һеҙгә, ғилми хеҙмәткәр булараҡ, күп тапҡыр тауға менергә тура килгәндер. Ирәмәлде изге тау тиҙәр, унда берәй көс барлыҡҡа килгәнен тойғанығыҙ бармы? Ырымдарға ышанаһығыҙмы?
– Әлбиттә, бөйөк һәм бейек Ирәмәл – ҡеүәтле ыңғай энергия сығанағы, унда аяҡ баҫҡан кеше тормошоноң яңы битен аса. Ғалимдар төбәктең уникаль тәбиғәтен өйрәнһә, икенселәре аңлатып булмаған, фәнни ҡанундарға һыймаған үҙенсәлекле күренештәрҙе барлау менән мәшғүл. Үҙем дә оҙаҡ кәләш алмай йөрөгәндән һуң, бәлки, тауҙың көсө менәндер, буласаҡ ҡатынымды осраттым. Әлеге көндә Миләүшә исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Шуға ла барлыҡ ырымдарҙың дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген бер ҙә әйтә алмайым, бәлки, уларға ышанырға ла кәрәктер…

Ләлә ЗАРИПОВА әңгәмәләште.
Учалы районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»