RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әсәйем менән ғорурланам

27.11.2010 Әсәйем менән ғорурланам

Әсәйем менән ғорурланамҺәр баланың тәүге һүҙе ошолор. Ләкин бала донъяға атайһыҙ килә алмай. Туған атай-әсәй, туған булмаған тигән һүҙҙәрҙе күп ишетергә тура килә. Ләкин кемдең туған, кемдең туған түгел икәнен бала ғына әйтә алалыр.
Беҙ – Ләйсән һәм Айгиз Рыҫкил­дин­дар, Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында бик татыу Рыҫкилдиндар ғаиләһендә тыуҙыҡ. Әсәйебеҙ Ырғыҙлы мәктәбендә директор урынбаҫары һәм башҡорт теле уҡытыу­сыһы булып эшләне. Атайыбыҙ «Башҡортостан» милли паркының өлкән урман ҡарауылсыһы булып, бик күп награда алды. Ул эшенә бик тоғро ине, ләкин ғүмере бик иртә өҙөлдө. Әсәйем, бик йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҙур тормош һынауҙары үтте. Тормош иптәше яҡты донъя менән хушлашҡас та үҙендә көс табып, ауыр хәлдә булған ҡәйнәһен ҡараны. Беренсе синыфҡа барасаҡ ҡыҙын, ике йәшлек малайын аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Атайым гүр эйәһе булғас, Хәҙисә өләсәйем ҙур юғалтыуҙы кисерә алмай, үлеп китте.
Әсәйем бер үҙе ҙур хужалыҡты – өс һыйыр, 16 һарыҡ, ат, быҙауҙарға бесән әҙерләргә урман төпкөлөнә мотоцикл менән йөрөнө. Һоратырға килгән кешеләр күп булды. Тик әсәйем ризалашманы, сөнки ул кейәүгә сыҡҡанда, беренсе һәм аҙаҡҡы тапҡыр, тип ант биргән. Ләкин тормош үҙенекен итә.
* * *
Мәләүез районының Кәшәле ауылында Көҫәповтар һәм Мәсәғүтовтар ғаиләләре йәшәгән. Ике күрше – Рамаҙан Мәсәғүтов һәм Басир Көҫәпов, балалары Фазыл һәм Тутыяның ҡолаҡтарын тешләтеп, ҡоҙа булырға һүҙ ҡуйышҡан. Тик яҙҙың бер көнөндә Тутыя эркет һыуына бешеп үлә.
Әсәйемде һәр ваҡыт Өфө ҡалаһына кәңәшмәләргә ебәрәләр ине. Шул ваҡытта ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән Фазыл ағай менән таныша. Шул ағай кеше бер көндө: «Балалар, мин әсәйегеҙҙе яратам, уға өйләнһәм, һеҙ ризаһығыҙмы?» – тип һораны. Беҙ, бәләкәй булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, уның яғымлы, аҡыллы күҙҙәрендә ысын атайыбыҙҙы күрҙек. Үгәй атай тип әйтергә бер ваҡытта ла минең дә, ҡустымдың да теле әйләнмәйәсәк, сөнки ул мине – һигеҙ, Айгизде дүрт йәштән ҡарап үҫтерҙе. Бер ваҡытта ла унан ауыр һүҙ ишетмәнек. Әсәйем шелтәләй торғайны, ләкин беҙ уның трактор, комбайндарынан төшмәнек (ул – механизатор). Беҙҙең хәҙер Фаяз исемле ҡустыбыҙ бар. Уға 12 йәш. Үҙен ныҡ яратабыҙ!
Мин әлеге мәлдә Кушнаренко райо­нының Иҫке ҡамышлы ауылында йәшәйем. Башҡорт теленән уҡытам – әсәйем юлын һайланым. Айгиз ҡустым әлегә тиклем электр-газ менән иретеп йәбештереү эштәре буйынса белгес ине, Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инде, ә Фаяз – 6-сы синыф уҡыу­сыһы. Атайым Мәскәү өлкәһендә эшләй.
Әсәйем әле еңел машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алды. Ул үҙенең эшенә бик тоғро. Юғары категориялы уҡытыусы, уҡыусылары үҙен бик ярата һәм хөрмәт итә. Быны һүҙ менән генә түгел, ә көндәлек осрашыуҙары менән дә дәлилләп була. Мин әсәйем менән бик ғорурланам һәм киләсәктә уның кеүек тәжрибәле уҡытыусы булырға теләйем.
Әсәйебеҙҙең ғаиләбеҙҙә шундай матур мөхит тыуҙыра алыуына һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Ул, ысынлап та, шиғырҙа әйтелгәнсә, тоғро ҡатын да, ғорур әсә лә. Беҙ уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышабыҙ.
Әсәй, һине бик яратабыҙ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, беҙҙең изгелегебеҙҙе күреп йәшәүеңде теләйбеҙ!

Ләйсән ВӘЛИЕВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә