RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ауыр саҡта китап биттәрен асам

27.11.2010 Ауыр саҡта китап биттәрен асам

Иҫән саҡта бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белмәһәк тә, ҡара ер ҡуйынына барып ингәс, ерҙе күпме генә тырнап илама, үлгән яҡыныңды кире торғоҙоп ултыртып булмай. Бына ошо иң үкенеслеһе лә инде.
Беҙ ирем менән 25 йылға яҡын йәшәп, өс бала үҫтерҙек. Тик улар­ҙы аяҡҡа ныҡлы баҫтырып өлгөрмәнек – тормош иптәшем мәңгелеккә яҡты донъя менән хушлашты. Уны ерләгәндән һуң тәүге көндәр­ҙә, айҙарҙа, ни булғанын төшөнөп етмәйенсә, шаңҡып йөрөгәнмен. Ана, ҡайтып инер, бына, ҡайтып, алдыма тып итеп баҫыр кеүек тойолдо тәүҙә. Балалар ҙа уны артыҡ юҡһынмаған кеүек ине. Тик ике ай тирәһе үтеүгә иремде юҡһыныуҙан, һағыныуҙан йәнемә – йәм, өйөмдә толҡа тапмайынса, һарыға һабыштым. ҡулға – эш, ауыҙға аш барманы. Көндөҙ, кеше араһында йөрөп, икенсе яҡтан, эшкә лә әүрәп, ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала, ә бына кистәрен... Өйҙә иремә бәйле һәр әйбер – кейемдәре, китаптары, эш ҡоралдары уның юҡлығы тураһында иҫкә төшөрөп, йәнемде ҡыйҙы. Күлдәккәйен еҫкәп, сеңләп илай-илай, бөгөлөп төшкән ерҙән балаларым ҡулымдан тотоп торғоҙоп, йыуатып, әүрәтергә тырышты. Беләм, уларҙың үҙҙәренә лә бик ауыр. Балталары һыуға төштө балаҡайҙарымдың. Бигерәк тә бәләкәй улым атаһын юҡһынды. Уның тураһында һүҙ ҡуҙғата башлаһа, күҙемдән йәш атылып сыҡҡанын күргән өлкән ҡыҙым менән улым ҡустыларын ғына түгел, мине лә икенсе хәбәр менән арбарға тырышты. Ә кистәрен үҙҙәре мыш-мыш килер ине.
Төндәрен бигерәк ҡыйын. Бына, ҡапҡа сыйылдап асылыр ҙа, тупһаны шығырлата баҫып, Хәбирем ишек ҡағыр төҫлө. Хатта ҡайһы берҙә йүгереп барып ишекте шар асып ебәргән саҡтарым да булды. Муйынына ғына һарылыр инем дә, эскән булыуына, тәмәке еҫенә мансылыуына ҡарамаҫтан, ҡосағыма алып, башҡаса бер ҡайҙа ла ысҡындырмаҫ инем...
Бер көндө шулай төндә арҡам өшөгәнгә уянып киттем. Ирем шул тиклем ҡыҙыу тәнле була торғайны. Йылына алмаһам, уның ҡуйынына һырынам. Ғәҙәт буйынса, уның ҡуйынын эҙләп, артҡа шылдым һәм... карауатымдан шап итеп иҙәнгә ҡолап төшкәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ауыртыныуҙан бигерәк, Хәбиремдең янымда юҡлығынан, өшөгән саҡтарымда инде бер ҡасан да мине йылытмаясағын ысын күңелем менән аңлап, мендәремә ҡапландым. Бәғерем телен­де, йөрәгем әрнене. Йәнем! Хәбире-е-ем! Аһ, ниңә был донъя шул тиклем үкенесле икән?! Һуҡыр булһын, һаңғырау булһын, әммә ул янымда ғына булһасы!
...Һыҡтаған, ыңғырашҡан, төшөнкөлөккә бирелгән, үҙем илап, балаларымды илатҡан саҡтар күп булды. Шулай һиҙҙермәй генә өс йыл да үтеп киткән. Ваҡыт – дауа, тигәндәре хаҡ: йөрәк яралары һулҡылдай-һулҡылдай яйлап бөтәшә бара. Аңғармаҫтан ғына ул яраға тейһәң, әлбиттә, түҙә алмаҫлыҡ һыҙлау баҫа, шунлыҡтан мин уға теймәҫкә тырышам – ирем тураһында килгән уйҙарҙы башымдан тиҙ генә ҡыуырға өйрәндем. Шулай еңелерәк. Күңелемде эш, балалар мәшәҡәттәре менән арбайым. Бергилке дингә бирелеп китеп, аят-доғалар ятларға керештем. Мәсет юлын тапаным. Тиҫбе тартыу, доғалар уҡыу тынысланыр­ға ярҙам итте-итеүен. Һуңыраҡ аңлауымса, күңел талабы икенсерәк булған икән: хәҙер мин эзотерик китаптар уҡырға керештем. Шул тиклем дә матур әҙәбиәтте быға тиклем ниңә күрмәгәнмен икән, тип үкенеп тә, үҙемде шелтәләп тә алам. Бына нәҡ ошо китаптар­ҙа табыла ла инде тормошта үҙеңә бәйле һәр төрлө хәл-ваҡиғаларға аңлатма һәм яуап, тәҡдимдәр һәм психологик ярҙам. Хәҙер эзотерика минең өҫтәл китабыма әйләнде. Уның ярҙамында Хәбиремде эргәмдә генә итеп тоям, уның менән эстән генә һөйләшәм, кәңәш һорайым, аҡыллы-аҡыллы яуаптарын алам. Ауыр саҡтарҙа медитацияға мөрәжәғәт итәм. Ышанаһығыҙмы, ярҙам итә!
Минең кеүек яңғыҙ ҡалғандарға ла, бәлки, ошо китаптар ярҙам итер. Уҡығыҙ, дуҫтар, һәр хәлдә, файҙаһынан башҡа зыяны булмаҫ.

Сөмбөлә ХӘЙРЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Йондоҙнамә (7-13 октябрь)

07.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (7-13 октябрь)


Йәшәргә лә йәшәргә – янып,  ярһып, балҡып!

Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...

01.10.2019 - Махсус биттәр Ғүмер көҙҙәренең матурлығы...


Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)

30.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (30 сентябрь-6 октябрь)


"Йондоҙло табын" - Йәмил ИШМӨХӘМӘТОВ

Килендәр, килендәштәр – бер-береһенә көндәштәр...

Сәскәнән сәскәгә ҡуныу күбәләккә генә килешә

Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)

23.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (23-29 сентябрь)


Алма ҡағы

17.09.2019 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)

16.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (16-22 сентябрь)


Урмансы Илнур

15.09.2019 - Махсус биттәр Урмансы Илнур


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Гүзәл булайым тиһәң, “Актриса” матурлыҡ студияһына бар!

Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)

09.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (9-15 сентябрь)


Яратҡан шөғөл ялҡытмай

03.09.2019 - Махсус биттәр Яратҡан шөғөл ялҡытмай


Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)

02.09.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (2 – 8 сентябрь)


Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

30.08.2019 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Ир аҫылы эштә беленә

28.08.2019 - Махсус биттәр Ир аҫылы эштә беленә