НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Тамыр»лы «Юлдаш»

«Тамыр»лы «Юлдаш»


«Тамыр»лы «Юлдаш»
Һағынып көткән йәйге каникул башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Балаларҙың күбеһе ял лагерҙарына, олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа китә. Ә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр каналы «Юлдаш» радиоһында барған тапшырыуҙарында уларҙың ялын, сәйәхәттәрен, яңы асыштарын йәй көндәрендә лә яҡтыртып барасаҡ.

«Иләү» һәр ваҡыттағыса балаларҙың күп һорауына яуап бирә, фәһемле әкиәттәр һөйләй. Шулай уҡ әкиәттәр, шиғырҙар уҡырға, йырларға оҫта кескәй­ҙәрҙе «Тәтелдәйҙәр «Иләү»енә саҡыра. Тапшырыу дүшәмбенән йомаға тиклем киске сәғәт 10-сы 15 минутта эфирға сыға.
Һәр дүшәмбелә «Юлдаш» тулҡындарында «Тау-тау хәбәр» өйәбеҙ. Был тапшырыуға шылтыратып, малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең яңылыҡтарын һөйләй, шатлыҡтары менән уртаҡлаша ала.
«Зирәк» радиоуйыны ла, арыу-талыу белмәй, эшен дауам итәсәк. Тапшырыуҙарҙа походҡа барыу, ундағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында белерһегеҙ. Шулай уҡ емеш-еләк, бесән әҙерләү һәм башҡа темаларға арналған тапшырыуҙарҙа ҡатнашып, бүләктәр оторға мөмкин.
Балаларҙың йәйге ялы, республикабыҙҙа эшләүсе төрлө лагерь, мәктәп яны участкаһы, уларҙа хәүефһеҙлек саралары тураһында белергә теләһәгеҙ, һәр шаршамбыла киске сәғәт 8-се 15 минутта «Күпер» тапшырыуын тыңларға онотмағыҙ.
Һәр кесе йомала «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» тапшырыуы ла һеҙҙең менән буласаҡ. Яңынан-яңы хеҙмәт эйәләре менән таныштырыуҙы дауам итәсәк. Сиратта – тегенсе, прокурор, тимер юл хеҙмәткәре, лаборант, маникюр оҫтаһы, төҙөүсе һәм башҡа һөнәрҙәр. Ә «Кластан тыш» тапшырыуы йәй миҙгелендә балалар менән бергә ялға китә.
Каникул күңелле үтһен, «Юлдаш» тулҡындарында ос­раш­ҡанға тиклем!

Зөлфиә ДАЯНОВА.

Сығыу ваҡыты 6-06-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 86
|
  • «Юлдаш»та «Тамыр» гөрләй
  • «Юлдаш»та «Тамыр» һөйләй
  • "Иләү"
  • “Зирәк”, йәғни белемлене көтә бүләк
  • Йәш "Юлдаш"тарыбыҙ күңеленә һалынған "Күпер"
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM