НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Геройҙарым менән бергә уйланам»

«Геройҙарым менән бергә уйланам»


«Геройҙарым менән бергә уйланам»
7 май – Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө

Беҙҙең журналистика төркөмөнән бер нисә кеше бер юлы радиоға эшкә барҙы. Яғымлы, сағыу тауышлы, ярайһы уҡ киң эрудициялы, яңы ғына ҡулдарына диплом алыу­ҙарына ҡарамаҫтан, радиола үҙ кеше булып өлгөргән ҡыҙҙар­ҙың журналистиканың был өлкәһендә үҙ урынын табыуына шигебеҙ ҙә юҡ ине. Ошо ҡыҙҙар араһында Асҡын районынан Зөһрә Арсаева «Башҡортостан» радиоһының «Даирә» ижад берекмәһендә эш башланы. Бөгөн уны эфир тулҡындарында радио тыңлаусылар «Асыҡ студия» тапшырыуында халыҡҡа социаль әһәмиәтле, көнүҙәк проблемалар­ҙы яҡтыртҡан, төрлө мәсьәләне асыҡлауға ҡыйыу тотонған журналист, «Юлдаш» радиоһының алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы булараҡ белә. Үҙенсәлекле, ихлас әңгәмәләр ҡора белгән хәбәрсе, тыңлаусыларҙың күңел кисерештәренә яуап биргән тапшырыуҙар авторы. Һөнәри байрамы уңайынан Зөһрә радиожурналистика серҙәре менән бүлеште, бергәләп уның күңел кисерештәрен барланыҡ, уйландырған ваҡиғалар хаҡында һөйләштек.

«Журналист атайым минең был һөнәрҙе һайлауымды теләмәне»
– Мәктәп йылдарында «Йән­шишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә әүҙем яҙышып торҙом. 1991 йылда мәктәп линейкаһында директорыбыҙ ошо баҫманың «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырҙы. Был көндө өйгә ҡанатланып ҡайтып индем. Күңелемдә йөрөткән хыялыма ирешеү өсөн тағы ла бер аҙым булды был. Ниәтем, 11-се класты тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеү ине.
Атайым 60-сы йылдарҙа әҙәбиәткә килгән өмөтлө шағирҙарҙың береһе була. Йәш сағында журналистика өлкәһендә эшләй. Әммә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, һуңынан ижади эштән ситләшә. Ниңәлер ул балалар һәм үҫмерҙәр матбуғатына мәҡәлә ебәреп тороуымды ла өнәмәне. «Журналист һөнәрен һайларға уйлайым», – тигәс, мин һиңә фатиха бирмәйем, тине. Әммә уны тыңламаным. Был атайыма ихтирам күрһәтмәүҙе аңлатманы, әлбиттә. Үҙемдең мөмкинлектәремде һынап ҡарау, йәнем теләгән эште башҡарыу теләге көслө булды. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә уҡырға инергә документтарымды тапшырҙым.
Журналистика кафедраһында абитуриенттар менән һөйләшеү бара.
Минең сират етте. Профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов һорау бирә.
– Һылыу, һин Асҡын районының ҡайһы ауылынан?
– Башҡортостандан, – тип яуап ҡайтарҙым.
– Республикаңды һорамайым, ауылың менән ҡыҙыҡһынам, – ти ул.
Икенсе тапҡыр:
– Минең ауылым – Башҡор­тостан, – тип әйттем.
– Ҡара әле, республика атамаһын йөрөткән ауыл да бар икән, – тип йылмайҙы Тимерғәле ағай.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып киттек.
Төркөмөбөҙ дуҫ, татыу һәм берҙәм булды. Беренсе курстан уҡ «Башҡортостан» радиоһы, гәзит- журналдар менән хеҙмәттәшлек итә башланыҡ. Сөнки һәр сессия һайын ижади отчет тапшыра инек. Радиола группалашым Рафиҡ Әхмәтшин менән Фәнүзә Ба­һауетдинова әҙерләгән «Етегән» тапшырыуы өсөн рубрика эшләй торғайныҡ. Радио эше менән танышыу шул ваҡыттан башланды ла инде. Күптәр, Асҡындан килеп, был нисек башҡортса таҙа һөйләшә икән, тип аптырайҙыр. Әсәйем Менәүрә – Бөрйән ҡыҙы. Башҡорт теленә һөйөүҙе ул тәрбиәләне. Ғаиләлә башҡортса ла, үҙебеҙҙең диалектта ла һөйләштек.

«Радио – команда эше»

Университетты тамамлар алдынан «Башҡортостан» радиоһында хеҙмәт юлымды башланым. Яҙмыш мине талантлы журналист, талапсан етәксе Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева менән осраштырҙы. Ул мине тәүге тапҡыр тура эфирға алып сыҡты, радиотапшырыу әҙерләү нескәлектәрен төшөндөрҙө. Тәжрибәле радиожурналистың мәктәбен үттем. Икенсе остазым – Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин. Мин уға ла мәңге рәхмәтлемен. Ике абруйлы шәхес әллә күпме йәш журналисты эшкә өйрәтте, ярҙам итте, юл күрһәтте. Бөгөн беҙ һайлаған һөнәребеҙгә тоғробоҙ, үҙ өлкәбеҙҙә ниндәйҙер уңыш яулағанбыҙ икән, бында улар­ҙың да өлөшө ҙур.
Радиоға күптәр эшкә килә, әммә барыһы ла унда ҡала алмай. Сөнки был һөнәрҙе яратырға, ҡайһы саҡ шәхси ваҡытың менән дә иҫәпләшмәҫкә кәрәк.
Радио – оператив мәғлүмәт сараһы. Һуңланыңмы, тормоштан артта ҡалдың тигән һүҙ. Шуға ла һәр саҡ эҙләнергә, табырға, алдан барырға кәрәк. Радио алдашыуҙы яратмай. Эфирҙа эшләгән кеше ихлас булырға тейеш.
Тура эфир алдынан тулҡынланыу – ғәҙәти күренеш. Был ҡурҡыу тойғоһо түгел, әйткән һүҙ өсөн яуап­лылыҡ тойоу.
20 йыл эшләү дәүерендә төрлө тапшырыу алып барырға тура килде. Иртәнге, көндөҙгө, киске программаларҙа эшләнем. 5 минутлыҡ эфирмы ул йәки 2 сәғәтлекме – алып барыусы һәр саҡ яуаплы ҡарай.
Эшемде ауыр тимәйем. Сөнки мин уны ысын күңелдән, бар йөрәгемде һалып башҡарам. Камил­лыҡтың сиктәре юҡ. Шуға беҙ ҙә һәр саҡ эҙләнәбеҙ, өйрәнәбеҙ, уҡыйбыҙ.
Радио – команда эше. Ә беҙҙең команда бик ойошҡан, көслө. «Юлдаш»та ҡыйыу, креатив, алдын­ғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған кешеләр эшләй. Кәрәк икән, оператив репортаж менән тура эфирға сығабыҙ, талап ителһә, фотограф та булабыҙ, шофер ҙа, блогер ҙа, яҙабыҙ, монтажлайбыҙ, биҙәйбеҙ. Минеңсә, бөгөн журналисҡа 70 төрлө һөнәрҙе белеү кәрәк.
Радио – үҙенә бер айырым мәғлүмәт сараһы. Ул һиңә һис кенә лә ҡамасауламай. Кухняла аш бешерәһеңме, бала йоҡлатаһыңмы, рулдә китеп бараһыңмы, ағас ултыртаһыңмы, уны тыңлай алаһың. Ул кешенең ваҡытын да урламай. Ә күпме файҙалы мәғлүмәт бирә, күңелде елкендерерлек йырҙарҙы яңғырата. Туғандарым, таныштарым, ауылдаштарым барыһы ла радио тыңларға ярата. Улар «Юлдаш»та эшләгән бөтә хеҙмәткәр­ҙәрҙе исемләп белә, ниндәй тапшырыуҙар әҙерләүҙәре тураһында ла хәбәрҙар.
Радио берләштерә. Беҙҙең тыңлаусылар араһында «Юлдаш» аша танышып, яҡын дуҫҡа әүерелгән кешеләр ҙә байтаҡ.
Радиобыҙ ярҙамсы ла, тиер инем. Кешеләргә йәшәү көсө бирә ул.

«Уйлыларҙы уйға һалһын»

Йәштәр тураһында, сәләмәтлеккә арналған тапшырыуҙар, радиоочерктар эшләнем. Әле эшләгән «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тип аталған тапшырыуҙы айырыуса күңел биреп башҡарам.
2011 йылда атайым баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡәҙерле кешем менән күп нәмә тураһында һөйләшеп өлгөрмәгәнбеҙ икән. Уға яратыуым тураһында әйттемме икән? Уның өмөттәрен аҡлай алдыммы? Бәлки, йәшлегем менән уны аңлап етмәгән мәлдәр ҙә булғандыр? Ошо һорау­ҙар борсоно мине. Шул уҡ йылда «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тигән тапшырыу әҙерләү уйы барлыҡҡа килде. Әммә уны 2014 йылда ғына тормошҡа ашыра алдым.
«Атайым тураһында һөйләгеҙ» өлгөлө атайҙар хаҡында һөйләй.
Беҙҙең аранан киткән мәшһүр кешеләр тураһында яҡты һағыш менән һуғарылған ул. Беҙҙең тормошта атайҙарҙың абруйын, социаль ролен күтәреү маҡсатын да күҙ уңында тота тапшырыу. Әле яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телеви­дение­һының «Ватан» яңылыҡтар хеҙмәте журналисы, ирем Рафиҡ Әхмәтшин менән «Нимә оҡшамай, Рафиҡ?» тигән ғаилә проекты эшләй башланыҡ. Күңелгә оҡшамаған күренеште алабыҙ ҙа, уның ыңғай һәм кире яҡтарын табырға тырышабыҙ. Беҙ 24 сәғәт буйы Рафиҡ менән бергә, йәғни өйҙә лә, эштә лә. Бәхәс­ләшәбеҙ, фекерләшәбеҙ, ижади пландар ҡорабыҙ. Икебеҙҙең дә бер һөнәр эйәһе булыуыбыҙ бик тә отошло, тип уйлайым. Уртаҡ өлкәгә хеҙмәт итәбеҙ бит. Бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, идеялар бирәбеҙ.

«Тура эфир оперативлыҡҡа өйрәтә»

Тура эфир теүәллеккә, оператив эшләргә өйрәтә. Тиҙ арала бөгөн көнүҙәк булған ваҡиғаға интервью биреүсе кешене, эксперттарҙы ла таба һалырға кәрәк. Һорауҙарҙы ла урынлы итеп биреү өсөн үҙеңә лә киң эрудициялы, бар өлкәлә лә хәбәрҙар булыу мөһим.
Хәбәрсе бер ҡасан да яңылышмаҫҡа тейеш. Тарихи һәм фактик хаталар ебәрмәү мөһим. Тапшы­рыу­ҙарыбыҙ өсөн власть даирәләрендә башҡортса һәйбәт һөйләгән эксперттар табыу мәсьә­ләһе килеп тыуа. Нисек кенә булмаһын, табырға тырышабыҙ. Үҙебеҙ ҙә тәрбиәләйбеҙ, уларҙы өйрәтеп алабыҙ, тиһәм, хата булмаҫ. «Юлдаш» радиоһын тыңлап, башҡортса, татарса өйрәнгән кешеләр бар. Туған телде белеү хурлыҡ түгел. Әсә телен белеү яңы офоҡтар, ҙур мөмкинлектәр аса. Шуға ла ҡайһы бер чиновниктарҙы башҡортса өйрәнергә әйҙәйем. Һеҙ бит халыҡ менән эшләйһегеҙ, тырышығыҙ, өйрәнегеҙ.

«Геройҙарым менән бергә уйланам»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәли ағай Бикташев тураһында «Беҙ үлемдән көслөрәк» тигән тапшырыу әҙерләнек. Ул йәшәгән Ауырғазы районы Кешәнле ауылында ике тапҡыр булырға тура килде. Һуңғы барғанда уның эргәһенә хакимиәт вәкилдәре лә килгәйне. Вәли ағай бер үҙе генә йәшәй.
– Ҡыҙым, әйт әле ошо кешеләргә, ағас йортта бер үҙем генә торам. Йыуыныу ҙа мәсьәлә. Ә улар килеп тикшерҙеләр ҙә, миңә ҡаланан фатир бирмәҫкә булдылар, – ти, әсенеп, Вәли ағай.
Шунан хакимиәт вәкиле, Вәли ағай, һеҙгә фатир тейеш түгел бит, ти. Унан, тамағын ҡырып:
– Бына һеҙгә бүләк алып килдек, – тип, аҡһаҡалдың ҡулына сәғәт таҡты. Ағай уны эшләтеп ебәрергә теләп, борғосонан борғайны, уныһы өҙөлдө лә төштө. Ҡытай сәғәте булғандыр инде, күрәһең. Утты-һыуҙы кискән яугир шул тимер сәғәткә түгел, күңел йылыһына, иғтибарға мохтаж ине...
Тапшырыу эфирға сығып, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң Вәли ағай Бикташевҡа Стәрлетамаҡтан фатир биреүҙәре тураһында ишеттек. Бик ҡыуандым. Доброволец булып фин һуғышында ҡатнашҡан кеше ине бит ул. Дахау концлагерында ыҙа сиккән. Азатлыҡ хәрәкәтендә торған.
– 40 – 45 градус һыуыҡ. Финдар кәрәкте бирә. Айҙар буйы йылы күргән юҡ. Шунда ла бирешмәнек. Фашистар үлтерергә алып барғанда ла өмөттө өҙмәгәйнем әле. Ышанысты юғалтырға ярамай. Өмөт йәшәтә әҙәм балаһын, – тигән һүҙҙәре күңелемә уйылып ҡалды.
Атаҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың аяныслы яҙмышы ла тетрәндерҙе. Күпме йыры йырланмай ҡалған уның. Курсташыбыҙ Ләйсән Хәйрет­динованың атаһы, шағир һәм журналист Ринат Хәйриҙең дә ғүмеркәйе бик йәшләй өҙөлә. Уға һәр ваҡыт 40 йәш буласаҡ. Динис Бүләков, Ғилман Иҙрисов, Рәмил Йәнбәк, Насип Кучаев, Рәмил Ҡолдәүләт, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин... һәр береһе тураһында әҙерләнгән тапшырыу­ҙар йөрәк аша үткән.
Беҙҙең тыңлаусыларыбыҙ бик аҡыллы. Улар һорау бирә, бәхәскә инә, темалар тәҡдим итә, проблемаларҙы күрһәтә. Төрлө йәштәге кешеләр тыңлай «Юлдаш»ты. Улар бер ваҡиғаға ла, бер күренешкә лә битараф түгел.
Мин айырыуса кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә ҡоролған тапшырыуҙар әҙерләргә яратам.
Әле Назар Нәжмигә арналған тапшырыу әҙерләнек. Уның тормошондағы бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр мине уйландырҙы.

«Мин өйҙә – әсәй»
Балаларым – йәшәү мәғәнәһе, тормошомдоң асылы, илһам сығанағы. Уларға ҡарап шатланам. 8-cе синыфта уҡыған улым Мортаза тарих менән ҡыҙыҡһына. Хатта мин белмәгән мәғлүмәттәргә лә эйә. Был мине аптырата, һоҡландыра.
Беҙҙең балалар, әлбиттә, беҙҙән дә аҡыллыраҡ, беҙҙән дә уңғаныраҡ, уңышлыраҡ булырға тейеш. Биш йәшлек Фатимабыҙ – атаһының иркә, наҙлы ғына ҡыҙы.
Ҡалала йәшәһәк тә, булмышыбыҙ менән беҙ бында ла ауыл балаларыбыҙ – ер тарта беҙҙе. Әсәйем бал ҡорттары ҡарай. Умартасылыҡ эшенә үҙ аллы өйрәнде. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Алла бирһә, ауылыма ҡайтып, умартасылыҡ менән шөғөлләнер инем. Әйткәндәй, Рафиҡтың да шундай теләге бар икән.
«Йәшлек» гәзите аша бар тыңлаусыларыбыҙҙы Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрик итәм. Йор­тоғоҙға яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон. Һеҙҙең менән беҙҙе тоташтырған дуҫлыҡ күперҙәре өҙөлмәһен.
Һеҙҙе 19 майҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Юлдаш» дуҫтарын йыя» концертында көтәбеҙ. Беҙ бергә!

З. ЙӘҺҮҘИНА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 7-05-2018, 09:29 | Ҡаранылар: 171
|
  • «Юлдаш»та «Тамыр» гөрләй
  • «Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
  • Атайым тураһында һөйләгеҙ
  • "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй
  • “Атайым тураһында һөйләгеҙ”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM