НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Йырҙың йыртығы юҡ”, тиһәләр ҙә…

“Йырҙың йыртығы юҡ”, тиһәләр ҙә…


“Йырҙың йыртығы юҡ”, тиһәләр ҙә…
Күңелемдә йәнә йыр тумалды,
Йыр тыуыуы − үҙе мөхәббәт.
Йыр тыуғанға, ерҙәр ҡотло, моңло,
Мөхәббәт ул − үҙе мәрхәмәт!
Ысынлап та, йыр-моң беҙҙе йәшәтә, илһамландыра, дәртләндерә. Һәр кем, олоһо-кесеһе, күңел торошона ауаздаш йырҙарҙы радио аша тәүлек әйләнәһенә тыңлай ала. Улар араһында ниндәй генә көй юҡ, йырсылар ҙа, башҡарыусылар ҙа бихисап. “Юлдаш” тулҡындарында ла йыш ҡына яңы йырҙар донъя күрә. Сөнки радиоға һәр кем үҙенең ижад емешен килтерә ала, бының өсөн юлдар асыҡ… Әммә был һәр йырҙы тота килеп эфирҙан тыңлай алыу тигән һүҙ түгел. Һәр эштең үҙ тәртибе була. “Юлдаш” радиоһы яңы йырҙарҙы эфирға биреү маҡсатында һайлап алыу өсөн ай һайын художество советы ойоштора. Бында күренекле композитор, шағир һәм йырсылар ҡатнаша. Улар йырҙың һүҙҙәренә, тема, йөкмәтке, рифмаһына иғтибар итә, шулай уҡ шиғри юлдарҙың көй менән бәйләнешле булыуын тикшерә. Арта­бан аранжировкала музыка ҡоралдарының дөрөҫ һәм урынлы ҡулланылыуы, йырсының башҡарыу кимәле һәм яҙманың сифаты баһалана. Килгән яҙ­маларҙа йыр авторҙары – шағир һәм композиторҙың исем-шәрифе мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. Тап “Юлдаш” тул­ҡындары аша йырҙарын халыҡ иғтибарына еткерергә теләүселәр тулы мәғлүмәтте радионың рәсми сайтында таба ала. Килгән яҙмалар рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай.
Заманса йырҙарҙың күбеһенең кө­йөнә йәки тексына дәғүә белдерергә мөмкин. Был күп осраҡта башҡарыусы йырҙың һүҙен дә, көйөн дә үҙе ижад итеүгә бәйле була. Аранжировкала үҙ ерлегебеҙҙән айырылыу күренә. Халыҡтың йырсының моңон түгел, ә сифатлы аранжировканы өҫтөн кү­реүен беҙ заман сағылышы тип ҡабул итергә тейешме? Был һорауҙы апрель айының худсовет ултырышында ҡат­наш­ҡан белгестәр – шағирә Тамара Ис­кәндәриә, йырсы Лилиә Ишемйәрова һәм композитор Илшат Яхинға йүнәлттек. “Йыр шәп, аранжировкаға һүҙ ҙә юҡ, тауышты компьютер ярҙамында тарттырғандар. Ә моң юҡ, йыр иҫтә ҡалмай… Йыр һүҙҙәренең мәғәнәһенә бер аҙ төшөнһәләр ине. “Нимә күрәм, шуны йырлайым” тигән күренеш ялҡытты. Юғары зауыҡҡа хуш килерҙәй образлылыҡ, тос мәғәнә, ҡойоп ҡуйған рифмалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Моң һәм фәлсәфәүи тәрәнлек менән һуғарылған йырҙар шәлкемен тыңлағы килә. Бер үк көйҙәр, тапалған һүҙҙәр йыш осраны”, – тине белгестәр. Әҫәрҙәр башҡарыу оҫталығы, текст камиллығы буйынса тикшерелде. 10 йыр талаптарға тура килмәй, тип табылды. Шуға ла башҡарыусыларға һәм йырсыларға теләк: йырҙарҙың һүҙенә, мәғәнәһенә, көйөнә иғтибар итһендәр. Беҙҙең моңдо башҡаларҙан айырып торған матур төшөнсә – халыҡсанлыҡ тураһында онотмаһындар ине.

Сығыу ваҡыты 24-04-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 170
|
  • Йылдың сағыу тамашаһына рәхим итегеҙ!
  • "Юлдаш" сифатлы йырҙар көтә!
  • Яңы тауыштар, яңы моңдар…
  • “Күптәр талапсан булыуымды яратмай”
  • Баймаҡ радиоһы яңы йырсылар эҙләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Иҫке Күлдә - яңы "клуб"!
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM