НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡәҙерле дуҫтар!


Ҡәҙерле дуҫтар!
Еребеҙгә гөрләп яҙ килгәндә, йөрәк түрендә иң йылы хистәр бөрөләнә, уның һәр һулышы күңелде ҡанатландыра, йәшәйешкә йәм өҫтәй. Күңелегеҙҙә булған хистәрегеҙҙе яҡын кешеләрегеҙгә ваҡытында еткерергә онотмағыҙ. Был тәңгәлдә «Юлдаш» радиоһы ярҙамға килә һәм әйтеп бөтөрә алмаған хис-тойғоларығыҙҙы, изге теләктәр­ҙе йыр-бүләккә ҡушып, һеҙҙең ғүмер байрам табындарын йәмләргә ашыға.

«Ҡәҙерле кешемә» музыкаль ҡотлауҙар программаһы көн һайын көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем башҡорт телендә, 4-тән киске 6-ға тиклем татар телендә эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә.
Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы Теле­үҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге тәнәфесһеҙ эшләй.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәр, беҙҙең реквизиттарға банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, хат менән квитанцияны электрон почтаға ебәрә ала. Хатты компьютерҙа баҫтырып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәреү мотлаҡ. Ҡотлау биреү тәртибе һәм реквизиттар менән рәсми сайтта yuldashfm.ru адресы буйынса һәм радионың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә танышырға мөмкин. Заказ биреү өсөн ҡотлаған кешегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтле хат биреү талап ителә. Яҡынығыҙҙың тыуып үҫкән, йәшәгән ере, эшләгән урыны, ғаилә хәле хаҡында тулы мәғлүмәттәр яҙыуығыҙ һорала. Шулай уҡ уның ярат­ҡан шөғөлдәре, шәхси һыҙаттары тураһында ла яҙырға онотмағыҙ. Һеҙҙең хат нигеҙендә мөхәррирҙәр ҡотлауға йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр өҫтәп, тыңлаусы күңеленә еткерә. Исем-шәрифтәрҙе, ауыл-ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙып, ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырырға, элемтә өсөн телефон һандарын мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡағылған төп талаптарҙың береһе – йырҙың ике вариантта булыуы. Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru. Әгәр ҙә ҡотлау яҙылған яҙма электрон вариантта кәрәк булһа, мотлаҡ рәүештә үҙегеҙҙең электрон адрес­ты күрһәтегеҙ. Ҡотлау хаҡы – 700 һум, диск йә электрон яҙма менән 750 һум.
Байрамдар уртаҡ булһын!

Сығыу ваҡыты 3-04-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 86
|
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йырлы тәбрикләү – иң ҙур бүләк
  • “Ҡәҙерле кешемә”
  • Хаттар яҙҙым ултырып...
  • Яҡындарығыҙҙы Ҡыш бабайҙан ҡотлатығыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM