НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Әйткәндәй”ҙә әйткәндәрҙе ишетегеҙ

“Әйткәндәй”ҙә әйткәндәрҙе ишетегеҙ


“Әйткәндәй”ҙә әйткәндәрҙе ишетегеҙ
Йәшәйеш ҡанундары шундай, бер үк төрлө тормош һикәлтәләрен төрлө кешеләр төрлөсә үтә. Хатта бер үк кеше шул уҡ һикәлтәне төрлө ваҡытта төрлөсә үтә, тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Кемдер ыңғыраша-зарлана, ҡайһылары, тешен шығырлатып ҡыҫһа ла һыр бирмәй, икенселәре еңел генә артыла, ундайҙар тормош юлынан йылмайып-көлөп кенә атлаған һымаҡ.
Ҡайһылары – урап үтеү юлын, ҡайһылары емереү ысулын эҙләй, ә кемдәрҙер үҙ көсөнә ышанмай, бәләкәй генә һикәлтә төбөндә тапана бирә.

Йәшәйешебеҙ тәбиғәте – төрлөсә. Әммә ҡайһы ваҡыт телевизор-радио-интернет тигән “болот­тар”ҙан урғылған ваҡиға-мәғлүмәттәр дауылында аҙашып та ҡалырға мөмкин. Миҫал өсөн, Сүриә менән Украина темаһынан халыҡ күптән биҙгән, ә мәғлүмәтте һаман яуҙыралар ғына. Эш хаҡтары артасаҡ, инфляцияны бөтөрәбеҙ, көрсөктө еңәбеҙ, уңышты мул алабыҙ, оҙаҡ итеп һәм бәхетле йәшәйәсәкбеҙ, Рәсәйҙе барыһы ла юҡ итергә теләй, шуға дуҫтарыбыҙ юҡ һәм башҡалар. Насар мәғлүмәт түгел, әммә көн һайын тиерлек ҡабатлағас, әллә нисек, теге тамған тамсы һымаҡ та булып китә. Һәр ҡайһыбыҙ тормошонда булғандан тыш, йәмғиәтебеҙҙә, беҙҙең тирәләй өйрөлгән ваҡиғаларҙы анализ иләге аша үткәреү, халыҡсаныраҡ итеп, иронияны ла ҡушып, үҙебеҙсәрәк ишеттереү маҡсатында “Юлдаш” радиоһында яңы рубрика булдырҙыҡ. Һәр йома, иртәнсәккәй торғас, 9 сәғәт 15 минуттан “Әйткәндәй” тип әйткәндәрҙе ишетә алаһығыҙ. Әйткәндәй, тормош һикәлтәләрен үткәндә һынмайыҡ, һығылмалы булайыҡ.

Илнар ӘХМӘТГӘРӘЕВ.

Сығыу ваҡыты 1-12-2017, 08:00 | Ҡаранылар: 202
|
  • «Юлдаш» иҫкәртә – һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!
  • Пирамида кеүек күп ҡырлы
  • Яңылыҡ иҫке һуҡмаҡты тапамай
  • Йылдың бәрәкәте үҙебеҙгә бәйле
  • Хоҙай биргән нәмәләрҙе алырға тырышығыҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM