НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Көтмәгәндә-уйламағанда»

«Көтмәгәндә-уйламағанда»


«Көтмәгәндә-уйламағанда»
«Көтмәгәндә-уйламағанда юлыма осрап, фәлән кеше яҙмышымды ыңғайға бороп ебәрҙе. Уның абруйлы бер һүҙе етте». Шундайыраҡ һөйләшеүҙәрҙе ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Йәш саҡта яҙмыш фалын һоноусы, бүләк итеүсе шәхестәргә күптәребеҙ рәхмәтле.

«Юлдаш» радиоһындағы «Көт­мәгәндә-уйламағанда» тип атал­ған яңы тапшырыу ошо хаҡта. Ул айына ике тапҡыр эфирға сыға. Быға тиклем ғалимдар Вәкил Хажин, Гөлнур Хөсәйенова, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов кеүек шә­хестәрҙең тормошондағы көтөлмәгән хәлдәр, бәхетле мәлдәр тураһында бәйән иттек. Мәҫәлән, Вәкил ағай үҙенең ғилем юлынан китеүендә Рәшит Әлмөхәмәтов, Гөлнур Хөсәйенова, фольклорсылар Әхмәт Сөләймәнов, Нур Зарипов төп сәбәпсе булды ти. Кеше тормошонда көтөлмәгән ваҡиғалар, ҡыҙыҡтар ҙа йыш булыусан. Әйтәйек, Юлай ағай Ғәйнетдиновтың тыуған ауылында көтмәгәндә япондар ҡунаҡ булып, халыҡ таланттарын үҙҙәренең «Эн-эйч-кей» телевидениеһына төшөрөп кит­кән, Башҡортос­тан­дың ат­ҡаҙанған табибы Әминә Ис­мәғилеваға ҡасандыр М. Гор­бачев менән съезд президиумында йәнәш ултырыу бәхете тейгән һ.б.
Киләһе тапшырыуҙарҙағы герой­ҙар – әҙиптәр, рәссамдар, полиция хеҙмәткәрҙәре һ.б. Уларҙың тормошонда ла ғәжәп хәлдәр күп булған. Ҡайһыһы ижад фантазияһын, төшкә бәйле ваҡиғаларҙы телгә ала. Бәғзеһе имсенең бер һүҙе, бер ҡарашынан аяҡҡа баҫыуын бәйән итә… Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов:
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар
осрай,
Шундай ҡыҙҙар, ят та үл инде…
тип яҙғанса, өйләнеү тарихын һағынып хәтерләгәндәр ҙә бар.
Башҡа халыҡтарҙың, баш­ҡорт вәкилен осратып: «Һиндә – шул шәхес ҡаны!» – тип ҡосаҡлап алған, өрмәгән ергә ултыртмаған мәлдәре лә радио тыңлаусыларға ҡыҙыҡ булыр, тип уйлайбыҙ.
«Көтмәгәндә-уйламағанда» тапшырыуын айҙың һәр икенсе, дүртенсе йәкшәмбеһендә көндөҙгө сәғәт 1-се 15 минутта һәм кискеһен 10 тула 25 минуттан тигәндә «Юлдаш» радиоһында тыңлағыҙ. Яҙма вариант рәсми сайтта, адресы yuldashfm.ru.

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.

Сығыу ваҡыты 24-11-2017, 07:00 | Ҡаранылар: 122
|
  • «Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
  • «Атайсал» – битараф булмағандар өсөн
  • "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй
  • Рәми ҒАРИПОВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.04.2016 )
  • Үлем көтмәгәндә килә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM