НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йырлы тәбрикләү – иң ҙур бүләк

Йырлы тәбрикләү – иң ҙур бүләк


Йырлы тәбрикләү – иң ҙур бүләк
Йылы һүҙ – йән аҙығы, ти халыҡ. Ысынлап та, күңел дәрҙе үҫтереп, тормошҡа дәрт өҫтәп ебәреү өсөн кешегә бер йылы һүҙ етә… Сөнки бер-береңә ҡарата ихлас мөнәсәбәт – тормоштоң төп нигеҙе. Тағы ла кешегә ғүмер итеү өсөн, һыу-һауанан, уттан-ерҙән ҡала, иң кәрәкле рухи аҙыҡтарҙың береһе – моң. Ошоно яҡшы аңлаусыларҙы туплаған «Юлдаш» радиоһы көн һайын иң ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе тыуған көндәре айҡанлы һүҙ һәм моң ярҙамында тәбрикләй. Музыкаль ҡотлауҙар программаһы көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем башҡорт телендә, көндөҙгө сәғәт дүрттән 6-ға тиклем татар телендә эфирға сыға. Заказдар бер ай алдан ҡабул ителә. Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы Телеүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 5-се яртыға тиклем тәнәфесһеҙ эшләй.
Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләр ҙә йәшәүселәрҙең һорауы буйынса ҡотлау хатын, банк бүлексәләре аша иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрергә була. Ҡотлау биреү тәртибен һәм реквизиттарҙы беҙҙең рәсми сайтта yuldashfm.ru адресы буйынса һәм радионың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә лә ҡарай алаһығыҙ. Заказ эшләү өсөн ҡотлаған кешегеҙ тураһында тулы мәғлүмәтле хат талап ителә.Уның тыуып үҫкән, йәшәгән ере, эшләгән урыны, ғаилә хәле, яратҡан шөғөлдәре, шәхси һыҙаттары тураһында мәғлүмәт яҙыуығыҙ һорала. Һеҙҙең хат нигеҙендә мөхәррирҙәр ҡотлауға йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр өҫтәп тыңлаусы күңеленә еткерә. Исем-шәрифтәрҙе, ауыл-ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр менән яҙыуығыҙ һорала. Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, ниндәй телдә тапшырыуығыҙҙы ла мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Элемтә өсөн телефонығыҙҙы ла яҙырға онотмағыҙ. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡағылған төп талаптарҙың береһе – йырҙың ике-өс вариантта булыуы. Беҙҙең реквизиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә иһә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәреү мотлаҡ. Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru. Ҡотлау хаҡы – 700 һум, диск менән 750 һум.
Байрамдар уртаҡ булһын!

Сығыу ваҡыты 8-11-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 53
|
  • “Ҡәҙерле кешемә”
  • Донъяны башҡортса тыңлағыҙ!
  • Хаттар яҙҙым ултырып...
  • Еңеүсене көтәбеҙ
  • Яҡындарығыҙҙы Ҡыш бабайҙан ҡотлатығыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM