НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»

«Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»


«Юлдаш» радиоһы тәҡдим итә – «Ике йондоҙ»
«Юлдаш» радиоһы йәш арауығы буйынса ла, география, социаль ҡатлам буйынса ла киң даирә тыңлаусылар өсөн эшләй. Шуға ла улар­ҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып, төрлө йүнәлешле тапшырыу, рубрика уйлап табырға, йырҙар һайларға тура килә. Әммә бар халыҡты берҙәй ҡыҙыҡһындырғандары ла юҡ түгел. Шундай проекттар араһына уҙған миҙгелдә генә эфир тулҡындарында урын алған «Ике йондоҙ» тапшырыуын индерергә мөмкиндер.
Замана үҙгәрә, сәйәси ҡоролош алмашына, халыҡ «йондоҙ»ҙар яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтамай. Билдәле шәхестәрҙең көнитмеше, ғаилә хәле, тормошҡа ҡарашы, хәл-ваҡиғаларға мөнәсәбәте ҡайһы берәүҙәр өсөн үҙ ғаиләһе ағзалары яҙмышынан да ҡыҙыҡ булып китеүсән. Тағы ла радио эфирында тапшырыуҙарҙы журналистың үҙе алып барыуына күнегеп бөткәнбеҙ. «Ике йондоҙ» проекты был юҫыҡта саҡ ҡына ситкәрәк тайпылыш алды – тапшырыу­ҙа ҡунаҡтар ғына түгел, ә алып барыусылар ҙа алмашынып тора. «Юлдаш»тың даими тыңлаусылары хәбәрҙар, бында республикабыҙ кимәлендә билдәлелек яулаған төрлө өлкә вәкилдәре алып барыу­сы ролендә сығыш яһай. Улар араһында йырсылар, спортсылар, сәйәсмәндәр, яҙыусылар ҙа бар һәм улар студияға кемде саҡырыу мәсьәләһен үҙҙәре хәл итә. Интервью алыусы менән респонденттың бер өлкәнән булыуы мотлаҡ түгел, әйтер фекерең, бирер кәңәшең, файҙалы ғилемең бар икән, тапшырыу барышында халыҡҡа еткереү мөмкинлеге бирелә. Проект «йондоҙ»ҙарҙың үҙҙәренә лә яңы өлкәлә оҫталыҡтарын тикшереп ҡарау өсөн әһәмиәтле. Һәр хәлдә, тапшырыу яҙылғандан һуң улар радио хеҙмәткәрҙәренең эш үҙенсәлектәрен аңлап, башҡаларҙы ла, тәнҡит менән ябырылыр алдынан, сәбәптәрен асыҡларға өндәй башлай. 10 минут эфирҙа эшләү урынына бер концерт биреүем еңелерәк, тиеүсе йырсылар, бер нисә спектакль уйнап сығам, тиеүсе актерҙар, әллә күпме дәрес бирәм, тиеүсе ғалимдар, уҡытыусылар бар. Ә халыҡтың тапшырыуҙы яратып тыңлауы уларҙың ябай кеше булараҡ асылыуындалыр, тибеҙ.
«Ике йондоҙ» тапшырыуын айҙың һәр дүртенсе йәкшәмбеһендә иртәнге 10 сәғәт 10 минутта, кискеһен 8 сәғәт 10 минутта тыңлағыҙ. Яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта табырға мөмкин. Адресы – uldashfm.ru.

Зилиә ШӘЙМӘРҘӘНОВА,
проект авторы.

Сығыу ваҡыты 2-08-2017, 08:00 | Ҡаранылар: 108
|
  • «Юлдаш» иҫкәртә – һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!
  • Яңы тауыштар, яңы моңдар…
  • “Ике йондоҙ”
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • «Сәләм, студент!»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM