НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » «Юлдаш» иҫкәртә – һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!

«Юлдаш» иҫкәртә – һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!


«Юлдаш» иҫкәртә – һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа!
Көн һайын бер-беребеҙҙе: “Һаумыһығыҙ!” – тип сәләмләйбеҙ, һаулыҡ теләйбеҙ. Сөнки һаулыҡ – кеше өсөн иң төп байлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уны юғалт­ҡас ҡына уйлана башлайбыҙ. Һау-сәләмәт булыу иң элек һәр кемдең үҙенә бәйле. Шуға ла белгестәр, ауырымаҫ өсөн уны иҫкәртеү мөһим, ти. Ошо йәһәттән “Юлдаш” радиоһы “Сәләмәт булайыҡ” тапшырыуы аша һаулыҡҡа бәйле төрлө йүнәлештәге һорауҙарға белгес, табип кәңәштәрен еткерә килә. Ул эфир тулҡындарына йома һайын “Иртәнсәккәй тороп” проектында сыға, тулыраҡ тапшырыу булып һәр икенсе дүшәмбелә 11 сәғәт 15 минутта һәм кисен туғыҙынсы 15 минутта яңғырай. Сәләмәт тормош алып барыу өсөн барлыҡ сығарылыштар ҙа тыңлаусыларыбыҙға көнүҙәк.

Йәйен ялыңды ҡайҙа ойоштороу отошло һәм хәүефһеҙ? Ҡояшта нисек дөрөҫ ҡыҙынырға? Һыу менән йыуыныумы әллә крем, тоник менән таҙарыныу отошломо? Арҡаны тура тотмау ниндәй сиргә килтерә? Стресҡа ҡаршы нисек көрәшергә? Диагноз дөрөҫ ҡуйылмаһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Медицина күҙлегенән ҡарағанда, памперстар бала һаулығы өсөн зыянлымы? Кесерткәндең, йәғни шифалы үләндәрҙең файҙаһы… Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Сәләмәт булайыҡ” рубрикаһының киләһе сығарылыштарында бергәләп яуап эҙләрбеҙ.
Кеше әүҙем тормош позицияһына эйә булырға, бәхетле ғүмер осорон оҙайтыу өсөн үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Донъяуи ваҡиғаларҙы уйҙарыбыҙ аша беҙ үҙебеҙ формалаштырабыҙ. Шул иҫәптән һаулыҡ та – донъяға булған ҡарашыбыҙҙың сағылышы. Ыңғай фекерле, үҙенә лә, башҡаларға ла тик изге мөнәсәбәттә булған, киләсәккә оптимизм менән баҡҡан кешеләр һәр көнөнә ҡыуанып, тормоштан йәм табып, булғанына шөкөр ҡылып, сәләмәт йәшәй. Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа булыуын онотмайыҡ, сәләмәт булайыҡ! Һеҙҙән үҙегеҙҙе борсоған һорау­ҙар менән хаттар көтәбеҙ. Тапшырыуҙарҙы uldashfm.ru адресы буйынса беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин.

Сәриә РАМАЗАНОВА

Сығыу ваҡыты 20-06-2017, 13:00 | Ҡаранылар: 194
|
  • “Сәләмәт булайыҡ” йәғни сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошло!
  • “Юлдаш” радиоһы яңы миҙгелдә
  • Киләсәктә республикамды һау-сәләмәт йәштәрҙең ҡулында күрергә теләйем
  • Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында
  • Ололар тормоштоң тәмен белһен өсөн
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM