НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йәш "Юлдаш"тарыбыҙ күңеленә һалынған "Күпер"

Йәш "Юлдаш"тарыбыҙ күңеленә һалынған "Күпер"


Йәш  "Юлдаш"тарыбыҙ  күңеленә һалынған  "Күпер"
"Ҡороласаҡ әңгәмәбеҙ, яңғыраясаҡ йырҙарыбыҙ менән һеҙҙең күңелдәргә күпер һуҙыр­ға әҙербеҙ!" – тип сәләмләй һеҙҙе "Юлдаш"радиоһында барыусы "Күпер" тапшырыуы.
Ә инде "Күпер"ҙең тарихына күҙ һалһаҡ... 2000 йылда "Юлдаш" йыр-моң каналы асылғас, "Тамыр" студияһына ла тура эфирға сығыу мөмкинлеге бирелде. Шулай итеп, 2000 йылдың 25 сентябренән радио тарихында тәүге тапҡыр балалар тура эфирға сығып, ололар менән бергә тапшырыуҙар алып бара башланы. Студия ҡунаҡтары ла шулай уҡ балалар – үҙҙәренең проблемалары, уңыштары, ҡаҙаныштары тураһында һөйләр һүҙҙәре, бүлешер хәбәрҙәре күп уларҙың.
Шул ваҡыттан алып аҙнаһына бер тапҡыр, бына 16 йыл дауамында, беҙ яратҡан тамашасыларыбыҙҙы тура эфирҙа сәләмләйбеҙ. Хәҙер тапшырыу "Күпер" тип атала һәм шаршамбы көн, киске һигеҙенсе ун биш минутта эфирға сыға. Тапшырыуҙа төрлө-төрлө темаларға һөйләшеү бара: "Өләсәйҙәр мәктәбе", "Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр", "Атайҙар тәрбиәһе", "Йондоҙло ғаиләләр". Психологтар, табиптар, төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар һәм, әлбиттә, тиҫтерҙәренә өлгө булырҙай ҡыҙҙар-малайҙар менән әңгәмәләр ҡорола.
Ҡасандыр тәүге тура эфирҙарҙы алып барған балалар, йәш хәбәрселәр – Алмас Шаммасов, Гөлназ Fәлимуллина, Азат Саҙрыев, Ләйсән Мәзитова хәҙер үҙҙәре ең һыҙғанып журналистикала эшләп йөрөй. Башҡорт дәүләт университеты, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты студенттары ла күп беҙҙең йәш хәбәрселәр араһында. Уларҙың тормош юлын һайлауҙа беҙҙең дә әҙме-күпме өлөшөбөҙ бар икән, быға бик шатбыҙ.
Әлеге ваҡытта "Күпер"ҙәге осрашыуҙарҙы тапшырыуҙың авторҙары Резеда Миндейәрова, Рәзилә Салауатова алып бара, тауыш режиссеры – Азат Рәхимов.
Башланып тороусы яңы миҙгелдә лә беҙ хөрмәтле тыңлаусыларыбыҙ: ҡыҙҙар-малайҙар, атай-әсәй­ҙәр, олатай-өләсәйҙәрҙе "Күпер"ҙәге осрашыуҙарҙа көтөп ҡалабыҙ! Телефондарыбыҙ: 273-88-66, 273-68-47.
Ә инде 1 сентябрь – Белем көнө алдынан, 31 авгус­та үтәсәк "Күпер"ҙә беренсе класҡа барыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен көтөп ҡалабыҙ. Студия ҡунаҡтары – "Сәңгелдәк" тапшырыуының алып барыу­сыһы Розалина менән уның әсәһе Гөлфиә Мусиналар.

Сығыу ваҡыты 31-08-2016, 13:15 | Ҡаранылар: 315
|
  • "Юлдаш" каналының Баймаҡ студияһы һөйләй
  • Юлдаш телеканалы яңы миҙгелде башлай
  • Башҡортостанда тутыҡмай торған беренсе күпер һалынды
  • Йөҙмә күпер асылды
  • “Күп көс һәм тырышлыҡ һалалар”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM