НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Хәбәрсенең һәр эш көнө – яңы тормош бите

Хәбәрсенең һәр эш көнө – яңы тормош бите


Хәбәрсенең һәр эш көнө – яңы тормош бите Радиола эш башлауым "Юлдаш" каналы асылыу осорона тура килде, был хеҙмәттәшлеккә ун биш йыл да булып киткән. Бар республика тыңлаған радио каналында мин әҙерләгән материалдар яңылыҡтар сығарылыштарында, шулай уҡ "Даирә" программаһында яңғырай. Шундай мөмкинлек биргән "Юлдаш" радиоһына сикһеҙ рәхмәтлемен. Район халҡын, әлбиттә, иң тәүҙә үҙҙәре йәшәгән мөхиттәге хәбәрҙәр ҡыҙыҡһындыра, шунан ғына – республика һәм ил хәлдәре. Урында яңылыҡтарҙың төрлөһө бар, әммә бөтә республика өсөн ҡыҙыҡлы сюжеттар эҙләйем. Мәҫәлән, фермерҙың миллион һумлыҡ грант алыуы, йә булмаһа, сағыу байрам тураһындағы репортаж халыҡтың йәшәйешен сағылдыра.
Радио өсөн сюжет, тапшырыу әҙерләүҙең үҙенсәлектәре бар. Респонденттар араһында һөйләргә яратҡаны ла, ауыҙынан бер һүҙ тартып алып булмағаны ла бар. Һуңғылары: "Шулай тип үҙең әйтерһең дә ҡуйырһың, мине яҙҙырып торма", – тип үтенә. Ә миңә һәр хәл-ваҡиғаны иҫбатлап тороусы тауыштар булыуы шарт. Шуға ла ярҙамлашып, кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшергә тырышам.
Әйткәндәй, етәксе һәм эшҡыуарҙар араһында башҡортса һөйләшә белгәндәр аҙ. Әммә күбеһе үҙ телендә һөйләшергә, телмәрен камиллаштырырға тырыша. Ауырыраҡ һөйләшкәндәргә: "Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙың бер генә битен көн һайын ҡысҡырып уҡыһағыҙ, телегеҙ камиллашыр", – тип кәңәш бирәм. Күптәр һүҙемә ҡолаҡ һала һәм, ысынлап та, был алымдың һөҙөмтәле булыуына инана.
Һәр эш көнө – яңы тормош бите. Сюжет эшләгәндә ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашам, уларҙан фәһем алам. Кемдер ҡойо ҡаҙый, баҫма һала, шулай итеп, Сафый ҡоҙоғо йә Мәһәҙи күпере кеүек исемдәр тыуа. Шуға һөйөнәм: ауыр ваҡытта үҙемә кәңәш бирерҙәй, күңелде йылытырҙай яҡындарым, тыңлаусыларым бар. Урамдан үткәндә: "Тауышыңды радио аша ишетеп торабыҙ, һине яратып тыңлайбыҙ," – тип әйтеүҙәре Маҡтау грамотаһына алмаштырырлыҡ баһа.
Хәбәрсе эше ял, график ҡанундарына һыймай. Йыш ҡына эштән һуң ҡайтырға тура килә. Юл төшөп, берәй район яғына сығырға тура килһә лә, диктофонымды ҡалдырмайым. Күрше район яңылыҡтарын да һирәкләп булһа ла радиоға ебәрергә тырышам. Беҙҙең районға килеүсе башҡа төбәк вәкилдәре менән осрашырға тура килһә лә, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайым. "Юлдаш" каналын мәғлүмәттәр менән байытыуҙа, уның эшмәкәрлегендә минең дә тамсылай булһа ла өлөшөм булыуына һөйөнәм. Киләсәктә үҙ тапшырыуымды булдырыу тураһында хыялланам. Уй-ниәттәр күп, әле халыҡҡа ишеттермәгән яҙмалар ҙа байтаҡ. Уларҙы радио тыңлаусыларға еткерергә яҙһын.

Гәүһәр МОЗАФАРОВА,
"Юлдаш" радиоһының Учалылағы үҙ хәбәрсеһе.

Сығыу ваҡыты 8-07-2016, 10:16 | Ҡаранылар: 326
|
  • Һин йәш, мин дә йәш, Беҙ моңдаш һәм фекерҙәш!
  • “Күптәр талапсан булыуымды яратмай”
  • Ә һин “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” өсөн тауышыңды бирҙеңме?!
  • Ә һин “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” өсөн тауышыңды бирҙеңме?!
  • “Афарин!” тиергә генә ҡала
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM