НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мин нисек итеп яңы йылды ҡаршыланым..
Конкурстар // 10-12-2011, 16:12


«Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсында ҡатнашырға булдым. Бәлки, бәхет миңә йылмайыр?
Медицина училищеһын тамамлап, фельдшер һөнәрен үҙләштереп, тәүҙә Күгәрсен районының Аҙнағол һәм Дауыт-Ҡайып ауылдарын, ә һуңынан Сапыҡ һәм Ҡаран ауылдарын хеҙмәтләндерҙем. Фельдшер булып 1977 йылдан 1983 йылға тиклем эшләнем. Әлеге мажаралар нәҡ шул осорҙа булды. 1983 йылда медицина университетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районының 174-се дарыуханаһы мөдире булып эшләйем....

Аҡланда… Яңы йыл
Конкурстар // 10-12-2011, 16:11


Мин үҙем Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәйем. Егерме йылға яҡын почта хеҙмәткәре булып эшләп, әлеге ваҡытта − пенсияла. Кинйә улым, киленем, дүрт ейәнем менән бергә торам, йыл да «Йәшлек»кә яҙылмайынса ҡалмайбыҙ, әле лә 2012 йылға яҙылып, «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсында ҡатнашып ҡарарға булдым....

Эт саба, эт артынан…
Конкурстар // 10-12-2011, 16:11


2006 йылда − Эт йылында булған мәрәкә тураһында яҙып ебәрергә булдым.
Яңы йыл һәр кемдең дә көтөп алған ҙур байрамылыр, моғайын. Ғаилә байрамы булараҡ, өйҙә генә ҡаршылайбыҙ. Иҫке йылды нисек оҙатаһың, яңыһы ла шулай уҡ килә, тиҙәр. Шуға күрә, йорт-ҡураны матурлап, тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп, Яңы йылға әҙерләнәбеҙ.
Шулай итеп, иптәшем менән аҙыҡ-түлек алырға магазинға киттек. Магазин алды тулы кеше. Кемелер нимәлер ала, кемелер байрамды нисек ҡаршылау тураһында һөйләшә....

Яңы йылда… кәзәләр араһында
Конкурстар // 10-12-2011, 16:10


Мин «Яңы йылды нисек ҡаршыланым» конкурсы тураһында уҡып, ҡыҙыҡлы ваҡиға яҙырға булдым. Миңә ун дүрт йәш. 3-сө класта уҡығанда, матур тәбиғәтле, гүзәл Башҡортостанға Үзбәкстандан ғаиләбеҙ менән күсеп килдек. Хәҙер килеүебеҙгә биш йыл була. Башҡорт телен ныҡ яратам. Башҡорт әҙәби китаптарын яратып уҡыйым. Аллаға шөкөр, башҡорт теленән сиреккә гел «бишле» сыға....

Беҙҙең заманда…
Конкурстар // 10-12-2011, 15:33


Яңы 1961 йыл яҡынлаша. Мин училище бөтөрөп, ауылға килдем − эшкә. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә пионервожатый булып икенсе йыл эшләйем. Шунда тормошҡа ла сыҡтым. Икебеҙ ҙә мәктәптәбеҙ.
Яңы йылға ныҡлап әҙерләнәбеҙ. «Башҡортостан пионеры» гәзитендә пьесалар сыға, шуның буйынса тамаша әҙерләйбеҙ. Йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, кейемдәр тегәбеҙ, битлектәр (маска) яһайбыҙ. Элек магазинда бер нәмә лә булмай торғайны. Шыршы биҙәргә төрлө һүрәттәр эшләп, ҡырҡабыҙ, сынйырҙар яһап эләбеҙ. Хәҙер беҙгә айыу, бүре, төлкө, өс ҡуян битлеге кәрәк....

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 10-12-2011, 15:30


«Зенит» менән ЦСКА плей-оффҡа сыҡты
Ҙур спорт тирәләй
Футбол буйынса чемпиондар лигаһының төркөм уйындарында һуңғы осрашыуҙар булып уҙҙы.
Унда Рәсәй клубтарынан «Зенит» менән ЦСКА командалары ҡатнашып, уңышҡа өлгәште. Тәүгеһе Португалияла урындағы билдәле «Порту» футболсылары менән уйнаны һәм улар менән 0:0 иҫәбенә айырылышып, плей-оффҡа сыҡты. Ә бына «Порту», төп бәйгенән төшөп ҡалып, юлын Европа лигаһында дауам итәсәк....

Араларҙы яҡынайта «Тура бәйләнеш»
Махсус бит // 10-12-2011, 15:09


Был аҙнала ла «Йәшлек»тең дежур телефоны аша йәнле аралашыу тынманы. Гәзит уҡыусылары үҙҙәрен борсоған ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәй. Берәүҙәр заманға, тормоштағы проблемаларға ҡарата күңелендә йыйылған аһ-зарын түкһә, икенселәр урындағы власть етәкселәре аша хәл ителмәгән мәсьәләләрен асыҡлауҙа ярҙам һораны. Әлбиттә, беҙҙе «дүртенсе власть» вәкилдәре тип йөрөтһәләр ҙә, журналистар хоҡуҡ белгестәре, социаль яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәре түгел. Әммә «Йәшлек» уҡыусыларының үтенестәренә яуапһыҙ ҡала алманыҡ....

Мөхәббәтем нәфрәт булып йөрәгемде яндыра
Рубрикалар // 10-12-2011, 15:02


Кәңәш тә һорап яҙмайым, тормошҡа ла зарланмайым, бары тик күңелемдәгеһен ҡағыҙ биттәренә төшөрһәм, еңелерәк булып китер, тип кенә өмөтләнәм. Сер һөйләр кешеләрем дә юҡ тиерлек, булғандары ла янымда түгел. Мин шиғыр яҙырға яратам, әммә унда ғына бөтә күңелемде һыйҙырып бөтөп булмаҫ кеүек. Әлегә көндәлек башламағанмын, йәнемде телгеләргә әҙер кешеләрҙең асып уҡыуҙары бар. Шулай ҙа башымда сыуалған уйҙарҙы ҡайҙалыр түгергә кәрәк. Был яҙмамды шул башланмаған көндәлегемдең бер бите тип ҡабул итегеҙ....

Ейәнсура буйлап сәфәр...
Махсус бит // 10-12-2011, 15:01


Тәгәрмәсте тәгәрләтеп ебәрһәң, ул инерция буйынса бара-бара ла туҡтай. Халыҡтың гәзит-журналдарға яҙылып килеп-килеп, бер мәл туҡтап ҡалыуын шул тәгәрмәскә оҡшатам. Ошо тәгәрмәсте ҡуҙғатып ебәреү өсөн этәргес көс кәрәк. Тыуған районыма бер аҙналыҡ сәфәремде ошо көскә тиңләр инем....

Ҡайтып, эш күрһәтегеҙ әле үҙегеҙ!
Рубрикалар // 10-12-2011, 15:00


Яратып уҡыған гәзитебеҙ аша, һуңлаңҡырап булһа ла, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлағым килә. Һәр кемгә сәләмәтлек, мөхәббәт һәм изгелектәр генә теләйем. Ауылда йәшәгән һәр кемдең эш урыны һәм киләсәк бәхетле ҡартлығы булһын ине лә бит. Тик улай ғына килеп сыҡмай шул.
Беҙ, ауыл кешеләре, ҡайсаҡ төрлө урындарға етәксе итеп ҡуйған кешеләрҙең кандидатуралары менән риза түгелбеҙ. Ауыл хужалығын, урмансылыҡты етәкләйәсәк кешеләр үҙҙәре ауылдан сыҡҡан, хужалыҡта эшләгән, беҙҙең проблемаларҙы белгән һәм хәл итергә ҡулынан килерҙәй булырға тейеш. Алдаҡсылар, ялҡау­ҙар һәм бурҙар етәксе итеп һайланмаһын ине....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM