НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 89(2011) » Страница 2

Дәрестәрҙән баш ауырта
Новости / Мәғариф // 15-11-2011, 11:39


Дәрестәрҙән баш ауырта
Табиптар бындай баш ауыртыуын «көсөргәнеш ауырыуы» тип атай. Ул баштың тире аҫтындағы мускулдар­ының көсөргәнеүенән барлыҡҡа килә. Ауыртыу яйлап көсәйә бара һәм әкренләп тарала, баш, тығыҙ баш кейеме кейгән шикелле, ҡыҫып-ҡыҫып ауырта башлай. Уға борсолоу, төшөнкөлөккә бирелеү, насар кәйеф кеүек билдәләр ҡушыла....

Мәғариф хаҡында уйланыуҙар
Новости / Мәғариф // 15-11-2011, 11:38


йәки тәрбиә эше ата-әсәләрҙән аҡса йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмаһын ине...
һәр ата-әсә балаһының белемле, һөнәрле, яҡшы кеше булып үҫеүен теләй. Тик был теләктәр ҡабул булһын өсөн ата-әсәнең һәм баланың тырышлығы һәм һәләте генә етһә икән! Баҡсаға йөрөй башлағандан алып урта мәктәпте тамамлағансы, ата-әсәгә һәм балаға мәғариф системаһындағы ниндәй генә "эксперименттар" менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килмәй! Инновациялар индереү һәйбәт күренеш, әлбиттә, ләкин ул алымдар төплө уйланылғанмы, һөҙөмтәләре нисек булыр, ыңғай яҡҡа үҙгәреш булырмы? Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарыу булып сыҡмаҫмы?.....

Замана крепостнойҙары
Махсус бит / Проблема // 15-11-2011, 11:35


Замана крепостнойҙары
«Баймаҡ районының Төркмән ауылына килеп сығыр инегеҙ, беҙҙә бик күптәр бурыс һаҙлығына батып яфалана, йорттарыбыҙҙа тыныслыҡ юҡ».
Ошондай йөкмәткеле хат алып та, нисек тыныс ҡына ятмаҡ кәрәк?! Юлға сыҡтым.
Төркмәнгә барғас, бындағы халыҡ тарыған бәләнең айышына төшөндөм. Баҡтиһәң, ҡасандыр төрлө банкыларҙан үҙ иҫәбенә кредит алып, аҡсаларын «Ирәндек» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшырғандар ҙа, хәҙер шул сәбәпле яфа сигәләр икән. Бисараларҙың нисек бәләгә тарыуҙары хаҡында бәйән итеүҙәренән түбәндәгеләрҙе аңланым:...

Донъя яңылыҡтары
Новости // 15-11-2011, 11:34


Европаны радиоактив йод баҫҡан?! Донъя яңылыҡтарыКөн һайын тиерлек планетала төрлө ғәрәсәттәр булып ҡына тора.
Әле теге мөйөшөндә, әле был... Бына Европа һауаһында ла радиоактив йод эҙҙәрен күреп, саң ҡағалар.
Әлбиттә, уның кимәле юғары булыуын билдәләһәләр ҙә, әлегә сәләмәтлек өсөн зарарлы түгел, тигән булалар. Австрия, Чехия күген даими үлсәп торалар. Берәүҙәр, Япониялағы ядро һәләкәте касафаты түгелме икән, тип тә аптырай. Әммә белгестәр был фараздан баш тарта. Чехияла, мәҫәлән, октябрь аҙаҡтарында уҡ йод – 131 (радиоактив йод) үҫеше күҙәтелгән. Бөйөк Британия профессорҙары фаразлауынса, йод, бәлки, теләһә ҡайһы дауахананан йә радиофармпрепараттар заводынан сығалыр....

СМС аша һайлау һөҙөмтәләрен бел
Новости // 15-11-2011, 11:33


Әле РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау көнө етмәгән- етеүен, шулай ҙа Үҙәк һайлау комиссияһының федераль мәғлүмәт үҙәгендә уның яҡынса һөҙөмтәләрен халыҡҡа нисегерәк тиҙ генә еткереү сараһын күрәләр.
Ғөмүмән, сәйәси партиялар, әҙерлек нисек бара һ.б. «эҫе» яңылыҡтарҙы беҙ кеҫә телефоны аша ла белә аласаҡбыҙ. 24 ноябрҙә иртәнге сәғәт ундан 4 декабрҙә киске сәғәт туғыҙғаса һайлауҙа ҡатнашасаҡ берекмәләр хаҡында мәғлүмәт биреләсәк, ә 4 декабр­ҙең 21 сәғәтенән 6 декабрҙә 24 сәғәткәсә тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен белеп буласаҡ. Бары тик 5503 номерына смс ебәрергә кәрәк. Был акцияла ил биләмәһен 95 процентҡа ҡаплаған 15 оператор ҡатнаша. Мәғлүмәт, әлбиттә, бушлай түгел − хаҡы 30 тиндән ике һумға тиклем....

Өфө – инвесторҙарҙы йәлеп итеүсе иң яҡшы ҡалаларҙың береһе
Новости // 15-11-2011, 11:33


РБК журналы йыл һайын «Рәсәйҙең бизнес йәлеп итеү буйынса иң яҡшы ҡалалары» рейтингын үткәрә. Быйыл унда 68 ҡала ҡатнашҡан һәм Өфө был рейтингыла өсөнсө урынды биләй.
Инвесторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын уятыу буйынса алты параметр – баҙар күләме, ҡала финансы, төҙөлөш, сауҙа, кешеләр­ҙең йәшәйеш кимәле һәм хәүефһеҙлек – алынған....

Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк
Новости / Спорт // 15-11-2011, 11:32


Мәғлүм булыуынса, 2013 йылда Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Ошоға бәйле, Рөстәм Хәмитов ҙур сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе.
Ултырышта яңы спорт ҡоролмаларын төҙөү, булғандарын реконструкциялау, объекттарҙы техник йыһазландырыу, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, транспорт менән тәьмин итеү, шулай уҡ Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
Әйткәндәй, Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһындағы бындай спорт ярыштары үткәреләсәк беренсе төбәк. Өфө донъяның 20-нән ашыу иленән меңләп уҡыусыны ҡабул итәсәк. Уйындар һигеҙ спорт төрө буйынса үткәреләсәк....

Балалар уйындарының талисманын бергәләп билдәләйек
Новости / Башҡортостан // 15-11-2011, 11:32


Балалар уйындарының талисманын бергәләп билдәләйекРеспубликала халыҡ-ара балалар уйындарының эмблемаһы һәм талисманына конкурс иғлан ителде.
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы унда ҡатнашырға ижади берлектәрҙе, профессиональ рәссамдарҙы, вуз, урта һөнәри уҡыу йорттары уҡытыусыларын һәм студенттарын, реклама менән шөғөлләнеүселәрҙе, үҙешмәкәр рәссамдарҙы саҡыра.
Эштәр быйыл декабрь аҙағына тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10-сы йорттоң 11-се кабинетында ҡабул ителә....

Президент иғтибарында – Салауат ҡалаһы
Новости / Башҡортостан // 15-11-2011, 11:31


Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһына сәфәрендә цинкланған металл конструкциялар етештереүсе «Салауатметалл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә технологик процестар, «Битум» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә етештерелгән продукцияны һатыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Ул әле реконструкция эштәре алып барылған «Нефтехимик» спорт һарайында төҙөлөш эштәре менән танышты....

“Бер-берегеҙгә ярҙам итеп тороғоҙ”
Новости // 15-11-2011, 11:31


Рөстәм Хәмитов 11 ноябрҙә Республика хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы Рәсәй Ҡораллы Көстәренә оҙатыуға арналған тантаналы митингыла ҡатнашты.
Тантаналы өлөштән һуң ул хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары менән аралашты. Егеттәргә мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Республикаһы исеменә тап төшөрмәҫһегеҙ, тип ышанам тине һәм егеттәрҙе хеҙмәт итеү барышында бер-береһенә ярҙам итеп торорға саҡырҙы:...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM