НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

29 580 000 000 һум
Рубрикалар // 15-10-2011, 12:14


29 580 000 000 һум
РФ Эске эштәр министрлығындағы реформанан һуң хеҙмәткәрҙәрҙе кейендереү ошо суммаға төшәсәк. Әйткәндәй, кейемде ЭЭМ хеҙмәткәрҙәренең өстән бер өлөшө алмаштыра. Был 870 мең самаһы кеше....

Кем нисектер, ә беҙ дуҫтарҙы ҡәҙерләй беләбеҙ
Новости / Сәйәсәт // 15-10-2011, 12:12


Эштең ҡыҙған мәле. Юҡ, ямғырҙар туҡтап, баҫыуҙарҙан ҡалған уңышты йыйып алыу хаҡында әйтмәйем, алда торған һайлау көнөнә ҡарата ул «ҡыҙыу» тигән һүҙ. Хәҙер виртуаль донъяла ла Рәсәйҙең иң төп яңылыҡтары шуға арналған була. Ә сит илдекеләрҙең, ғәҙәттәгесә – тайфун, терактҡа әҙерлек, бер-береһенә һөсләтеү һ.б. – ҡыҙығы ла юҡ. Ә беҙҙә партиялар РФ Дәүләт Думаһының түренә ултырғыстар әҙерләй....

Ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар
Рубрикалар // 15-10-2011, 12:11


Ҡыҙыҡлы-ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар
13 октябрҙә «Аҡбуҙат» ипподромы күргәҙмәләр комплексында «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыл­ды. Уны өфөләргә һәм ситтән кил­гән ҡунаҡтарға республикабыҙ­ҙағы туризм һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре менән таныштырыу, Баш­ҡортостан халҡын ғына түгел, ә ошо форумға алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән вәкилдәре аша Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Дзер­жинск, Ворсма (Нижегородка өлкәһе), Краснодар, Магнитогорск, Анапала йәшәүселәрҙе лә ылыҡтырыу маҡсатында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында «БашЭКСПО» күргәҙмәләр үҙәге ойошторҙо....

Туризм тармағы тәүәккәлдәрҙе көтә
Рубрикалар // 15-10-2011, 12:08


Туризм тармағы тәүәккәлдәрҙе көтә
"Башҡортостан туриндустрия союзы" коммерция булмаған ойошмаһы туристик хеҙмәттәр баҙарын көйләү, төбәктең туристик мөмкинлектәрен алға этәреү, Башҡортостан өсөн дөйөм туристик бренд булдырыу маҡсатында бынан ике йыл элек төҙөлә. Күҙаллауҙар буйынса Башҡортостан туриндустрия союзына 500-ҙән ашыу турбизнес ойошмаһы, ҡунаҡхана хужалығы, санатор-курорт комплекстары, шулай уҡ транспорт, страховкалау компаниялары, туризм үҫешен даими яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары инергә тейеш ине....

Саҡырылмаған ҡунаҡтар
Махсус бит / Проблема // 15-10-2011, 12:07


Саҡырылмаған ҡунаҡтар
Марсель ҡабаланып-ҡарһаланып фатирына ҡайтты ла, кроссовкаһын сисеп тә тормаҫтан, аш-һыу бүлмәһенә инде. Өҫтәлдәге бысраҡ һауыт-һабаны мөйөшкә этеңкерәгәс, ҡуйынындағы әйберҙәрен һаҡ ҡына теҙҙе. Ауыҙ эсенән генә мығырлап, әйберҙәрен барланы:
− Тәк-тәк, быныһы бар... Етерлек. Бензины әҙерәк булыр, ахыры... Йә, ярар, уларға бара ул.
Шунан даими клиенты Игорға шылтырата башланы:...

Ни өсөн улар шулай?
Махсус бит / Проблема // 15-10-2011, 12:06


Ни өсөн улар шулай?
Нимә генә күрмәйһең дә, нимә ишетмәйһең был ҡала транспортында?! Хәҙер ир-аттың өлкән ҡатын-ҡыҙға ла урын бирмәй йәйелеп ултырыуына өйрәндек, донъяларын онотоп, ғәм халыҡ алдында үбешеүсе йәштәрҙе лә күрмәмешбеҙ. Ә бына үҫмерҙәрҙең ҡылыҡтары һаман аптырата.
Бер мәл шулай автобуста шым ғына баҫып барам, пассажирҙар алғы ишектән сыға, аҡсаны урта йәштәр­ҙәге ҡатын йыя. Сираттағы туҡталыш алдынан дүрт малай ишек төбөнә ыңғайланы. Шунда тауыш ҡупты. «Сдача бирегеҙ!» – тигән ҡәтғи тауыш ишетәм. «Һуң, балалар, был бит аҡса түгел, ә сувенир», – ти кондуктор. Баҡһаң, үҫмерҙәр уға биш мең һум яһалма аҡса һоноп маташа, имеш, етмәһә, юл хаҡынан ҡалғанын ҡайтарып биреүҙе талап итә....

Күңеленә тотош донъя һыйған
Рубрикалар // 15-10-2011, 12:04


Күңеленә  тотош донъя һыйған
Кеше ғүмере ағын һыу менән тиң. Әле генә кескәй инеш булып үҙ юлын эҙләһә, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул көслө йылғаға әүерелә. Йылға юлында таш-ҡаялар осраған кеүек, кеше яҙмышында ла улар хәтһеҙ. Кемдеңдер тормош карабы ҡаяға бәрелеп, селпәрәмә килә, ә кемдер, оҫта капитан булып, карапты һаҡлап ҡала....

“Бәхетте ошонда тараталармы?”
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-10-2011, 12:03


Баймаҡҡа – “Бәхетле” димләү агентлығына рәхим итегеҙ!
“Бәхетте ошонда тараталармы?”
− Зөлфиә, бындай агентлыҡты асыу уйы һиңә ҡайҙан килде? Ниңә “Бәхетле” тип атаның?
− Бының тамырҙары тәрәндәрәк – мин ҡартатай-ҡартәсәй тәрбиәһе алып үҫтем. Улар 70 йыл бергә матур итеп донъя көттө, һоҡланғыс кешеләр булды. Әсәйемдең сабырлығын, аҡылын да өлгө иттем. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән аҡыл, дин менән һуғарылып үҫтем. Ишмырҙа мәктәбенән Сибай медицина училищеһына ин­дем. Ошонда уҡыған сағымда уҡ Өфөләге шифаханаларҙың береһендә эшләргә хыяллана торғайным. Аллаға шөкөр, маҡсатыма ирештем – Өфөгә сығып киттем дә, “Радуга” шифахана­һына медицина хеҙмәткәре булып эшкә урынлаштым. Бында клиенттар менән эшләү күп нәмәгә өйрәтте....

Башҡорт һылыуына Рәсәй модель бизнесында урын бармы?
Рубрикалар // 15-10-2011, 11:34


«Ксения Собчакты ихтирам итә башланым», – ти «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашыусы Анжелика Якусева
Башҡорт һылыуына Рәсәй модель бизнесында урын бармы?
Был ҡыҙ тураһында гәзитебеҙҙә бер яҙғайныҡ инде. Уны Башҡортостан эстрадаһында яңы ҡабыныусы йәш йырсы итеп асҡайныҡ. Бөгөн тағы ла уның исеменә мөрәжәғәт итәбеҙ, әммә яңы образына. «Топ-модель по-русски» проектында ҡатнашып, Гамбургҡа барыу, «Отто» каталогының йөҙө булыуға иреште Анжелика. «Муз-ТВ» каналынан проектты ҡарап барыусылар уның Мәскәү ҡалаһын яулау юлдарын, тәүге уңыштарын һәм күптән түгел Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайтыу тарихын белә. Тәьҫораттары менән бүлешеүен һорап, беҙ ҙә уға мөрәжәғәт иттек....

Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 15-10-2011, 11:32


Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе Нурия һәм Самат Утарбаевтар тыуған төйәгендә ҡалыуҙарына һис үкенмәй
Йәшәү мәғәнәһе – тырыш хеҙмәттә
Йәшерен-батырыны юҡ, колхоздарҙың күбеһенең хәле бөгөн ҡыуаныслы түгел. Осон-осҡа ялғап көн иткән хужалыҡтарҙа тир түгеүселәрҙең кәйефе лә шәп, тип әйтеп булмай. Йылдар буйы әҙәмсә эш хаҡы алмай, аҡса төҫө күрмәй эшләй улар. Хәл берәй заман ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт менән тоғро хеҙмәт итеүселәр бар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM