НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 23-08-2011, 13:28


Бразилияға етеп булмаҫ, ахыры…
Ҙур спорт тирәләй
20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында футбол буйынса донъя беренселеге үтте.
Финалда әлеге лә баяғы Бразилия йыйылма командаһы менән Португалия йәштәре осрашты. Көсөргәнешле уйында тәүгеләре дәғүәсеһен өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә еңеп, төп призды яуланы. Дөрөҫөрәге, еңеүҙе Бразилия командаһына уның үҫеп килгән «йондоҙ»о Оскар килтер­ҙе. Ул башта иҫәпте аса, һуңынан Португалияға 1:2 иҫәбенә еңелеп килгәндә, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә, ә инде өҫтәмә ваҡытта еңеү голын индерә. Беренселек тарихына килгәндә, Бразилия уйынсылары был призды бишенсе тапҡыр яулай....

Ҡартлыҡ
Әҙәбиәт // 23-08-2011, 13:25


Ҡасандыр үҙ йортонда улы, килене һәм ейәне менән бер ҡарт йәшәгән. Ҡартлыҡтан уның күҙҙәре һуҡырая, ҡолағы һаңғыраулана, тубыҡтары ҡалтырай башлаған. Ҡайһы ваҡыт ашағанда хатта ҡулындағы ҡалаҡты ла тота алмаған. Шул арҡала ашы йәки башҡа аҙыҡ-түлек өҫтәлгә түгелгән. Улы менән килененең быға шул тиклем асыуы ҡабарған, ҡарттың ҡылыҡтарынан ерәнеп, аҙаҡ уны үҙҙәре менән өҫтәл артына бөтөнләй ултыртмай башлағандар. Аҙыҡты мейес артындағы бер мөйөшкә, бик иҫке, насар һауытҡа һалып биргәндәр. Ҡарттың, мөйөштән өҫтәл яғына ҡарап, күҙҙәре йәшләнгән. Бер көндө ҡулдары ҡалтырап, тәрилкәһе төшөп китә лә уртаға ярыла. Бынан һуң инде бөтөнләй сығырынан сыҡҡан килен ҡартты бик ҡаты ҡысҡырып әрләй, ә бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ауыр итеп һулап ҡына ҡуя. Аҙаҡ килен кеше ҡартҡа ағас тәрилкә ҡуя ла, дорфа итеп, быныһын инде теләһәң дә вата алмаҫһың, тип ҡысҡыра....

Яҡындарыңды һыйла
Махсус бит // 23-08-2011, 13:25


Ғаиләң, туғандарың йә яҡын дуҫтарың менән бер табында ултырыу, улар­ҙы үҙең әҙерләгән тәмле ризыҡтар менән һыйлау – үҙе бер бәхет. Бар оҫталығыңды, күңел йылыңды биреп, алъяпҡысыңды быу ҙа, эшкә тотон! Түбәндәге үҙенсәлекле рецептар ҙа ярҙам итһә, беҙ ҙә шатбыҙ....

Үәт, ҡыҙыҡ
Әҙәбиәт / Юмор // 23-08-2011, 13:24


Ҡарт кешеләр, әгәр ҙә намыҫтары таҙа булһа, яҡшы эшләһәләр, гонаһ ҡылмаһалар, үлгәндән һуң СССР-ға эләгәсәктәренә ышана....

Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 23-08-2011, 13:23


Еңеүҙе яҡынайтыуҙа олатайымдың да өлөшө бар
Олатайым тураһында уйлана торғас, уның үткәндәренә төшөп киттем. Уй-фекерҙәремде бер төйөнгә төйнәп, осон табырға тырышам. Еңел түгел икән шул һуғыш тураһында яҙыуы. Сөнки уның тураһында нимә беләм инде? Кинофильмдарҙа күрһәтелгән ҡурҡыныс кадрҙарҙы күҙ алдына килтерә алам, уҡыған китаптарым был мәхшәр тураһында бер аҙ күҙаллау бирә. Ә бына һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәреп, уларҙы йырып сыҡҡан олатайымдың үҙ ауыҙынан ишеткәндәрем күңелемә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Юҡ, ул фронтта, ут эсендә, булмаған, әммә шул мәлдә быуыны ла нығынып өлгөрмәгән үҫмер тыл михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән. Шуның өсөн дә, моғайын, «һуғыш» һүҙе ҡолағыма салын­һа, кесерткән менән балтыр­ғандан аш бешереп ашаусылар ҡылт итеп иҫкә төшә....

Яҡташтарҙың Польшаға походы
Новости / Тарих // 23-08-2011, 13:22


Ҡариҙел районы составына ҡараған Хәлил ауылына нигеҙ һалыусы Хәлил Яҡупов хаҡында яҙмаҡсымын. Ул оҙаҡ йылдар Суннар улусы старшинаһы булып торған. Был административ һәм хәрби вазифаны ул атаһы Яҡуп Сынмырҙин үлгәс ала, тик теүәл ваҡыты билдәле түгел. Ләкин ХVIII быуаттың алтмышынсы йылдарында ул инде улусты етәкләгән була. Унда 284 йорт иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналиндың улусында 115 йорт булған....

Әйле ырыуының сая ҡыҙы
Рубрикалар // 23-08-2011, 13:20


Журналист һәр һүҙен, фекерен аныҡ факттар менән нығытырға тейеш, тип иҫәпләй Зәйтүнә Ханова
Әйле ырыуының сая ҡыҙы
Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Ханова Мәсетле районының Йыланыш ауылында тыуған. 1973 йылда 1-се республика мәктәп-интернатын тамамлай, 1978 йылда, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем алып, филолог, башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгесе һөнәренә эйә була. Хеҙмәт юлын «Ленинсы» республика гәзитендә тәржемәсе булып башлай. «Йәшлек» гәзите асыл­ғас, унда сәйәсәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә...

Бензинға хаҡ арта
Махсус бит / Проблема // 23-08-2011, 13:19


Ә автозаправкалау станцияларына «Ун литр бензин – бушлай!» акцияһын ойошторорға тәҡдим ителә
Бензинға хаҡ арта
Рәсәйҙә автомобиль яғыулығына хаҡтар ошо айҙа ҡапыл артып китте. «Росстат» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул 0,8 процентҡа, йәки 40 тингә артҡан. Июль аҙағында бензинға уртаса хаҡ 25,57 һум тирәһендә тирбәлһә, әле ул 25,88 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, бөтә төр маркалы бензин да ҡиммәтләнгән....

Студент отрядында сынығып, уҡыуға яңы дәрт менән
Рубрикалар // 23-08-2011, 13:18


Студент отрядында  сынығып, уҡыуға яңы дәрт менән
Йәйен йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк төҫ ала. Ваҡытлыса эш менән тәьмин итеү йәһәтенән студент отрядтары төҙөү – иң һөҙөмтәле алым. Был хеҙмәт төркөмдәре – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Студент отрядтары штабы» төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, уҡыу йорттарының берлектәге эш «емеше»....

Сәләмәт сабыйҙар – көслө генофонд
Рубрикалар // 23-08-2011, 13:15


Сәләмәт сабыйҙар – көслө генофонд
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын үҫешендә тайпылыштар булған 100 мең бала тыуа. Яралғыны әсә ҡарынында тикшереү был аномалияларҙы иҫкәртә, кәрәк булғанда дауалау мөмкинлеге лә бирә. Пренаталь диагностика тип атала ул һәм был өлкәлә яңы проект та бар. Был турала медицина фәндәре докторы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һөйләй....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM