НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бал тотҡан – бармағын ялаған
Махсус бит // 13-08-2011, 11:02


Бал тотҡан –  бармағын ялаған
Сираттағы оҙайлы ялымды йәйҙең иң ҡыҙыу ваҡытында алдым. Күктә – самаһыҙ ҡайнар ҡояш, аяҡ аҫтында – турғай башы ҙурлыҡ еләк, һауала – иҫ киткес хуш еҫ, һыу буйы тулы – халыҡ. Эйе, был – июль! Отпускымдың тәүге көнөндә үк йәнтөйәгемдә – Күгәрсен районының Бикес ауылында инем инде. Күңелле һәм рәхәт: атайым менән әсәйем эргәһендә, ялға ҡайтҡан апайҙарым, уларҙың балалары менән нисек күңелһеҙ булһын ти?! Юҡ, был ял итеп кенә ятҡан, тип уйлап ҡуймағыҙ. Бесәнгә лә йөрөнөм, еләккә лә барҙым, картуф баҡсаһында ҡуңыҙға ҡаршы ла көрәштем. Һәм тағы ла... Ана шул тағы ла тигәнем тураһында ентекләберәк яҙмаҡсымын....

Яҡшы клиент үҙенә тартып тора
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-08-2011, 11:01


Эшҡыуарлыҡтың республикабыҙҙа йылдан-йыл нығыраҡ үҫеш алыуы ҡыуаныслы. Теләге булған, хәленән килгән кеше, әйҙә, үҙ аллы эшләһен, етеш тормошта йәшәһен – бының өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылған. Хәҙерге заманда ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса йүнсел булыу, маҡсатыңа өлгәшеү өсөн тәүәккәллек, ышаныслы аҙымдар менән алға барыу зарур, һәләтеңә, мөмкинлегеңә ҡарап, дөрөҫ йүнәлеш алыу ҙа мөһим....

Замандан бигерәк, замана сире бөлдөрә беҙҙе
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 13-08-2011, 11:00


Замандан бигерәк, замана сире бөлдөрә беҙҙе
Заман ауыр, тиергә яратабыҙ. Эшһеҙлек, эскелек, аҡсаһыҙлыҡ, сараһыҙлыҡ. Ыңҡ, һыңҡ. Шулай ҙа, ҡайһы берҙә саҡ ҡына үҙеңде йәлләмәй, аҙыраҡ ҡына тырышлыҡ һалғанда, проблемаларҙың күбеһе хәл ителеүен, ҡыйынлыҡ артынан еңеллек килеүен оноторға ярамай....

Аҙна аптыратҡыстары
Рубрикалар // 13-08-2011, 10:58


«Үле йәндәр» вузды баҫты
Берҙәм дәүләт имтиханы менән нимә генә эшләмәйҙәр. Мәктәптәр генә түгел, вуздар ҙа шуның тирәләй баш ҡатыра.
Ана бит, Пирогов исемендәге Рәсәй медицина милли тикшеренеү университетына ла БДИ-нан юғары балл алыусылар ябырылған. Иң абруйлы факультеттарҙа 800-гә яҡын бюджет урыны шыплап тулған да ҡуйған. Етмәһә, әлеге егет һәм ҡыҙҙарҙың һәммәһенең тиерлек вузға конкурсһыҙ инеү өсөн ташламаға хоҡуғы ла бар икән. Шикләнә-икеләнә торғас, шул асыҡланған: баҡһаң, был абитуриенттар ҡағыҙҙа ғына, имеш....

Ерҙе ҡотҡарырға Экзюпери геройын саҡырайыҡмы әллә?
Новости / Сәйәсәт // 13-08-2011, 10:55


Япониялағы ер тетрәү Антарктидала ғәләмәт ҙур айсбергтың аҡтарылып сығыуына булышлыҡ иткәнен асыҡлағандар. НАСА белгестәре махсус радар менән тикшереп алған фотоһүрәттәр күрһәтеүенсә, аҡтарылған боҙҙоң майҙаны – алтыға туғыҙ саҡрым, ҡалынлығы – 80 метр. Цунами шул тиклем ҡеүәтле булған, хатта ки Антарктида менән көньяҡтағы океан ярҙарына тиклем барып еткән. Антарктидаға юлдың 13 мең саҡрым самаһы икәнен иҫәпкә алғанда, тулҡындар­ҙың көсөн күҙ алдына килтерегеҙ инде. Тағы ниндәй сюрприздар булыр? Тәбиғәт ғәрәсәтенән башты ҡомға йәшереп кенә ҡотолоп булһа икән дә.
Тулҡын тигәндән, Англия тарафтары ла «тулҡынлана» бит әле....

«Халыҡ программаһы»на ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?
Рубрикалар // 13-08-2011, 10:53


Һуңғы арала илебеҙҙә йәмғиәтебеҙ өсөн ят булған ваҡиға – РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн алдан тауыш биреү, йәғни праймериз бара. Республикала планлаштырылған 17 праймериздың 15-е үтте лә инде. «Берҙәм Рәсәй»ҙең «уң ҡулы» булған Халыҡ фронты буласаҡ депутаттарға нәҡ халыҡтың уй-фекерен еткереүсе булып тора. Халыҡ фекеренә таянып, «Халыҡ программаһы» төҙөлә. «Халыҡ программаһы»на ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек респонденттарға....

Республикала эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар һәйбәт
Новости / Рәсәй // 13-08-2011, 10:52


«Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһы илдең 40 төбәге араһында бәләкәй һәм урта бизнес өсөн булдырылған шарттар буйынса тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, беҙҙең республика тәүге ун имен төбәк араһына ингән....

Һайлаусылар ғына яңылышмаһын инде!
Рубрикалар // 13-08-2011, 10:50


РФ Дәүләт Дума­һына депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн был юлы Өфөнөң ете районының алтынсыһының – Октябрь районы һайлаусылары алдан тауыш бирҙе. Баш ҡаланың иң ҙурҙарының бере­һе һаналған был районынан төрлө кимәлдәге коллективтар үҙ кандидаттары өсөн бюллетендәргә үҙ тамғаларын ҡуйырға 315 иң әүҙем вәкилен ебәргән. Ә исемлектәге 123 кандидаттан был праймеризда ҡатнашырға 46-һы килгәйне....

Халыҡ менән йәнле аралашыу бара
Рубрикалар // 13-08-2011, 10:49


Саҡмағош районы сираттағы праймериз майҙанына әйләнде. Алдан тауыш биреүгә был юлы Баҡалы, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко, Саҡмағош, Шаран райондары һайлаусылары һәм 40-тан ашыу кандидат йыйылды....

ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ
Новости / Иман // 13-08-2011, 10:48


ИЗГЕ ЙОМАЛА – ЯҢЫ МӘХӘЛЛӘ
Изге Рамаҙан айының тәүге йомаһында Кү­мертау ҡалаһының, уға ҡараған Ира, Алексе­евка, Көйөргәҙе районының Бөгөлсән, Яҡут, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылдарының мосолмандары Өфө – Ырымбур трассаһының Мораҡҡа боролған юл сатында кәңәш ҡорҙо. Йыйын­ды Ханты-Манси Автономиялы Округы мөфтөйө кәңәшсеһе, сығышы менән Дауыт-Ҡайып ауылынан булған Мөхтәр Сәғитов асты. Унда ҡатнашыусыларҙы изге Рамаҙан айы менән тәбрикләгәндән һуң, ул сараның маҡсатын аңлатып үтте....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM