НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Студент отрядтарын мауыҡтырғыс йәй көтә
Рубрикалар // 23-04-2011, 13:30


Студент отрядтарын мауыҡтырғыс йәй көтәБашҡортостан студенттары һәр ваҡыт ҡыҙыу эш, ваҡиғалар уртаһында ҡайнай. 2003 йылда барлыҡҡа килгән «Башҡортостан студент хеҙмәт отрядтары штабы» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы йылдан-йыл меңәрләгән студентты ваҡытлыса эш менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнай. Штаб етәксеһе, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Руслан Ҡанбулатов һүҙҙәренсә, был ойошма егет һәм ҡыҙҙарға уҡыуҙан буш ваҡытта эш табып биреүҙә генә түгел, ә тәжрибә тупларға, хеҙмәт баҙарына үҙ аллы аяҡ баҫыуында бик мөһим ярҙам булып тора....

ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Махсус бит // 23-04-2011, 13:26


ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘҺайлаған һөнәрем буйынса ғүмеремдең байтаҡ өлөшө юлда үтһә лә, һәр яңы командировкаға сығыр алдынан күңелемдә ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тулҡынланыу хасил була. Башта мең төрлө уй ҡайнай. Әле лә, “Өфө – Яңы Уренгой” поезына ултырыр алдынан, баш ҡалабыҙ вокзалында гөж килгән меңәрләгән пассажирға ҡарап, уйға ҡалдым. Ҡайҙа бара был тиклем халыҡ, нимә эҙләп сәфәр сыҡҡандар?...

Полиция хеҙмәткәрҙәре коррупцияға ҡаршы тора алырлыҡмы?
Новости // 23-04-2011, 13:24


РФ Эске эштәр министрлығының Шәхси хәүефһеҙлек департаменты вәкилдәре буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең коррупцияға ҡаршы тотороҡлоғон тикшереү ихтималлығы ҡаралыуы тураһында белдерҙе....

Балҡыны йөҙҙәр, йондоҙло погондар…
Новости / Мәҙәниәт // 23-04-2011, 13:23


Быйыл тәүге тапҡыр үткәрелгән Эске эштәр ветерандары көнө БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан ҙурлап билдәләнде: Өфөләге Ҡала мәҙәниәт һарайында «Батырлыҡ. Ҡыйыулыҡ һәм Намыҫ» тип аталған милиция балы ойошторолдо. Сараға Эске эштәр министрлығы ветерандары менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселәре, республиканың көс структуралары етәкселәре, Төньяҡ Рейн ере – Вестфалияның Эске эштәр министрлығы белгестәре делегацияһы ағзалары саҡырылғайны. Балға килеүселәрҙе тәбрикләп, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин: «Бөгөн беҙ матур традицияға нигеҙ һалабыҙ. Был сара быуындар күсәгилешлелеген һаҡлау, офицер традицияларын дауам итеү маҡсатын күҙ уңында тота», – тип сараның маҡсатын билдәләп, унда йыйылыусыларға яҡшы байрам кәйефе теләне һәм иң әүҙем ветерандар ойошмаларына, тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән Өфө юридик институты курсанттарына, Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, миҙалдар тапшырҙы....

«һәр кеше ғаилә ҡороуға етди ҡарарға тейеш»
Рубрикалар // 23-04-2011, 13:18


«һәр кеше ғаилә ҡороуға етди ҡарарға тейеш»19 – 20 майҙа беҙҙең республикала VIII халыҡ-ара «Рәсәй ғаиләһе» конгресы үтәсәк. Ул республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыу­лыҡты нығытыу йылына арнала. Ғөмүмән, быйылғы йылға арнап республикала күп кенә сара уҙғарыла һәм планлаштырыла. Ошо көндәрҙә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юридик факультет деканаты тарафынан ойошторолған «Милләт-ара татыулыҡ һәм уны нығытыуҙа йәштәрҙең роле» тигән «түңәрәк өҫтәл» үтте. Унда республиканың төрлө милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре сығыш яһап, Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтарының быуаттар буйы үҙ-ара татыу йәшәүенең уникаль тәжрибәһе булыуын һәм уны һаҡлау, тағы ла байытыу зарурлығын билдәләне. «Милли үҙенсәлектәр күберәк булыуы менән беҙ бер-беребеҙгә ҡыҙыҡлы» тигән фекер сараның төп идеяһына әүерелде....

«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡ
Новости / Мәҙәниәт // 23-04-2011, 12:51


Учалы төбәгендә Белорет, Бөрйән, Межгорье рәссамдарын берләштергән ижади төркөм булдырылды
«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡҺәр бер йорттоң үҙ рәссамы бар – балаларҙы күҙ уңында тотам. Бала-саға үҫкән һәр өйҙә стеналар, хатта ҡайһы ваҡыт журнал-китаптар ҙа, йәш рәссамдың иғтибарынан ситтә ҡалмай – ҡайҙа булһа ла сыйғыслап, һыҙғылап, ул үҙенең эҙен ҡалдыра. Өлкәнәйә төшкән ҡыҙҙар дәфтәр­ҙәргә сәскә-күбәләк, принцессалар төшөрә, ә малайҙарҙың һәр дәфтәре артында тиерлек – самолет-танкылар ҙа автомат-машиналар... Һүрәт төшөрөргә яратмаған бер кескәй ҙә юҡтыр ул. Хатта бер йәшлек кенә сабыйҙың да ҡулына бумала тоттор, бер нисә минуттан ул ихласлап ҡағыҙҙы ла, үҙен дә, тирә-яҡты ла буярға керешә. Шунан ҡыуаныс-рәхәтлек ала....

Ҡоштарға һунар итеүгә рөхсәт ал!
Новости // 23-04-2011, 12:47


Республикала яҙғы һунар миҙгеле асылды. Хәҙер Башҡортостан урмандарында ата ҡор менән һуйырға, вальдшнепҡа, ҡыр өйрәгенә һәм ҡыр ҡаҙына һунар итергә мөмкин.
Тик бер «әтнәкә»һе бар: дәүләт пошлина­һы һәм йыйымдар түләгәндәргә генә һунар итеү рөхсәт ителә. Йыйым түләү ҡор менән һуйырға һунарға ғына ҡағыла. Ҡалған ҡоштарға дәүләт пошлинаһы 400 һум тора.
Һунар миҙгеле 1 майға тиклем дауам итә. Рөхсәт ҡағыҙы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында бирелә....

Бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүек
Конкурстар // 23-04-2011, 12:47


Яҙыусыларҙың оло йыйынында гәзитебеҙ иғлан иткән Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте
Бәйгеләрҙә сапҡан ат кеүекБашҡортостан яҙыусыларының XV съезы Рәшит Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр конкурсы еңеүселәре өсөн икеләтә әһәмиәтле һәм иҫтәлекле булды. Бар яҙыусылар алдында, Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаев, Ноғман Мусин кеүек шәп хикәйәсе тип нарыҡлап, бүләк тапшырһындар әле – һәр ижадсыға тәтер бәхет түгел был....

Ағиҙел буйында яңы ауыл төҙөлә
Новости // 23-04-2011, 12:45


Тиҙҙән Башҡортостанда яңы ауыл барлыҡҡа киләсәк. Республика парламенты ошо турала закон проектын ҡараны. Депутаттар ҡарамағына Белорет районының Сермән ауыл биләмәһендә яңы тораҡ пунктын төҙөү хаҡында мәсьәлә ҡуйылды....

Ямғырға зар юҡ!
Новости // 23-04-2011, 12:45


Ямғырға зар юҡ!Башҡортостандың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре геү килеп яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Әле республиканың ете районы дым ҡаплауҙы башлаған. 17 районда баҫыуҙарҙы тырматыу эше айырыуса әүҙем бара.
Республика буйынса һанағанда, бөтәһе 1600 гектар­ҙан ашыу майҙанда дым тотолған. Шу­лай ҙа һығымталар яһарға иртә әле – был эште 1 миллион 327 мең гектар май­ҙанда башҡа­рыр­ға кәрәк. Дым тотоуҙың яҙғы сәсеү кампанияһы барышында тәүге баҫҡыстар ғына икәнлеген билдәләргә кәрәк. Шулай уҡ республикала ужым культураларын ашлау, күп йыллыҡ үләндәргә минераль ашламалар индереү эштәре лә әүҙемләшә. Әлбиттә, ямғырҙар яуып тороуы ауыл хужалығы техникаһының эшен бер аҙ тотҡарлай. Шулай ҙа бер кем дә был бәрәкәткә зар­ланыр­ға йыйынмай. Улай ғына ла түгел, ямғырҙар­ҙың бик кәрәкле ваҡытта яуыуын билдәләп ҡыуаналар.
Лилиә СИРАЕВА....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM