НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 27(2011) » Страница 3

Энергетика генийы?!
Рубрикалар // 9-04-2011, 10:49


Күгәрсен районынан Ирек Байғусҡаров арзан электр энергияһы етештереү ысулын белә
Энергетика генийы?!Гәзитебеҙҙең сайтына мөрәжәғәт итеүсе Ирек Байғусҡаровты үҙебеҙсә шулай атаныҡ. Электр энергияһы етештереүҙең оригиналь варианты, йәғни электр станцияһын уйлап табыуы хаҡында хәбәр иткәйне ул. Аңлауыбыҙса, яңы танышыбыҙ арзан электр энергияһы етештереүҙең аныҡ схемаһын төҙөгән булып сыға. Яңылыҡты ҡыҙыҡлы һанап, тиҙ арала уйлап табыусының үҙен эҙләп таптыҡ. Баҡтиһәң, геройыбыҙ Күгәрсен районының Ялсы ауылында йәшәүсе биш ул атаһы икән....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 9-04-2011, 10:48


Башҡортостандың Эҙәрмән­дәр отрядтары фонды хәрби ҡәберлектәр буйынса хөкүмәт-ара килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған «Мемориал – 2011» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Башҡортостан вәкилдәре башҡаларға хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәрҙе эҙләп табыу технологияһын тәҡдим итәсәк. Республиканың эҙәрмәндәр отрядтары фонды 16 фәнни йүнәлеш буйынса эш алып бара һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә....

Бензинға тағы хаҡ артамы?
Новости // 9-04-2011, 10:45


Бензинға тағы хаҡ артамы?Бәләң булмаһа, машина ал, тигән әй­тем барлыҡҡа килгәнгә күп түгел. Был – халҡымдың замана әйтеме. Дөп-дөрөҫ ул. Яңы «Стратегия – 2020» проекты автор­ҙары ла автомобиль хужаларын йоҡоһонан яҙҙырыр­ға уйлай, буғай....

Өсөнсө балаға – бушлай ер участкаһы
Новости // 9-04-2011, 10:43


Өсөнсө балаға – бушлай ер участкаһыБР Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты республика парламентына БР Хөкүмәте индергән «Башҡортостан Республи­каһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына төҙәтмәләр индереү тураһында» закон проектын ҡараны....

Бейеүселәр еңеү менән ҡайтты
Новости / Мәҙәниәт // 9-04-2011, 10:41


Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының «Нәжәғәй» бейеү ансамбле Мәскәүҙең «Атлант» балалар ижадын үҫтереү фонды Иваново ҡалаһында үткәргән «Алтын балдаҡ» Х Рәсәй бейеү конкурсына барып ҡайтты....

Битараф түрә штраф түләрме?
Новости // 9-04-2011, 10:41


Теге йәки был чиновникка зарығыҙ менән мөрәжәғәт итеп, инде нисәмә ай яуап ала алмай интегәһегеҙме, йә һеҙҙе бер кабинеттан икенсеһенә йүгертәләрме? Быға тиҙҙән сик ҡуйыласаҡ: граждандарҙың мөрәжәғәттәре тирәләй волокита тыуҙырған һәм артыҡ формализмға барыусы түрәләргә хәҙер биш мең һумдан алып ун мең һумғаса штраф янай.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ошоға бәйле РФ Дәүләт Думаһына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа тейешле үҙгәрештәр индереүҙе ҡарарға ҡушты. Ул тәҡдим иткән закон проектында халыҡтың үтенестәренә, хаттарына битараф ҡараған йәки бөтөнләй сүп кәрзиненә ырғытыуҙы хуп күргән етәкселәрҙе «аҡылға ултыртыу» ҡаралған....

Туристар Башҡортостанды һайлаясаҡ
Рубрикалар // 9-04-2011, 10:38


Туристар Башҡортостанды һайлаясаҡРеспубликабыҙҙа туризмды үҫтереү кәрәклеген бөгөн һәр кем аңлай. Ни тиһәң дә, Хоҙай Тәғәлә биргән матур тәбиғәтте донъяның башҡа урындарында йәшәүсе кешеләр ҙә күрергә хоҡуҡлы, һәм урындағы халыҡ был байлыҡтан килем алырға тейеш. Әлбиттә, туристарҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу талап ителә һәм беҙҙә һуңғы осорҙа ошо йүнәлештәге эштәр әүҙемләшә бара. Хәҙер Башҡортостандың туристик ресурстары Рәсәй туроператорҙар ассоциацияһының интернет порталы менән ҡулланыусылар­ға билдәле буласаҡ. Был инде Башҡортостанға килергә теләгән һәр бер турист рәсми портал аша ғына үҙенә кәрәкле урынды, күрһәтелгән хеҙмәттәр­ҙе һайлап алыу хоҡуғына эйә тигәнде аңлата. Ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылыуы беҙгә ҙур перспективалар аса....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM