НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 27(2011) » Страница 2

Йәйәү йөрөү өсөн урам буласаҡ
Новости / Башҡортостан // 9-04-2011, 10:54


Өфөнө үҫтереү буйынса генераль планға ярашлы, баш ҡалабыҙҙа, ниһайәт, халыҡ йәйәү йөрөй торған урамдар буласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө буйынса идаралығы на­чальнигы Рәмзит Мәсҡулов­тың белдереүенсә, Мостай Кәрим менән Октябрь революцияһы урамдарын шундай урындар итеү күҙаллана. Каруанһарай менән Дуҫлыҡ монументын тоташтырған урам иң масштаблы варианттарҙың береһе һанала. Элекке Ҙур Ҡаҙан урамы әлегәсә үҙенең архитектура йөҙөн юғалтмаған, биҙәкләп, үҙенсәлекле итеп төҙөлгән йорттар шул килеш тора....

Диниә назараты традицион исламды тоторға саҡыра
Новости / Иман // 9-04-2011, 10:53


Башҡортостан мосолмандарының Үҙәк диниә назараты республика етәкселеге һәм халыҡҡа исламдың традицион йүнәлешенә – Әбү-Хәнифә мәҙһәбенә (мәктәбе) өҫтөнлөк биреүҙәрен һәм радикал дини ағымдарҙың таралыуына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте....

Халҡыбыҙ ҡомартҡылары бөтә донъя кимәлендә өйрәнелеүгә лайыҡ
Новости / Мәҙәниәт // 9-04-2011, 10:53


Халҡыбыҙ ҡомартҡылары бөтә донъя кимәлендә өйрәнелеүгә лайыҡБыл аҙнала Башҡортостанда РФ Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы ЮНЕСКО эштәре буйынса РФ комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе етәкселегендә Юнеско эштәре буйынса РФ комиссияһы делегацияһы булып китте. Эш сәфәре барышында улар республиканың уҡыу йорттары, ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре эшмәкәрлеге менән танышты, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тәбиғи ҡомартҡыларын өйрәнде, ЮНЕСКО хәрәкәтен артабан йәнләндереүгә арналған эшлекле осрашыуҙарҙа, «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнашты....

Эҙләү дауам итәсәк
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 9-04-2011, 10:52


Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда тыуған 127 меңдән ашыу яугир хәбәрһеҙ юғалған, 100 меңдән ашыу кешенең ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ – улар яу яланында ятып ҡалған....

«Дуҫтар китабы»
Әҙәбиәт // 9-04-2011, 10:52


З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте күрше тө­бәктәр – Татарстан, Сы­уашстан һәм Мари Иле Рес­публикалары менән китап продукцияһы өлкәһендә үҙ-ара алмашыу тураһында килешеү төҙөнө.
Ошо көндәрҙә Башҡортос­тан «Башҡорт китаптары йорто» нәшриәте магазинында ошо республикаларҙың китап кәштәләре асылды. Күрше төбәктәрҙә сығарылған китаптар араһында Татарстан­дың күренекле рәссамы Евгений Канаевтың «Непри­думанные истории» фотоальбомы айырым урынды биләй. Э. Колчеваның «Дет­ская энциклопедия», «Реки Все­­ленной» китаптары, «Блю­да чувашской кухни», мари һәм сыуаш халыҡ әкиәттәре, рус-мари һүҙлеге, балалар китаптары һәм нәфис әҙәбиәт, этник тарих һәм традицион мәҙәниәт буйынса китаптар һәр кешегә оҡшаясаҡ.
Китаптар менән алмашыу һөҙөмтәһендә күрше республикалар башҡорт әҙәбиәте менән дә таныша аласаҡ....

«УралСиб» финанс корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек нығына
Новости // 9-04-2011, 10:51


Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте менән «УралСиб» финанс корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Яҡтар республикала заманса банк технологияларын һәм банк инфраструктураһын, шул иҫәптән «Универсаль электрон карта» проектын үҫтереүгә һәм үҙләштереүгә булышлыҡ итеү, уртаҡ инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырыу­ға, сәнәғәт комплексының инновацион үҫтереүгә, предприятиеларҙы техник яҡтан үҙгәртеп ҡороуға һәм модернизациялауға ярҙам күрһәтеү тураһында килеште....

Шағирә Лилиә Ҡәйепова – шиғриәт кисәһендә
Новости / Мәҙәниәт // 9-04-2011, 10:51


Төркиә Республикаһының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Токат өлкәһенең Решадия район үҙәгендә үткән Халыҡ-ара шиғыр кисәһендә башҡорт шағирәһе Лилиә Ҡәйепова, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстандан һәм Төркиә ҡалаларынан шағирҙар ҡатнашты....

САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...
Махсус бит / Проблема // 9-04-2011, 10:51


Балыҡ тотоу түләүле буласаҡмы?
САБАҠ ҠАРМАҠҠА ҮҘЕ ЭЛӘКҺӘ ЛӘ...«Волганы 1943 йылда ла бер кемгә лә бирмәнек, хәҙер ҙә эләктерә алмаҫһығыҙ!», «Түләүле балыҡ тотоу булмаясаҡ!», «Халыҡ йылғаларынан ҡулдарығыҙҙы алығыҙ!», «Чиновник, һин беҙҙең дошманмы әллә?» тигән һүҙҙәр яҙылған плакаттар тотҡан халыҡтың пикетҡа сығыуын берәү ҙә көтмәгәндер. Татарстандың баш ҡалаһында 3 меңгә яҡын балыҡсы республика хөкүмәте бинаһы алдында йыйылған.
Эш шунда: быйыл ғинуарҙан көсөнә ингән федераль закон буйынса, һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотҡан өсөн аҡса түләргә кәрәк буласаҡ – халыҡ бының менән килешә алмай бер була....

Урындағы хакимиәттәрҙә – үҙгәрештәр
Новости // 9-04-2011, 10:50


Сибай ҡалаһы ҡала округы советы ултырышында Фәим Айҙарбәков үҙ теләге менән хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡала округы советы тарафынан был вазифаға икенсе кеше тәғәйенләнгәнсе ҡала депутаттары ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Хәлит Сөләймәновҡа йөкмәтте....

Төбәк башлығының көньяҡ райондарға сәфәре
Новости / Башҡортостан // 9-04-2011, 10:49


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарында булып, бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы һәм социаль объекты, атап әйткәндә, «Рощинский» совхозының әҙер продукцияһы һәм ит эшкәртеү цехы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул шулай уҡ мал һуйыу, тултырма цехтарын, фасовкалау бүлеген, теплица хужалығын һәм 1280 баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексы төҙөлөшө урынын ҡараны....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM