НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 20(2011) » Страница 3

«Аллоплант» Гиннесс китабына инерме?
Новости // 15-03-2011, 12:59


«Аллоплант» Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәгендә үҙенсәлекле ҡоролма бар. Ул – архитектура «күҙе».
Үҙәктең генераль директоры Эрнст Мулдашев әйтеүенсә, күҙ алмаһы ысын күҙҙәге кеүек ҙурайып-бәләкәсәйеп торорға тейеш. Был бинаны тиҙҙән күҙ төҙөлөшөн хәтерләткән ҡан тамырҙары менән «тултыра», йәғни һүрәтен төшөрә башлаясаҡтар. «Аллоплант» үҙәге етәкселеге Гиннестың рекордтар китабына инергә теләп, ғариза ла яҙған – был «күҙ» донъяла иң ҙур күҙ конструкцияһы булыуға дәғүә итә. Үҙәккә үткән шәмбелә БР Президенты Рөстәм Хәмитов та килеп, ундағы эш барышы менән танышты, билдәле пациент – Киевтан Тамара Горбачева менән аралашты....

Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе
Махсус бит / Проблема // 15-03-2011, 12:59


Ғалимдар иҫәпләүенсә, ер тетрәү арҡаһында Ер шары күсәренән тайпылған, ә планетала тәүлек ҡыҫҡарған
Япониялағы һәләкәт бөтә донъяны тетрәндерҙе11 мартта Японияла 8,9 балл ҡеүәтендә ер тетрәне. Һөҙөмтәлә 10 метр бейеклегендәге цунами ҡотороп, ҡала-ҡасабалар­ҙы һыу баҫты, йөҙәрләгән кеше емереклектәр аҫтында ҡалған, меңләгәне зыян күргән. Һуңғы өс көн эсендә ярты миллиондан ашыу кеше эвакуацияланған. Мияги префектураһында ғына хәбәрһеҙ юғалғандар һаны 10 мең кешегә етә. Хонсю утрауына бигерәк тә ныҡ «эләккән» – ер тетрәүҙең эпиүҙәге Сендай ҡалаһынан – 130 саҡрым көнсығышта, Токионан 373 саҡрым төньяҡ-көнсығышта утрау яры буйында, 24,4 саҡрым тәрәнлектә теркәлгән. Японияның баш ҡалаһы Токиола ла биналар емерелгән, ил буйынса газ торбалары шартлауҙан хәүеф көслө, мобиль элемтә насар эшләй, авиаосоштар, тимер юлында йөрөү туҡтатылған, Токио янында нефть һаҡлау келәте яна, ялҡын 30 метр бейеклеккә еткән. АЭС-тар, нефть эшкәртеү, ҡорос ҡойоу предприятиелары, «SONY» компанияһының алты заводы ваҡытлыса эшен туҡтатыу тураһында хәбәр иткән....

Бушлай юридик ярҙам алығыҙ!
Новости / Башҡортостан // 15-03-2011, 12:58


Бушлай юридик ярҙам алығыҙ!«Рәсәй юристары ассоциацияһы» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе 23 мартта республикала Бушлай юридик ярҙам көнө үткәрә.
Һорауҙары булған халыҡ иртәнге сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем Өфө, Белорет, Нефтекама, Сибайҙа Бушлай хоҡуҡи ярҙам үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.
Өфөлә юридик консультацияны Мөҡсинов урамы, 2-се йорт, М. Рыльский урамы, 9/1, Достоевский урамы, 73, 131 (306 «а» кабинет), Октябрь проспекты, 74/2, Сельская Богородская урамы, 37 адрестары буйынса алырға мөмкин.
Белореттағы адрес – К. Маркс урамы, 48 (7-се кабинет), Сибайҙа – К. Цеткин урамы, 2, Нефтекамала – Социалистик урамы, 47....

Энергия селтәрҙәре хужаһыҙ булмаһын
Новости / Башҡортостан // 15-03-2011, 12:57


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Абаканда уҙған Дәүләт Советы ултырышында, хужаһыҙ ҡалған энергия селтәрҙәре проблемаһын хәл итергә кәрәк, тип белдерҙе.
Башҡортостанда ғына ошондай селтәрҙәр 1000 километрҙан ашыу. Уларҙы тергеҙеп, ниндәйҙер ойошма ҡарамағына биреү өсөн 1,5 миллион һум аҡса талап ителә. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, был республика проблемаһы ғына түгел, ә бөтөн илгә хас күренеш. Ғөмүмән, Башҡортостан, Татарстан кеүек республикаларға энергетика баҙары шарттарында көйлө эшләп китеү өсөн булышлыҡ кәрәк, тигән уйҙа республикабыҙ етәксеһе.
Әйткәндәй, ултырышта республикалағы әлегә төҙөлөш туҡтатылған ГЭС, ТЭЦ-тар хаҡында ла һүҙ күтәрелде. Башҡортостан етәкселеге улар буйынса Рәсәй Энергетика министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып бара....

Уңыштар бар, әммә эшләйһе эштәр ҙә күп
Новости / Башҡортостан // 15-03-2011, 12:56


БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары З. Рәх­мәтуллина, Рәсәйҙең Пара­лимпия комитеты вице-президенты А. Строкин, төрлө министрлыҡ, ведомстволар вәкилдәре, район-ҡалалар хакимиәттәренең йәштәр бүлектәре, спорт комитеты етәкселәре ҡатнашлығында үткән киңәйтелгән коллегия ултырышында йәштәр сәйәсәтенең нисек бойомға ашырылыуы, физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде һәм киләһе осорға был өлкәлә өҫтөнлөклө йүнәлештәр, бурыстар билдәләнеп, етеш­һеҙлектәр тәнҡитләнде....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 15-03-2011, 12:54


Һайлау тамам

Рәсәйҙең 83 субъектының 74-ендә төрлө кимәлдәге һайлауҙар үтте.
Һайлауҙарҙы күҙәтеүселәрҙең фекеренсә, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар теркәлһә лә, һайлау кампанияһы лайыҡлы һәм ғәҙел уҙған.
Билдәле булыуынса, быйыл декабрҙә РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар буласаҡ. Шуға ла әлеге кампанияны, федераль кимәлдә ойошторолған сара алдынан бер баҫҡысты үтеү тип тә атайҙар. Үҙәк һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, һайлауға халыҡ ил буйынса бик әүҙем килгән. Сара буйынса аныҡ һандар әлегә билдәле түгел....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 15-03-2011, 12:51


Башҡортостан «Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Наркопритондарҙың ҡайҙа урынлашыуы, наркотиктар әҙерләү, һаҡлау һәм улар менән сауҙа итеү факттарын 8-800-347-20-30 телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин. «Ышаныс телефоны» 18 мартҡа тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләй....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM