НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 11(2011) » Страница 4

Һәйкәл ҡуйырлыҡ еңгәй
Рубрикалар // 12-02-2011, 10:42


Башҡортостандың матур тәбиғәтле урманлы тауҙар ҡосағында, Кесе Һүрәм буйында урынлашҡан Ейәнсура районының Бикбау ауылын элек Аҡҡужа тип йөрөткәндәр. Урам уртаһынан сылтырап ҡына аҡҡан йылғаға, өйәңкеләргә ҡарап туймаҫлыҡ ауылда ҡаты ғына холоҡло Вәлиулла Илтенбаев тигән олатай йәшәне. Уның ике ҡатыны булды: олоһо – Мәхүпъямал, йәше Мәрхиә исемле ине. Икеһе лә берәр ир бала тапты. Ҙур әсәй­ҙән – Ғәлиулла, кесеһенән Ғәйфулла ағай тыуа. Ғәлиулла ағай Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғас, ике ҡатын Ғәйфуллаларын иркәләп, бергә үҫтерә. Тыйнаҡ, аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло егет Мораҡ педучилищеһын тамамлап, ауылға уҡытыу­сы булып ҡайта һәм бөтә ғүмерен Бикбай урта мәктәбендә балалар­ға белем биреүгә бағышлай....

Әйтһәм, белеп әйтәм
Әҙәбиәт // 12-02-2011, 10:41


АЛДАШЫУ

Ышанһаң таҫма телгә, батыр­һың төпһөҙ күлгә.
Сәрүәр Ғәләүетдинов....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 12-02-2011, 10:39


Бала табыу йортоноң тәҙрә төбөндә:
– Әҡлимә, әйт инде, кем?
– Беҙҙекеләр. 5:4....

«...Һәр бер милләт – уның гөлө»
Новости / Рәсәй // 12-02-2011, 10:31


Өфөнөң Конгресс-холында РФ Дәүләт Советы президиумының «Рәсәй йәмғиәтендә милләт-ара татыулыҡты нығытыу саралары» темаһына ултырышы үтте
«...Һәр бер милләт – уның гөлө»Ҙур сара алдынан Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфө ғилми үҙәгенең Этнология тикшеренеүҙәре институтының археология һәм этнография музейында булды. Ул Урал төбәгендә борондан алып йәшәгән халыҡтарҙың этно-мәҙәни мираҫын һаҡлаусы эре музейҙарҙан һанала. Дмитрий Медведев менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов һәр залды ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ил етәксеһен бигерәк тә солоҡсолоҡҡа, һунар һәм балыҡсылыҡҡа бәйле экспонаттар, башҡорт милли кейеме, тирмәһе мауыҡтырҙы. «Сармат алтыны» үҙенсәлекле коллекцияһы иһә барыһының да иғтибарын йәлеп итте....

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
Гәзиткә яҙылыу // 12-02-2011, 10:24


Икенсе ярты йыллыҡҡа «Йәшлек»кә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға теләйһегеҙме? Бер тауыштан: «Әлбиттә», – тиер­һегеҙ. Улайһа, бар мәшәҡәттәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, янсығығыҙ менән почта бүлексәһенә ашығығыҙ. 1 февралдән 31 мартҡа тиклем 80148 индексы буйынса «Йәшлек»кә (шишәмбе, шәмбе һандарына) икенсе ярты йыллыҡҡа тәүге ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса яҙылыу мөмкинлеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Бар нәмәгә хаҡтар күпергән заманда яратҡан баҫмағыҙға арзанға яҙылып ҡуйығыҙ, дуҫтар! Отолмаҫһығыҙ....

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 12-02-2011, 10:16


Хәүефләндерҙе...
Был аҙнала беҙҙе...Находканан Тая­ма Шинкай пор­­тына юллан­ған 12 кешенән торған «Алек­сан­дра» судноһы Көнь­яҡ Корея яр­ҙа­ры буйында фа­жи­ғәгә тарыған.
Бер моряк ҡына иҫән ҡалған, ҡал­ған­­дары һәләк бул­­­­ған. Фаразлау­ҙа­рынса, ул башҡа судно менән тө­көшкән....

Ауылға субсидиялар бүленә
Новости // 12-02-2011, 10:13


Республикала «2012 йылға тик­лем ауылды социаль үҫтереү» программаһына 295,9 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Федераль бюджеттан ҡаралған субсидиялар ауыл ерендә йәшәүсе граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, газ, һыу үткәреүгә, шулай уҡ ауыл ерендә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәктәре селтәрен, спортты һәм физик культураны үҫтереүгә тотоноласаҡ....

«Ростелеком» ярҙам итәсәк
Новости // 12-02-2011, 10:13


«Ростелеком» ярҙам итәсәкТөбәк башлығы Рәсәй элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев менән осрашты.
Осрашыуҙың төп темаһы – электрон хөкүмәт һәм электрон дәүләт хеҙмәттәренең сифатын күтәреү мәсьәләләре. Һөйләшеү барышында шулай уҡ ауылдарҙа элемтә инфраструктураһының тиҙләтелгән үҫеше темаһы ла ҡаралды.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте менән «Ростелеком» ҡала-ара һәм халыҡ-ара электр бәйләнеше асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө....

Ҡаҙаҡтар беҙҙең тәжрибәне өйрәнә
Новости / Башҡортостан // 12-02-2011, 10:12


БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында Ҡаҙағстан делегацияһы республиканың ошо өлкәләге эш тәжрибәһен өйрәнде.
Башҡортостан ЖКХ реформаларын бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә булһа, энергияны һаҡсыл тотоноу буйынса илдә иң алдынғыларҙан һанала.
Тәжрибә уртаҡлашыу сиктәрендә Ҡаҙағстан делегацияһы «Өфөводоканал» предприятие­һында булды. Алдағы көндәрҙә улар ҡаланың энергияны һаҡлау һәм энергоэффектив технологияларҙы индереү үҙәгенә, «Өфө­горсвет» предприятиеһына барасаҡ....

Йәш ғалимдарға – Рәсәй Президенты гранты
Новости // 12-02-2011, 10:11


Республиканың алты йәш ғалимы – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтынан Юлиә Вахитова, БДУ-нан фән докторы Вадим Захаров, Рәсәй Фән­дәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институтынан фән кандидаты Вадим Минғәлиев, БДУ-нан фән кандидаттары Сергей Шау­лов менән Рәсүл Зиннәтуллин, Өфө дәүләт авиация техник университетынан фән кандидаты Александр Кишалов ошо юғары наградаға лайыҡ булды.
Йәш таланттар араһында конкурс Рәсәйҙең йәш ғалимдарына ярҙам күр­һәтеү маҡсатынан ойошторола. Грант өҫтөнлөклө йүнәлешле фән, технологиялар һәм техника буйынса фундаменталь һәм ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреүгә сығымдарҙы финанслау маҡсатында ике йылға бүленә. Фән докторҙары өсөн грант күләме – 1 миллион һум, фән кандидаттары өсөн 600 мең һум тәшкил итә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM