НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 10(2011) » Страница 3

Уттан ҡотолоп булмай
Новости // 8-02-2011, 10:15


Уттан ҡотолоп булмайБаш ҡаланың Совет районында сыҡҡан янғын биш кешенең ғүмерен алып китә. Янғын 5 февралдән 6-һына ҡарата төндә «Малая Вокзаль­ная» урамындағы бер ҡатлы шәхси йортта сыҡҡан.
«Ҡыҙыл әтәс» тураһында янғын һүндереү часына күршеләре шылтырата. Утты һүндергән һәм конструкцияларҙы ҡутарған саҡта биш кешенең мәйете табыла. Уларҙың береһе – йорт хужаһы. Ҡалған­дарының кем булыуы асыҡлана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы вәкиле Алина Ғә­ниева әйтеүенсә, йорт хужаһы – 61 йәшлек ир милицияла, эскелек менән мауығыусы булараҡ, иҫәптә торған. Уның өйөндә даими рә­үеш­тә эскеселәр йыйылған. Быға тиклем иҫкәрмәләр эшләнһә лә, эскелектең ахыры ошо янғын булғандыр ҙа инде, күрәһең.
Янғын күрше йорттарға ла янаған, әммә янғын һүндереүселәр уға таралырға ирек бирмәй....

Милли ихаталар күргәҙмәһе
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:14


10 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында 10 милли ихата күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Унда республика халыҡтарының торлаҡтары, йорт йыһаздары, кейем-һалымы, сувенирҙары һәм милли аш-һыу күрһәтеләсәк.
Конгресс-холда башҡорт тирмәһе лә урын аласаҡ, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәр­ҙәре милли кейемдәрҙәге гипстан яһалған фигуралар әҙерләгән. Биҙәлгән өҫтәлдә традицион башҡорт ашамлыҡтары – бауыр­һаҡ, бал һәм ҡымыҙ буласаҡ....

Инновация сәйәсәтенә иғтибар етмәй
Новости // 8-02-2011, 10:12


Республика башлығы Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Фәнни-техник һәм инновация сәйәсәте буйынса советтың киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
Уның билдәләүенсә, беҙҙе сит илдәрҙә етештерелгән тауарҙар уратып алған. Инновациялар мөхитен үҫтереү өсөн үҙебеҙҙә шарттар ҙа, ҡеүәт тә бар, тик инновациялар ғына юҡ. Эшҡыуарҙар яғынан инновация сәйәсәтенә иғтибар етмәй. Инновация сәйәсәтен үҫтереүҙә бигерәк тә йәштәрҙең яңы идеяларын файҙаланыу мөһим, сөнки нәҡ улар төрлө эксперименттарға тәүәккәл тотона....

Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылға
Новости / Башҡортостан // 8-02-2011, 10:12


Ауыл – ҡалаға, ҡала – ауылғаБашҡортостандың баш ҡалаһында уҙған ял көндәрендә ит йәрминкәләрендә 20-нән ашыу райондан ауыл халҡы 68 тонна продукция һатты.
һатыусылар иҫәбендә эре ауыл хужалығы етештереүселәре генә түгел, фермерҙар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа булды. 35 тонна һыйыр итенең бер килограмы 180 – 240 һумдан, һарыҡ ите – 170-тән 230 һумға тиклем, йылҡы ите – 160 – 220, диетик тауыҡ ите – 90, сусҡа ите 150 – 200 һумдан һатылды.
Ҡулланыусылар баҙарында хаҡтарҙы бер аҙ тотороҡландырыу маҡсатында Өфөлә ҡышҡы ит йәрминкәләре башланды. Киләһе ял көндәрендә ҡала халҡы йәнә запас­тарын тулыландыра һәм урындағы етештереүселәрҙән сифатлы продукция һатып ала аласаҡ....

Халыҡтар дуҫлығы йортона – иң күркәм бина
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:11


БР Халыҡтар дуҫлығы йортона яңы бина эҙләү мәсьә­ләһе бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне инде.
Быйыл, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы иғлан ителгәс, был бурысты үтәү – намыҫ эше. Президент Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Дуҫлыҡ йорто концерттар, лекторий, күргәҙмәләр уҙғарыу өсөн дә уңайлы булған монументаль бина булырға тейеш. Шундайҙар иҫәбенә Конгресс-холл да инә, уның ҡайһы бер бүлмәләре буш та тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, февралдә бина һайланған булырға тейеш.
Шулай уҡ тиҙҙән республикала милләт-ара берлек тураһында баҫма ла донъя күрә башлауы, дөрөҫөрәге, тергеҙелеүе (элек «Согласие» журналы сығып килгән) ихтимал.
Президенттың милли йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу ваҡытында билдәләүенсә, йәштәр өсөн төрлө этнос вәкилдәре араһынан лидерҙар эҙләү мотлаҡ. Республикала геройҙар күп, улар нилектәндер онотолған....

Ҡала уртаһында – граната
Новости // 8-02-2011, 10:10


Стәрлетамаҡтың юл-коммуналь хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡаланың эске эштәр идаралығына серле табыш тураһында хәбәр итә – Коммунистар урамында гранатаға оҡшаған әйберҙәр тулы пакетҡа юлыҡҡандар.
Милиция хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ урынға барып етә һәм пакетта унлаған хәүефле припас – ысын гранаталар булыуын асыҡлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тейешле саралар күрелә. Әлеге көндә пакет хужаһын эҙләйҙәр....

Өфөлә тағы бер притон юҡ ителде
Новости // 8-02-2011, 10:10


Наркокүҙәтеү идаралығының «ышаныс телефоны»на, Өфөнөң Зорге урамы йорттарының береһендә наркомандар йыйыла, тигән шылтыратыу булғас, полиция шунда уҡ сара күрә – әйтелгән адрес буйынса тикшерергә барып та етә.
Бер бүлмәле фатирҙа дезоморфин әҙерләү өсөн медицина препараттары, химия реактивтары туп-тулы, имеш. Оперативниктар наркотиктан иҫереп ултырған биш кешене лә ҡулға алған. Уларҙың икәүһе генә эшләй, ҡалғандары – әрәмтамаҡтар. Араларында балалы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Етмәһә, притон ойоштороусы ла – әсә кеше....

Хоҡуҡ тәртибе нығытыла
Новости / Башҡортостан // 8-02-2011, 10:09


Республика йортонда БР Президенты Рөстәм Хәмитов рөйеслегендә республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышы булды.
Унда 2011 йылға Башҡортостанда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү эшенең комплекслы планы раҫланды. Ул экстремизмды һәм миграция өлкәһендә кире күренештәрҙе иҫкәртеү, коррупцияға ҡаршы тороу, енәйәттәрҙе, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуын һәм наркоманияны иҫкәртеү йәһәтенән саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота....

Указға ҡул ҡуйылды
Новости // 8-02-2011, 10:08


Төбәк башлығы «БР Президенты йөкләмәләренең үтәлешенә контроллек итеүҙе тормошҡа ашырыу тәртибе тураһындағы положениены раҫлау хаҡында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, Президент йөкләмәләренең үтәлешенә контроллек итеүҙе ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм уны көсәйтеү маҡсатында БР Президенты йөкләмәләренең үтәлешенә контроллек итеүҙе бойомға ашырыу тәртибе тураһында положение раҫлана. БР Президентының 1997 йылдың 3 октябрендәге «БР Президенты йөкләмәләренең үтәлешенә контроллек итеүҙе ғәмәлгә ашырыу тәртибе тураһындағы положениены раҫлау хаҡында»ғы УП–644 һанлы Указы ғәмәлдән сығарыла....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 8-02-2011, 10:07


Өфө ҡалаһында «Талант ҡанаттарында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестивале дауам итә. Уны «Таланттар планетаһы» балалар ижадын яҡлау һәм үҫтереү үҙәге ойоштора. Әлегә тиклем Һамар, Пицунда, Волгоград ҡалаларында үткән конкурс Өфөнән һуң Омск ҡалаһына юл аласаҡ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM