НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » “Йәшлек”кә яҙылдыҡ,тип ҡыуандырыусылар күп әле

“Йәшлек”кә яҙылдыҡ,тип ҡыуандырыусылар күп әле


Матбуғат баҫмаларына киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Почтанан алған мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, “Йәшлек”те бығаса ла алдырып уҡыусы дуҫтарыбыҙҙың күбеһе беҙгә тоғро ҡалған. Уларға “Афарин!” тибеҙ. Тап һеҙгә өндәшәбеҙ, дуҫтар, үҙегеҙ яҙылғас, күршеләрегеҙҙең дә, туған-таныштарығыҙҙың да иҫенә төшөрөгөҙ: гәзиттә уларға ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр мотлаҡ буласаҡ, әйҙә, яҙылһындар. Кешене әйҙүкләү, яҡшы нәмәләргә өндәү, саҡырыу – беҙҙең халыҡта борондан килгән йола.
“Үҙ телебеҙҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған баҫмаларҙы яҙҙырып уҡыу әллә ни ҡатмарлы эш түгел дә ул, әлбиттә, киләһе йылға ла үҙебеҙҙе был бәхеттән мәхрүм итмәйбеҙ”, – тип шылтыратып шатландырғайны бер уҡыусыбыҙ.
Үкенеүселәр булмаясаҡ. Гәзитебеҙҙең тәүге һанында уҡ уҡыусыларҙы ҙур сюрприз көтә. Артабан иһә өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә ҡыҙыҡһынып уҡыған бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең тормошона арналған мәҡәләләр циклы дауам итәсәк, күренекле шәхесебеҙ Мостай Кәримдең Факил Мырҙаҡаев әҙерләгән афоризм һәм фәһемле фекерҙәре лә үҙ уҡыусыларын табыр, моғайын. Былар – һеҙгә тәҡдим итәсәк мауыҡтырғыс яҙмаларҙың бәләкәй бер өлөшө генә.

“Йәшлек”кә яҙылыу хаҡы –
482 һум 52 тин.
Баҫманың индексы – 80148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Сығыу ваҡыты 13-12-2013, 04:37 | Ҡаранылар: 1161
|
  • Ҡыштырлатып гәзит уҡымаһам, күңелем булмай…
  • “Йәшлек” менән булырға бер ҡасан да һуң түгел
  • Милли баҫмаларға яҙылыу ҙа халҡыңа хеҙмәт итеү ул...
  • “Йәшлек”кә арзаныраҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бирәбеҙ
  • Ял мәлендә – гәзит бик шәп ул
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM