НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Үтек кәрәкме, әллә һыуытҡысмы?

Үтек кәрәкме, әллә һыуытҡысмы?


Һүҙ көрәштерергә яратмайым. Юҡ икән – юҡ, эйе икән – эйе. Шуға ла түбәндә яҙғандарымды, нимәлер иҫбат итергә йыйына был, тип ҡабул итә күрмәгеҙ. Минең маҡсат бер генә – фекеремде еткереү, ҡалғанын һәр кем үҙ зауығынан сығып хәл итер.
Һуңғы ваҡытта беҙҙең йәмғиәт, интернет яҡшыраҡмы, әллә инде гәзит кеүек мәғлүмәт сығанағымы, тип “тәрән уйлана” башланы. Юҡ, ҡулланыусылар ғына түгел, бәғзе бер журналистар үҙҙәре лә ошо айҡанлы бәхәстәр ойоштороп ала. Миңә ҡалһа, был, үтек яҡшыраҡмы, әллә һыуытҡысмы, тип баш ватыуға тиң. Йә булмаһа, лимонды һығып, әфлисун һуты көтөп ултырған кеүегерәк. Икеһе ике йүнәлештә эшләгән нәмәләрҙе сағыштырып, һайларға тырышыуҙың ни мәғәнәһе? Башҡаһы ла, һәр яҙылған һүҙе ете ҡат үлсәнгән “Йәшлегебеҙ” ҙә беҙгә бик кәрәк! Донъя бит шундай бай, уның бөтә һый-ниғмәттәрен дә ҡулланып өлгөрөргә тырышайыҡсы, кешеләр! 90 йыл буйына ярһып сапҡан “Йәшлек”тең дәртен, саялығын артабан да һәр көн тойоп йәшәргә, беҙҙең менән бергә булырға саҡырам. Гәзиттә ниндәй мәҡәләләр сыҡҡанлығы тураһында яҙып та тороу артыҡ – уларҙы кем белмәй?
“Йәшлек” – республикала барған ваҡиғалар менән халыҡ араһында үҙенсәлекле бер күпер булып тора. Башҡортостаныбыҙҙың көнитмешен иләк аша үткәреп, халыҡҡа кәрәклеһен, фәһемлеһен генә еткереп яҙған гәзиттең аҙнаһына бер йортоғоҙҙо нурландырыуы – оло бер мәртәбә. Әле “Йәшлек”кә яҙылыу кампанияһы бара. Бөгөнгөгөҙ күркәм булһын – үҙегеҙҙе “Йәшлек”тән мәхрүм итмәгеҙ!

Л. СИРАЕВА.

Әйткәндәй

Беҙҙең иң әүҙем уҡыу­сыларыбыҙ араһында, моғайын, сәйәхәт итергә яратыу­сылар ҙа барҙыр. Беҙ улар тураһында ла онотманыҡ – баҫмабыҙҙың дуҫы, бағыусыбыҙ “Хазина – тур” туристик ойошмаһы, Ҡазандың иң матур урындарын күрһәтергә тип, юлламаһын, кеҫә телефонын әҙерләп тә ҡуйған. Бәхет кемгә йылмайыр, уныһын күрербеҙ. Дуҫтар, “Йәшлек”кә яҙылығыҙ, фаразлағыҙ, бүләк отоғоҙ һәм, әлбиттә, еңегеҙ!
“Хазина – тур”ҙың етәксеһе Камил Сиражетдиновтың ошо көндәрҙә ҡыҙы тыуҙы. Уны ихлас ҡотлайбыҙ!

Сығыу ваҡыты 6-12-2013, 13:48 | Ҡаранылар: 612
|
  • “Йәшлек” менән булырға бер ҡасан да һуң түгел
  • “Йәшлек”кә яҙылдыҡ,тип ҡыуандырыусылар күп әле
  • “Оялыштан яҙылдым…”
  • Гәзит аҙнаға бер тапҡыр сығасаҡ, тип борсолмағыҙ
  • “Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM