RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Йәшлек»тең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

16.11.2010 «Йәшлек»тең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ

Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!
«Йәшлек»те яратып уҡыусы һәм даими уға яҙылыусы Зәкиә инәйегеҙҙән һәммәгеҙгә лә ялҡынлы сәләм. Моратҡа ирештерһә, киләһе йылда ла гәзитте алдырасаҡмын.
Тормоштоң, йәшәйештең төрлө тармаҡтарын яҡтырт­ҡан яратҡан баҫмабыҙҙың әһәмиәте төрлө ҡатлам кешеләр, төрлө йәштәгеләр һәм һөнәр эйәләре өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ. Ул үҙе бер тормош һабаҡтары булып тора: уҡыйбыҙ, уҡытабыҙ, фәһем алабыҙ. Бигерәк тә Марсель Ҡотлоғәлләмовтың публицистик мәҡәләләре көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтырта. Йырҙың һүҙен алып ташлап булмаған кеүек, редакцияның һәр бер хеҙмәткәренең дә эшен ситләтеп әйтерлек түгел. Ул гәзиттең төрлө рубрикалары, биҙәлеше иҫ китмәле бит!
Бына Илдар Ғәбитовтың сканвордтарын ғына алайыҡ. Ни тиклем мәғлүмәт! Тик яуаптарын ғына киләһе һанда бирә килһәгеҙ ине. Әле лә күп кенә башҡорт телен белеп еткермәгән йәки, ғөмүмән, мәғлүмәте һайыраҡ булған кешеләргә белемен арттырыуға ярҙам булыр ине.
Бөтәгеҙгә лә оло хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙгә рухи аҙыҡ биреүсе үҙегеҙгә сәләмәтлек, күтәренке күңел теләйем.
Зәкиә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.

Ҡәҙерле дуҫтар!

«Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була. Гәзит өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һум шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 371 һум 22 тин), шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 302 һум 16 тин) 16414 индексы буйынса яҙылырға кәрәк.
Ә Өфөлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ «Өфө-печать» киоскылары аша 80148 индексы буйынса гәзитебеҙҙең шишәмбе һәм шәмбе һандарына яҙыла ала. Был осраҡта 1 айға яҙылыу хаҡы – 50 һумға, ярты йылға 300 һумға төшә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра


Бәхет кемдәргә йылмая?

26.11.2018 - Гәзиткә яҙылыу Бәхет кемдәргә йылмая?


Бүләкле лә, гәзитле лә булды

29.10.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Бүләкле лә, гәзитле лә булды


Сәпид кемгә эләгер?..

18.10.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Сәпид кемгә эләгер?..


Гәзит-журналдарға осһоҙораҡ яҙылыуға ун көн!

04.10.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Гәзит-журналдарға осһоҙораҡ яҙылыуға ун көн!


Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ

07.06.2018 - Гәзиткә яҙылыу » Махсус биттәр Гәзит уҡыуҙы ташламайыҡ


Һәр минутыбыҙ – һеҙҙең өсөн

05.06.2018 - Гәзиткә яҙылыу Һәр минутыбыҙ – һеҙҙең өсөн


Ырыҫтары булғас

15.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Ырыҫтары булғас


Уңайлы ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!

14.05.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Гәзиткә яҙылыу Уңайлы ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!