RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Осрашайыҡ «Йәшлек»тә

09.11.2010 Осрашайыҡ «Йәшлек»тә

Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған тимурсылар командаһы кемгә барыр?
Кисә генә йәйҙе көткәйнек, баҡтиһәң, уныһы ла күҙ асып йомған арала эҫе томра көндәре менән төш кеүек кенә үтеп тә киткән, ә иртәгә ҡышҡа аяҡ баҫырға торабыҙ түгелме, йәмәғәт? Ә шулай ҙа көҙгө елдең моңона әүрәп йоҡоға талырға иртә әле, иртә. Булған эштәрҙе теүәлләп, гәзитебеҙ йыл һайын ойошторған иң шәп, иң мауыҡтырғыс һәм, уңыш йылмайһа, табышлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡат­нашыр­ға ваҡыт етте, дуҫтар! Еңегеҙҙе һыҙғанып, фараз итеү һәләтегеҙҙе һынап, бүләктәр отоу мәлен үткәрмәгеҙ, ашығығыҙ.
Гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу барышында конкурста еңеүсегә бер көнөбөҙҙө бағышларға вәғәҙә биргәйнек. Әбйәлил райо­нының Балапан ауылынан Клара Зәйтүнованың фаразы дөрөҫлөккә тап килде. Вәғәҙә – иман, редакция хеҙмәткәрҙәре еңеүсенең әмерен үтәне: бынауындай ҡоро йәйҙә Зәйтүновтарға япраҡ-аҙыҡ әҙерләшеп, ҡоролоҡҡа ҡаршы көрәштә үҙ өлөшөн индерҙе.
Был юлы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсында еңеүсегә редакция хеҙмәткәрҙәре бер көнөн бағышлаясаҡ. «ҡышын, яҙын ни эшләтмәк кәрәк һеҙҙе?» – тиһегеҙме. Аптырамағыҙ, һәр миҙгелдең үҙ хәстәре. ҡар көрәргә саҡыраһығыҙмы, утын әҙерләргәме – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Редакция хеҙмәткәрҙәренән торған тимурсылар командаһы барыһын да үтәргә әҙер. Бынан тыш, сәпкә тура килтереп яҙған тағы 50 фаразлаусы ла бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ, дәртләндереләсәк.
Конкурста ҡатнашыу шарттары бик ябай:
– «Йәшлек» гәзитенә 2011 йылдың беренсе ярты йыллығына 80148 индексы буйынса яҙылырға (әгәр быға тиклем яҙылған булһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ!),
– купонды тулыһынса (исем-шәрифегеҙ, адресығыҙ, телефон һандары) тултырып, «Йәшлек» гәзитенең 2011 йылдың тәүге ярты йыллығындағы тиражын фаразлап яҙырға,
– гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен ҡушып, купонды гәзитебеҙ редакцияһына конвертҡа һалып ебәрергә кәрәк. Конверт тышына «Йәшлек»-фараз» тип яҙырға онотмағыҙ. «Урал лото»ның миллиондарына күҙ ҡыҙҙырып ятҡансы, «Йәшлек»кә яҙылып (шишәмбе һәм шәмбе һандарына ярты йылға яҙылыу хаҡы ни бары 371 һум 22 тин), бүләктәр оторға, уңыш йылмайһа, осрашырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Мөхәрририәт.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра