RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Милли баҫмаларға яҙылыу ҙа халҡыңа хеҙмәт итеү ул...

26.04.2013 Милли баҫмаларға яҙылыу ҙа халҡыңа хеҙмәт итеү ул...

2013 йылдың икенсе ярты йыллығына “Йәшлек”кә яҙыл­ғандар аҙнаға бер тапҡыр бөгөнгө кеүек 24 битлек гәзит аласаҡ. Оҡшаймы?
Бөгөн күп кеше рухи ҡиммәттәрҙән матди байлыҡты өҫтөн ҡуя. Эйе, байлыҡ-муллыҡ шәп нәмә инде ул. Әммә әйләнә-тирәгеҙҙә йәнһеҙ гәлсәрҙәр, аҫылташтар, ультразаманса йыһаз, көн һайын “ҡара тишек”кә киткән кеүек аҡса һурған автомобиль генә булһа, донъя барыбер ҙә күңел­һеҙ тойолор ине.
Беҙ шундай халыҡ тоҡомо – күңелебеҙгә сәхрәләр киңлеге, моң, йәнтөйәккә бәйләнгәнлек, иҫ киткес киң күңеллелек һалын­ған. Битарафлыҡ менән моңһоҙлоҡ аҙағыраҡ килеп ҡушылған холоҡтор. Бө­гөнгө замандашыбыҙҙың күбеһе тап ошо сифаттарҙы ҡырталашып үҙенә һеңдерергә маташа. Йортона инәһең, барыһы ла тәртиптә кеүек – заманса йәшәйеш, өҫтәл буш түгел, зауыҡ та бар. Әммә нимәлер етмәй. Аҙаҡ төшөнәһең – был китапһыҙ, гәзит-журналһыҙ йорт. Йәнә бер өйгә инәһең. Мөләйем генә бабай менән инәй. Күҙлеккенәләрен кейеп, бөгөнгө почтаны ҡарайҙар. Өлкән быуынға йәнә бер һоҡланып һәм ғорурланып сығаһың. Улар шул тиклем күпте күрҙе, кисерҙе, ә асылдарына тоғро ҡала белде, шөкөр итәләр һәм бөгөн дә замандан артта ҡалмаҫҡа тырышалар.
“Гәзит уҡырға ваҡыт юҡ!” – тип ҡырт киҫеүҙе күп ишетәбеҙ. Эйе, ятып телевизор ҡарау, йә буш хәбәр һөйләшеп ултырыу еңелерәк тә шул. Аҙнаһына бер тапҡыр, 24 сәғәтлек тәүлектең бер нисә генә минутын гәзит уҡыуға бүлеү – улай уҡ ваҡытты исраф итеү түгелдер ул. Уйлағыҙ әле.
“Гәзиткә яҙылырға аҡса юҡ!” – тип тә йөҙгә бәреүселәр етерлек. Бушҡа күпме аҡса түгеүҙе иҫәпләүсе юҡ. Ярты йылға 447 һумды (“Йәшлек”тең икенсе ярты йыллыҡҡа подписка хаҡы) айына, көнөнә бүлгәндә лә, айына – 74 һум, көнөнә ике һум да бер нисә тин килеп сыға. Күрәһең, хәлебеҙ, ысынлап та, мөшкөлдөр.
“Гәзиттә уҡырлыҡ нәмә юҡ!” – тигәнен ишеткән бар халҡыбыҙ зыялыларынан да. Башҡорт интеллигенцияһы үпкәләһә, үпкәләһен, әммә күбеһе аҡсалы була тороп та, бармаҡ менән генә һанарлыҡ баҫмаларыбыҙҙы яҙҙырып уҡырға теләмәй. Редак­цияға килеп, бушлай гәзит һорауҙары оят. Башҡорт йырсыһы, башҡорт яҙыусыһы, ғалимы йә йәмәғәт эшмәкәре, ғөмүмән, халыҡтың билдәле шәхесе тигән һүҙҙе күтәреп йөрөп тә, милли баҫмаларға битараф ҡалыу – манҡортлоҡҡа илтер юл. Гәзит әлегә 8 һәм 16 битлек, июлдән 24 битлек булып сығасаҡ һәм шул күләмдә уҡырлыҡ нәмә тапмаусының белем кимәле ниндәй икәнен самалауы ауыр түгел.
“Почта ваҡытында килмәй!”, йә айы­рыу­са ҡалаларҙа “Почта йәшниген ваталар!” тигән аҡланыуҙар ҙа етерлек. Был да үҙенә күрә бер бошмаҫлыҡ, проблемаларҙы хәл итеүҙең иң еңел юлы. Был юл менән барһаҡ, башҡалар беҙҙең елкәгә менеп ҡунаҡлаясаҡ.
“Гәзитегеҙҙә тәнҡит юҡ!” Был, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөккә тап киләлер. Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, аҡыллы, урынлы тәнҡитте үҙегеҙ яҙып ебәрегеҙ.
“Проблемаларҙы яҡтыртмайһығыҙ!” – тип ғәйеп ташлаусыларға ла, әйҙәгеҙ, бергәләп яҡтыртайыҡ, тип өндәшәбеҙ. Бөтә яуаплылыҡты бер баҫма ғына үҙ өҫтөнә ала торған замандар үтте.
Дуҫтар! Милләттәштәр! Йәштәр! Бығаса булған заманда ла, бөгөн дә беҙ бер-беребеҙгә кәрәк булғанбыҙ, кәрәкбеҙ. Ҙур тырышлыҡтар һалып бар иткән баҫмабыҙҙың киләсәген бергәләп яҡты итәйек.
“Йәшлек”кә 2013 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин. Индексы – 80148.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра