RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Еңеүсе – Мәсетленән!

18.01.2013 Еңеүсе – Мәсетленән!

Еңеүсе – Мәсетленән!
„Йәшлек”кә күпме кеше яҙыласағын фаразлап ойошторған „Йәшлек”-фараз” конкурсына 600-ҙән ашыу хат килде
Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарын дәртләндереү маҡсатында ойошторған „Йәшлек”- фараз” конкурсына был тиклем дә күп хат килеүен көтмәгәйнек. Уҡыусыларыбыҙ көтөлмәгәнсә әүҙемлек күрһәтте – хатта почта килгән һайын 50-ләп купон алған саҡтар ҙа булды. Быйылғы ярты йыллыҡта ла гәзитебеҙ менән дуҫлыҡҡа хыянат итмәгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Дөйөм алғанда, редакция 600-ҙән ашыу хат алды. Конкурс иғлан ителеү менән оло йәштәге инәй-бабайҙарҙан гәзитебеҙҙең тиражын фаразлаған купондар килә башлағас, әллә баҫмабыҙҙы тик хаҡлы ялда булғандар ғына уҡыймы икән, тип аптырап та ҡалғайныҡ. Һуңынан йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткәс, шиктәребеҙ юйыла төштө.
Ниндәй генә тиражды фаразламаған уҡыу­сыларыбыҙ. 6 меңдән алып 78 меңгә тиклем һандарҙы атаусылар ҙа бар. Шулай ҙа күбеһе 14 мең тирәһендә туҡтал­ғайны.
Хаттарҙан күре­неүенсә, „Йәшлек”-фа­раз”ды гәзитте даи­ми алдырып уҡып барғандар көтөп ала һәм улар ошоноң кеүек халыҡты ылыҡтырырҙай конкурстар­ҙы күберәк үткәреүҙе һорай. Ысынлап та, был бәйге гәзит һәм баҫмабыҙҙы ал­дырып уҡыу­сылар ара­һында нин­дәй­ҙер бер бәйләнеш ролен дә үтәне. Купон ебәреүселәр хаттары аша „Йәш­лек”кә ҡарата тәнҡит тә, маҡтауҙарын да, теләк-тәҡ­дим­дәрен дә еткергәйне. Бәй­ге булғас, еңеүселәр­һеҙ булмай. Иң теп-теүәл фаразды – 14162 һанын Мәсетле районының Тайыш ауылынан 73 йәшлек Памир ҡәҙер­бирҙин яҙып ебәргән. „Гәзитегеҙҙе күптән ал­дырам, яратып уҡыйым. Спорт яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынам. Бигерәк тә хоккейҙы даими яҡтыртып барыуығыҙ, гәзиттә сыҡҡан хикәйәләр, „Ғәләмәт донъя” бите оҡшай”, – тип яҙа олатай.
Еңеүсебеҙҙе „Хазина” туристик агентлығы ҡазан ҡалаһына өс көнлөк туристик путевка менән бүләкләй.
Төп еңеүсебеҙҙән бер һанға ғына уҙҙырып, Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Зөлфиә Ишмо­ратова фаразлаған. „Һеҙҙең „Йәшлек”-фараз” конкурсында ҡатнашып, үҙ бәхетемде һынап ҡарар-ға булдым. Кем белә, бәлки, бәхет беҙҙең яҡҡа ла йылмайыр”, – тигән ышанысын да белдергән. Фәрештәнең „амин” тигән сағына тура килгәндер был әйткәндәрегеҙ – өмөтөгөҙ аҡланды. Биш бала әсәһе Зөлфиә Ишморатова бәйгенең бағыусыһы „Хазина” туристик агентлығы әҙерләгән микро­тул­ҡынлы мейескә лайыҡ булды.
Баҫмабыҙҙың тиражын тик ике һанға ғына яңылышып яҙып ебәреүселәр – Мәсетле районының Та­йыш ауылынан Мәр­хәбә Вә­лиеваны редакцияла ҡиммәтле бүләк – ит үткәргес, Әбйә­лил ра­йо­нының Бу­ранғол ауылынан Вәғиз Оморҙа­ҡовты – термопот, Бөр­йән районының Яңы Ус­ман ауылынан Сә­риә Ишмора­то­ваны автомобиль йыуғыс көтә.
ҡырмыҫҡалы районының ҡа­мыш­лы ауылынан Минзәлә Йәҙгә­рова, Ейән­сура райо­нының Үр­ге Бикбирҙе ауылы­нан Рә­сүл Исхаҡов, Мә­ләүез районының Арыҫлан ауылынан Әхәт Алтынбаев Баш­ҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми- тикшеренеү үҙәгенең приздары һәм „Йәш­лек” гәзитенең футболкалары менән бүләкләнә. Гәзите­беҙҙең иң оптимист фаразлаусыһы – Әбйәлил районының Елем­бәт ауылынан Флүрә Ноғо­мановаға ла призыбыҙ бар.
Хөрмәтле „Йәшлек”-фараз” кон­курсы еңеүселәре, һеҙҙе еңеүегеҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра