RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Матбуғат менән дуҫ синыф

18.05.2012 Матбуғат менән дуҫ синыф

Матбуғат менән дуҫ синыф
Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең IX „Б” синыфы „Йәшлек”те лә,уҡыуҙы ла, спортты ла, мәҙәниәтте лә ярата
Редакция ойошторған „Йәшлек”-фараз” конкурсына тәүгеләрҙән булып бер синыфтан ғына 22 купон ебәрелгәс, ҡайһылай өлгөр һәм берҙәм был уҡыусылар, тип һоҡланып, гәзитебеҙҙең дуҫтары артыуына шатланғайныҡ. Ысынлап та, Бөрйән райо­ны Байназар мәктәбенең уҡытыусы Гөлшат Марат ҡыҙы Салауатова етәкселегендәге 9-сы „Б” синыфы уҡыусылары уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт эштәрендә лә һәр ваҡыт әүҙем, берҙәм булып сыҡты. Синыф, баҫмабыҙға тоғролоғо редакция тарафынан баһаланып, „Бөтә синыф менән – „Йәшлек”кә!” конкурсы еңеүселәре булды, өҫтәүенә, бер синыфтан өс егет – Ильмир Исламғолов, Замир менән Эльмир Вәлиевтар, гәзитебеҙҙең тәүге ярты йыллыҡтағы тиражын яҡынса дөрөҫ фаразлап, кеҫә телефондары менән бүләкләнде.
Бигерәк ырыҫлы, ҡотло синыф булып сыҡты туғыҙынсылар. Синыф уҡыусылары элек-электән гәзит-журналдар менән дуҫ икән. Бәләкәй синыфтар­ҙа улар синыф менән „Аманат” журналына, „Йәншишмә” гәзитенә яҙылып, призлы урындар алһа, быйыл „Йәшлек”текенә эйә булды. „Әле киләһе ярты йыллыҡҡа ла „Йәшлек”кә яҙыла башланыҡ. Бүләктәрегеҙҙе алып һөйөндөк. Редакцияға рәхмәт”, – ти синыф етәксеһе Гөлшат Салауатова. 9-сы „Б” синыфында һәр уҡыусы талант­ҡа, һәләткә эйә. Зөлхизә Зәйнуллина, Айгүзәл Салауатова, Гүзәлиә Алтынбаева, Алина Маликова уҡыу алдынғылары булһа, Радис Байназаров спортта һынатмай, көрәш буйынса зона, район ярыштарында гелән еңеү яулай. Синыфта бейеүселәр ҙә, йырсылар ҙа, юмор һөйләргә яратыу­сылар ҙа бар. ҡыҙҙарҙың күбеһе мәктәптәге „Аза­мат” ансамбленә, урындағы мәҙәниәт йортонда эшләгән „Осҡон” ансамбленә йөрөй.
Әле туғыҙынсылар берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә, ҡайһы берәүҙәре мәктәптән һуң төрлө уҡыу йорттарына уҡырға инергә юлланасаҡ. Матбуғат менән дуҫ, һәр эштә лә берҙәм, әүҙем, беренселәр булған синыф ҡайҙа ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

З. ЙӘҺҮҘИНА.









Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра