НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ

Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ


Бер ваҡыт әтәс ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Осоп сығырға көсө етеңкерәмәгән һәм, ярайһы ғына ҡысҡырып, ярҙамға саҡырған. Хужаһы ишетеп килеп сыҡҡан да, ҡошто ҡотҡарыу мөмкин түгеллеген күреп, уйға ҡалған. «Был әтәсем ҡартайып та киткәйне инде, ҡоҙоҡтоң да һыуы кәмеп бара. Әллә бер юлы ике ҡуянды тоторға − иҫке ҡоҙоғомдо күмергә лә яңыны ҡаҙырға, ҡарт әтәсемдән дә ҡотолоп, йәшерәген алырға инде?»
Ошо эште башҡарырға тип, хужа күршеләрен дә саҡыра. Әтәстең һаман яр һалыуына ҡарамай, әйҙә ҡоҙоҡҡа тупраҡ ташлай башлайҙар. Бер аҙҙан меҫкен ҡош шыма. Тегеләр ҡоҙоҡҡа ҡараһа, ни күрә?! Һәр ташланған тупраҡты өҫтөнән ҡағып төшөрөп, аяҡ аҫтына тапап барған бит ҡош! Һөҙөмтәлә, имен ҡалып, килеп тә сыҡҡан. Һәм... хужаһын бүтән таңда сағыу тауышы менән ҡыуандырмаған, ташлап, икенсе хужаға сыҡҡан да киткән. Ҡыйыу әтәсте ҡабул итеүселәр табылған.
Бына шулай, тормош өҫтөбөҙгә ниндәй генә ауырлыҡ ташламаһын, уны һелкеп төшөрөргә мөмкин. Йәшәргә, бар булырға, тигән маҡсат тап шулай эшләтә. Быны нимәгә иҫкә төшөрҙөк, тиһегеҙме? Үҙебеҙҙе, йәғни баҫмабыҙҙы шул әтәс хәлендә күҙ алдына килтерелдесе. Заман талабымы, әллә милләттәштәрҙең моңһоҙлоғомо − бөгөнгө гәзитебеҙҙе уҡыусылар һаны беҙ теләгәнсә түгел. Ә бит гәзиттең ҡыйыулығын, кәрәкле материалдар биреүен таныусылар бихисап. Баҫманы алдырмай, уҡырлыҡ нәмә юҡ, тип, йә телевизорға һылтаныусылар өҫкә тупраҡ ташлаусылар менән бер иш кеүек. Һанаулы ғына башҡорт гәзиттәренән «Йәшлек» үҙенә хас тауыш менән айырылып та тора. Һай, афариндар, һеҙһеҙ йәшәй алмайбыҙ, тигәнде лә йыш ишетәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, беҙҙә үрҙәге риүәйәттәге әтәс кеүек тупраҡты тапап өҫкә ҡалҡып сығырлыҡ көс тә, һәләт тә бар. Шулай ҙа ҡул һуҙып тартып алыусылар булһа, ҡалай яҡшы булыр ине.
Әйткәндәй, дежур телефоныбыҙ уғата танылып китте, уға хатта беҙҙе яҙҙырып уҡымаусылар ҙа ярҙам, кәңәш һорап шылтырата. Артабан иң тәү сиратта иғтибарыбыҙҙы уҡыусыларыбыҙға йүнәлтербеҙ, моғайын. Заман еңел түгел, ярҙамға − ярҙам, битарафҡа − битараф, милләттәштәр.
Подписка тамамланырға һанаулы көндәр ҡалды, почта бүлексәһенә ашығығыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Сығыу ваҡыты 17-12-2011, 14:57 | Ҡаранылар: 625
|
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – ҡыҙыҡлы материалдар
  • Хужа беҙҙең арала
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • «Шатлыҡ бөрккән йәйғорон да күрҙек, Йәшенен дә күрҙек, күп күрҙек...»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM