RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Иң әүҙем хат ташыусыларға – «Йәшлек»тән премия

06.12.2011 Иң әүҙем хат ташыусыларға – «Йәшлек»тән премия

Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек почтальон тураһында бер йыр бик популяр була торғайны. Унда был һөнәр эйәләренең бар яңылыҡты белеүе, һәммәһенә дуҫ булыуы, уларҙы һәр ваҡыт көтөп алыуҙары хаҡында һүҙ бара ине. Ысынлап та, хат ташыусылар бөгөн дә күп өйҙәрҙә көтөп алына! Cөнки улар яратҡан баҫмағыҙҙы ваҡытында килтерә. Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, еңел булмаған эш башҡарған, ҡулайлаштырыу тигән заман еленә күкрәк ҡуйып бирешмәй алға барған һәм, әлбиттә, беҙҙең гәзитте лә ваҡытында халыҡҡа еткереүсе, яҙылыуҙы ойоштороусы почтальондарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Улар беҙгә ярҙам иткән кеүек, беҙ ҙә яуап­һыҙ ҡалмаҫҡа булдыҡ. Һәм әле 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу барышында тик почтальондар өсөн генә конкурс иғлан иттек. Шарттары ҡатмарлы түгел. Хат ташыусыларҙан кем дә кем үҙ «биләмәһе»ндә «Йәшлек» гәзитен былтырғынан арттырып яҙҙырыуға ирешә, шуға һәр арттырылған дана өсөн 20 һум премия түләргә әҙербеҙ. Мәҫәлән, үткән йыл ауылда гәзитте 10 кеше алдырһа, быйыл әлеге күрһәткесте 200-гә еткерҙегеҙ икән, ти. 190 өҫтәмә дана өсөн 3800 һум аҡса һеҙҙең ғаилә бюджетына һиҙелерлек ярҙам буласаҡ түгелме?
«Йәшлек»тең тиражын арттырһағыҙ, баш­ҡарған эшегеҙ хаҡында яҙып (былтырғы-быйылғы күрһәткестәр менән, әлбиттә), үҙегеҙ эшләгән почта бүлексәһе начальнигының имзаһы һәм мисәте менән раҫлап, редакцияға ебәрегеҙ.
Тағы шуныһы: «Йәшлек»те иң күп таратыу­сы хат ташыусылар айырым билдәләнәсәк.

1-се урынға бүләк – 5000 һум
2-се урынға – 3000 һум
3-сө урынға – 1000 һум








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан


Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра