НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдылар

Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдылар


Ошо көндәрҙә Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо
Гәзиткә лә яҙылдылар, бүләкле лә булдыларҮҙәк майҙанда матбуғат баҫмалары биләгән өҫтәлдәр халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бында нимә һаталар, тигән кеүек, былай ғына килеп ҡыҙыҡһынып китеүселәр ҙә булды, гәзит-журналдарға яҙылыусылар ҙа. Район гәзитендә алдан бирелгән иғлан буйынса көнөн белеп, махсус рәүештә гәзит-журналдарға яҙылырға килгән кешеләр ҙә бар ине. Почта хеҙмәткәр­ҙәренең: «Әйҙәгеҙ, гәзиткә яҙылығыҙ», – тигән тәҡдименә: «Күптән яҙылдым бит инде», – тигән яуаптарҙы ишетеү бигерәк күңелле, был иһә почтальондарҙың да тырышыуын күрһәтә.
Яҙылыусы­ларҙың ниндәй баҫма һайлауын күҙәтәм. Күбеһе, әлбиттә, район гәзитен һайлай. Һүҙ юҡ, урындағы баҫма мөһимерәк. Тимәк, бындай кампанияларҙың улар өсөн фай­ҙаһы ҙур. Республика баҫмаларына яҙылыусылар һирәгерәк. «Сто тысяч советов» кеүек бәләкәй баҫмаларға яҙылыусылар ҙа күп кенә. «Ниндәй генә файҙалы кәңәштәр юҡ унда, бик тә оҡшай», – бына шундай фекерҙәр ишеттек был баҫма хаҡында. Ғөмүмән, ваҡытлы матбуғатҡа ҡағылышлы төрлө фе­кер­ҙәр ишетергә була. Мәҫәлән, оло ғына йәштәге апайҙың, ҡотлау ҙа реклама, уҡырлыҡ бер нәмә юҡ, унан күлдәк тегеп булмай, икмәк тә түгел ул, тигән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар, әлбиттә. Кеше иң беренсе сиратта матди бөтөнлөк тураһында хәстәрлек күрә. Шулай ҙа рухи аҙыҡ тураһында ла онотмаһаҡ ине. Сер түгел, күңел урын таба алмаған ауыр мәлдәрҙә гәзит-журналдар, китап уҡып та йыуаныс эҙләйбеҙ бит. Шулай уҡ улар аша үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауға яуап алырға була.
Ваҡытлы матбуғат менән, нигеҙҙә, ололар ҡыҙыҡһына. Гәзит уҡыу уларҙың күбеһенең яратҡан шөғөлөнә, ғәҙәтенә ингән шул. Өҫтәүенә, бөтә яңылыҡтар менән дә гәзит-журналдар аша танышыр­ға, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте лә уларҙан ғына табырға өйрәнгәндәр. «Йәшлек» гәзитенә тәүгеләрҙән булып яҙылыусы Сәүиә Юлдашева ла күптән инде хаҡлы ялда. Сәүиә апай Яңы Итекәй ауылында йәшәй, Талбазыға үҙ йомоштары менән килгәйне. «Гәзит тигәндә, төн йоҡомдо ла ҡалдырып уҡырға әҙермен», – ти ул. Тәүге яҙылыусы булараҡ, уға үҙебеҙҙең махсус бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ. Бына шулай, гәзит-журналдарға ҡасан яҙылһаң да яҡшы, ә бындай махсус ойошто­рол­ған көндә яҙылыу тағы ла отошлораҡ: берҙән, ҡайһы бер баҫмалар­ға ташлама менән яҙылырға мөмкин, икенсенән, бүләкле лә булаһың.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
АВТОР фотоһы.

Сығыу ваҡыты 24-05-2011, 09:45 | Ҡаранылар: 855
|
  • Байрамға үҙегеҙгә бүләк эшләгеҙ – «Йәшлек»кә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!
  • Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – ҡыҙыҡлы материалдар
  • Почта хеҙмәте үҙен аҡлаймы?
  • Йәштәр гәзит уҡымай, тиһәләр ҙә...
  • Дәүләт гәзитһеҙ ҡаласаҡмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM