RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

07.02.2019 Көс-дәрт алып тыуған тупраҡтан

Беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙҙо матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Интернет селтәрҙәре, телефон бәйләнеше – бер, ә бына гәзит-журналды ҡулға тотоп уҡыу – икенсе нәмә. Мин үҙемде белгәндән алып матбуғат тигән серле төшөнсә әйләнә-тирәмә, туған мәктәбемә, ауылдаштарыма, ғөмүмән, кешегә башҡасараҡ күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Ысынлап та, теге йәки был шәхес, күренеш тураһында гәзиттә яҙыла икән, тимәк, был кешелә иғтибарҙы йәлеп итерҙәй ниндәйҙер сифат йәиһә бер матур ғәҙәт бар тигән һүҙ.

Ул осорҙа почта таратыусылар, ҙур-ҙур сумкаларын йөк­мәп, аҙнаһына өс тапҡыр ауылдың бер осонан икен­сеһенә ҡәҙәр йөрөп сыға торғайны. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: гәзит таратыу мәле етһә, атайым да ҡапҡа тышына сығып баҫыр һәм уларҙың килеүен түҙем­һеҙлек менән көтөп алыр ине. Был ваҡытта инде ул фермалағы эшен теүәлләп, кәртә-ҡура­лағы малдарын ҡарап өлгөргән була. Ғәҙәттә, гәзит төшкө сәғәт 2 – 3 тирәһендә таратыла. Был инде атайыма донъя яңылыҡтары менән танышып, аҙ-маҙ бил яҙып алыу өсөн форсат сыҡты тигән һүҙ. Был форсаттан әсә­йемә лә өлөш сыға. Уҡы­ғандарын уға ла һөйләй, үҫә-килә беҙгә, ҡыҙҙарына ла, аңлатыр бул­ды. Күп нәмәне беҙ атайымдан һорашып белә тор­­ғайныҡ. «Их, атай, нишләп уҡы­тыусы ғына булманың инде? Һинән бына тигән журналист йә тарихсы сығыр ине», – тиһәк, – «беҙгә уҡыу эләк­мәне шул, мәк­тәптең ҡәҙерен бе­легеҙ, – тип яуаплар ине бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән ғәзиз кешебеҙ. – Ошо яланғас ҡулдар менән ба­ҫыуҙа билсән утар, үгеҙ егеп колхоз ҡырҙарында ер һөрөр инек», – тип ауыл хужа­лы­ғының төрлө һөнәренә өйрәткән ауылдаштарын ололап телгә алыр ине.

Гәзит-журналдарға яҙылыу осоро ла матур бер хәтирә булып күңел түрендә һаҡ­лана. Колхоз-совхоздар ни­сек гөрләп эшләгән булһа, мат­буғатҡа яҙылыу мәлендә иһә почтальон­дарға ла эш күбәйә. Улар өй беренсә йө­рөп, гәзит-журналдарға яҙ­ҙыра башлай. Атайым иһә беҙгә ниндәй баҫмалар кәрәк­леген алдан хәстәрләп ҡуя. «Баш­ҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Башҡортостан пионеры» («Йән­шишмә»), «Пионер» («Аманат»), «Һә­нәк», «Осҡон», «Башҡортос­тан» гәзит­тәре беҙҙең иң яратып уҡыған баҫ­ма­ларыбыҙ булды. Атайым иһә «Сельская жизнь» гә­зитенән бер ҡасан да айырылманы. Хаҡлы ялға сыҡҡас инде, «Йәшлек» уның яратып уҡы­ған баҫ­маларының бере­һенә әйләнде. Әле иҫән булһа, ул «Киске Өфө»нө лә алдырып, ундағы яҙылғандар тура­һында беҙгә лә, ейән­дәренә лә һөйләп ултырыр ине, моғайын.

Тормоштоң йәмен, йә­шәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәткән атайыбыҙҙың был яҡты донъяларҙан китеүенә лә быйыл дүрт йыл тула. Уның яратып уҡыған баҫ­ма­ларының байтағы хәҙер тыуған йортобоҙҙа урын алған. Ә инде уның Тыуған ил, Ватан тип йән атҡан баҫыуҙарында көслө машиналар урып-һуғыу эштәрен башҡара, ер һөрә йәки уңыш мул булһын өсөн ҡарҙан бейек-бейек тауҙар өйә. Былар барыһы ла ки­ләсәк өсөн, еребеҙ мәңге йәшәһен өсөн эшләнә. «Ик­мәк булһа, йыр ҙа була», – тип юҡҡа ғына әйтмәй бит хал­ҡыбыҙ. Ә йыр булһа, йәшәү ҙә күңеллерәк. Ошондай ма­турлыҡтан йәм табып йәшәгән атай-ола­тайҙары­быҙҙың данлы эш­тәре һәр саҡ гәзит бит­тәрендә урын алған.
Ундайҙарҙы Ватан бер ваҡытта ла онотмай. Ил батырҙары һуғыш яландарында Бөйөк Еңеүҙе яҡы­найтыу өсөн аяуһыҙ көрәш алып барғанда, тыл батыр­ҙары колхоз ба­ҫыуҙарында һәр ҡарыш ерҙә иген гөрләп үҫһен өсөн тырышҡандар бит. «Тап ана шул беҙҙе йәшәргә, сабыр булырға өйрәтте», – тигәйне бер мәл беҙгә атайым. Эйе, тыуған тупраҡтан көс-дәрт алып, киләсәк өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеп йәшәгән оло быуындың беҙгә әйтергә теләгән изге теләге был.



Автор: З. КАШАПОВА
Фото: Юлай КӘРИМОВ





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!

06.02.2019 - Гәзиткә яҙылыу Яҙылығыҙ һеҙ «Йәшлек»кә!


Велосипедты Салауаттан Рәйес Кәримов отто!

Афарин, Нурсилә апай!

26.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Афарин, Нурсилә апай!


"Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды

21.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәшлек" 800-ҙән ашыу хат алды


«Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!

18.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу «Йәншишмә»беҙ ҡоромаһын!


Һаумыһығыҙ, "Йәшлек" гәзите редакцияһы!

Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?

13.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ә һеҙ "Йәшлек"кә яҙылдығыҙмы әле?


"Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу "Йәншишмә»гә ҡурҡыныс янай


Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

12.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!


Гәзиткә яҙылғас,  бүләге лә бар

11.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Гәзиткә яҙылғас, бүләге лә бар


Иң күп гәзитте Рая апай алдыра

06.12.2018 - Гәзиткә яҙылыу Иң күп гәзитте Рая апай алдыра


Яңы йылға туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға нимә бүләк итергә тип уйлап йөрөйһөгөҙме?